RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…

26.08.2019 Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…


Пластик һауыттар тормошобоҙҙа ҙур урын биләй. Һыу шешәләре, быяла банка урынына ла шулар ҡулланыла, бөтә аҙыҡ-түлек тиерлек шул пластик һауыттар менән сығарыла. Хәҙер быяла шешәне бик һирәк файҙаланабыҙ. 1,5 литрлыҡ һыу һауыттарына нимә генә ҡоймайҙар: һөт тә, ҡайнатма ла, хатта эҫе сәй ҙә… Күптәребеҙ уларҙың сәләмәтлек өсөн бигүк файҙалы булмағанын аңлай ҙа бит. Әммә шул һауыттарҙан ҡотола алмайбыҙ. Бөтә донъяны баҫып алып бара. Һәр пластик та төрлө кимәлдә химикаттар бүлеп сығара.

Ғәҙәттә, шешәләрҙең этикет­каһында уларҙың ниндәй пластиктан эшләнеүе күрһәтелгән була. Шуға иғтибар итергә кәрәк.
РЕТ йәки РЕТЕ (инглиз телендә)
Бер тапҡыр ғына ҡулланырға яраҡлы шешәләр. Ҡабат-ҡабат фай­ҙаланғанда, эсендәге шыйыҡлыҡҡа кешенең гормональ балансына йоғонто яһаусы ауыр металдар һәм матдәләр бүлеп сы­ғарыуы ихтимал.
ПЭТ – донъяла иң йыш ҡулланылыусы пластмасса. Уның бер тапҡыр ғына ҡулланыуға тәғәйенләнеүен оно­торға ярамай! Әгәр ҙә уға яңынан һыу ҡойғанда, организмға әллә күпме бактерия эләгеүе ихтимал.
HDP йәки HDPE
Бик яҡшы пластик. Бер ниндәй ҙә зарарлы матдәләр бүлеп сығармай, тип әйтергә мөмкин. Белгестәр тап шундай һауыттағы һыуҙы ғына һатып алырға кәңәш итә. Хәүефһеҙ ҙә, экологик яҡтан да зарарһыҙ, уны тулыһынса яңынан эшкәртеп була. Пластиктың был төрө ҡатыраҡ һәм уны күберәк һөт, кер йыуыу сараларын һаҡлау өсөн ҡап­сыҡ­тар, уйын­сыҡтар, һауыт-һаба эшләү өсөн ҡулланалар.
PVC или V
Был материалдан әҙерләнгән һауыт­тар кешенең гормональ балансына кире йоғонто яһаусы ике төр хәүефле химикат бүлеп сығара. Йомшаҡ һәм һығылмалы пластиктан әҙерләнгән һауытта, ғәҙәттә, көнбағыш майы һәм балалар уйын­сыҡтары һаҡлана. Күп кенә ҡулланыу тауарын шундай ҡап­тарға тултыралар. Унан сантехника өсөн торбалар һәм деталдәр әҙерләйҙәр. PVC-тың башҡаларға ҡарағанда ҡояш нурына һәм көн торошона һиҙгерлеге юҡ. Унан йыш ҡына тәҙрә рамдары, баҡсаға һыу һибергә шлангтар әҙерләйҙәр. Шуға ҡа­рамаҫтан, эксперттар яҡшыраҡ вариант булғанда уны һатып алыуҙан тыйылырға кәңәш итә.
LDPE
Был пластик шешәләр һәм пакеттар етештереүҙә ҡулланыла. Унда һаҡ­ланған һыуға химик матдәләр бүленеп сыҡмай. Йәғни эсендә һыу бул­ғанда ғына хәүефһеҙ! Ә бына аҙыҡ-түлек магазинында бындай пакеттарҙы һатып алырға кәрәкмәй, сөнки аҙыҡ-түлек менән бергә йөрәк өсөн бик тә хәүефле химикаттар ҙа һатып алыуығыҙ бар.
PP
Был пластик аҡ төҫтә йә үтә күренмәле була. Унан сироптар һәм йогурт өсөн ҡаптар әҙерләйҙәр. Полипропилен эҫегә бирешеп бармаусанлығы өсөн яҡшы баһалана. Ҡояшта йылынһа ла иремәй. Сәләмәтлек өсөн сағыш­тырмаса хәүеф­һеҙ.
PS
Ҡәһүә стакандарын етештереүҙә фай­ҙаланыла. Әммә йылынғанда хәүефле химик берләшмәләр бүлеп сығара.
Полистирол арзан, еңел һәм плас­тиктың ныҡ ҡына төрө. Шуға ҡара­маҫтан, ул эҫе аҙыҡты һәм эсем­лек­тәрҙе һаҡлау өсөн тәғәйен­ләнмәгән.
PC
Икенсе төрлө әйткәндә, махсус бил­дәләре булмаған пластмасcа. Плас­тиктың иң хәүефле төрө. Һыу шешәләре һәм аҙыҡ-түлек контейнерҙары етеш­тереүҙә ҡулланыла. Поликарбонаттан етештерелгән һауытта аҙыҡ-түлекте йә һыуҙы һаҡлау ҡәтғи рәүештә тыйыла. Бисфенол – А – эндокрин системаһын юҡҡа сығарыусы билдәле матдә. Ул эстроген гормондарын етештереүҙе тотҡарлай.




Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур