16.08.2019 Тик ултырыуҙың муйынға зыяны
Кеше организмы оҙаҡ ултырып эшләүгә ҡулайлашмаған. Әммә бөгөн күптәр эш өҫтәле артында сәғәттәр буйына ултырып эшләргә мәжбүр. Ултыраҡ эштең организмға зыянын мөмкин тиклем кәметеү өсөн ҡайһы бер кәңәштәргә ҡолаҡ һалайыҡ.
Кешенең муйыны аҡҡоштоҡо кеүек һығылмалы булһа, уның менән әллә ни проблема булмаҫ ине. Уға күп осраҡта көс төшөп, зыян күрә. Мәҫәлән, шул уҡ компьютерға текәлеп ултырғанда ла, креслоға ултырып, башты артҡа ташлағанда ла, йә булмаһа, йоҡлағанда башың уңайһыҙ ятһа ла… Муйын ауыртыуына күберәк ҡатын-ҡыҙ зарлана. Уларҙың күбеһе өҫтәл артында ултырып эшләй, йә булмаһа, өй эштәре менән булғанда ла йыш ҡына плита өҫтөнә йә өҫтәлгә эйелеп эш итә. Һөҙөмтәлә елкә мускулдары тартыла һәм ауыртыу барлыҡҡа килә.
Оҙаҡ уңайһыҙ хәлдә ултырыу һөҙөмтәһендә мускулдар ҡыҫылыуҙан барлыҡҡа килгән ауыртыуҙы баҫыу өсөн шул урынға таҫтамалға йә туҡымаға урап боҙ баҫырға кәңәш ителә. Ҡағиҙә булараҡ, 15 минуттан һуң ауыртыу үтә. Әммә һалҡын әйбер бөтә кешегә лә килешмәүе бар. Ҡайһы берәүҙәргә, киреһенсә, йылы ярҙам итә. Шуға күрә йылы душ аҫтына торорға мөмкин. Йә булмаһа, елкәгә кизе-мамыҡ туҡыма аша йылытылған тоҙ йә ҡом баҫырға. Әммә уны 15 минуттан артыҡ тоторға ярамай.
Мускулдарҙың көсөргәнешен махсус күнегеүҙәр ярҙамында ла бөтөрөргә мөмкин. Уны өйҙә генә түгел, эштә лә яһап була.
Тура ғына итеп баҫырға һәм башты күтәрергә. Ипләп кенә башты күпме бора алаһығыҙ, шул тиклем һул яҡҡа борорға. Шунан кире элекке хәлгә ҡайтырға. Шул рәүешле күнегеүҙе уң яҡҡа ҡарай ҡабатларға. Артабан башты әкрен генә аҫҡа эйеп, аяҡ аҫтына ҡарарға. Һуңынан башты артҡа ташлап, ҡарашты түбәгә күсерергә. Һәр күнегеүҙе эшләгәндә муйынды мөмкин тиклем һуҙырға кәрәк. Был күнегеүҙәрҙе көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәңәш ителә.
Ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, муйын ауыртыуы бейек үксәле аяҡ кейеме кейеүгә бәйле булыу ихтималлығын күҙ алдына ла килтермәй. Юҡҡа ғына! Кем көн һайын бейек үксәле туфлиҙа йөрөргә ярата, уларҙың бер аҙҙан умыртҡа һөйәге ҡыйшая башлай. Һөҙөмтәлә муйын нисектер алға сығып торған һымаҡ була. Шунлыҡтан табиптар, бейек үксәле туфлиҙарҙы байрамдарҙа ғына кейергә кәңәш итә, ә көндәлек аяҡ кейеме уңайлы булырға тейеш.
Елкә ауыртыуының тағы бер сәбәбе – яурынға сумка аҫып йөрөргә яратыу. Был да муйын, яурын һәм арҡа мускулдарында көсөргәнеш уята. Шуға күрә ауыр әйберҙе биштәргә һалып, аҫып йөрөргә кәңәш ителә.
Әммә муйын өсөн иң ҡурҡынысы – башты дөрөҫ тотмау. Күптәр телевизор йә компьютер артында ултырғанда муйынын һуҙа биреп, башын алға эйергә ғәҙәтләнгән. Быға юл ҡуйырға ярамай. Телевизор ҡарағанда, китап уҡығанда башты артҡа ташлап, нимәгәлер терәп ултырырға кәрәк. Әгәр ҙә ундай мөмкинлек булмаһа, муйын ҡатмаһын өсөн ваҡыты-ваҡыты менән күсеп, уңайлап ултырырға кәңәш ителә.
Компьютер артында эшләгәндә, күҙҙәргә һәм муйынға көсөргәнеш төшмәһен өсөн техниканы дөрөҫ итеп урынлаштырыу мөһим. Монитор күҙ кимәлендә булырға тейеш. Ә бына ноутбук менән карауатта йә диванда ятып эшләү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Шулай уҡ күп кенә ҡатын-ҡыҙ өйҙә эш менән булғанда, телефонды яурын менән ҡолаҡҡа ҡыҫып һөйләшергә ғәҙәтләнгән. Был, берҙән, уңайһыҙ, икенсенән, муйынға ла зыянлы.
Иртәнсәк елкәгеҙ ауыртып килеп тормаҫ өсөн, мендәр хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк. Ул артыҡ бейек тә, ҡаты ла булмаһын. Иң уңайлыһы, әлбиттә, ҡаҙ мамығынан яһалғаны. Тағы бер кәңәш: йөҙтүбән ятып йоҡларға тырышмағыҙ. Был осраҡта баш килбәтһеҙ һәленеп төшөп, муйын мускулдары көсөргәнеш кисерә, икенсенән, бил тирәһендә умыртҡа һөйәге лә ҡорһаҡ яғына ҡарай ныҡ бөгөлә.
Ғөмүмән, муйынды һәр саҡ ҡарарға кәрәк, сөнки тап уның аша баш мейеһенә ҡан тамырҙары, нервы үтә. Уларҙың ҡыҫылыуы баш ауыртыуына һәм башҡа ауырыуҙарға килтереүе ихтимал.