RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ауыр көндәр»ҙе нисек үткәрергә?

22.08.2019 «Ауыр көндәр»ҙе нисек үткәрергә?

Кәйеф менән сәләмәтлеккә һауа шарттары ла көслө йоғонто яһай. Әйтәйек, көндөң ҡапыл һыуытыуы йә кинәт йылытыуы организмда кире реакциялар тыуҙыра. Баш ауырта, арыта, хәл бөтә, йөрәк сәнсә, тирләтә, ярһыта һ.б. Атмосфера баҫымы үҙгәргән көндәрҙә лә шундай уҡ хәл күҙәтелә.

Статистикаға күҙ һалһаҡ, һауа шарттары һәр өсөнсө кешегә ауыр тәьҫир итә. Был көндәрҙә бигерәк тә сабыйҙар, гормональ үҙгәреш кисереүсе үҫмерҙәр, ауырлы ҡатындар һәм климакс йәшендәге гүзәл затҡа ауыр. Шулай уҡ артроз, ревматизм менән интегеүселәр, бөйөр сирлеләр, ҡан баҫымы юғары булыусылар яфалана: тәүгеләре һыҙланып йонсоһа, гипертония менән инте­геүселәрҙең йөрәк тибеше боҙола, ҡан тамырҙары киңәйә. Ә инде ҡан баҫымы түбән булғандарҙың, киреһенсә, ҡан тамырҙары ҡыҫыла. Шулай уҡ көн торошоноң йыш үҙгәреүе һөҙөмтәһендә иммунитет ҡаҡшай, хроник бронхит, пневмония, туберкулез, тонзиллит, гайморит кеүек ауы­рыуҙар киҫкен­ләшә.
Дөрөҫ туҡланмау, тоҙҙо күп ҡулланыу, тәмәке тартыу, эскелек, физик әүҙемлекте кәметеү уның төп сәбәпселәре булып тора.

Әгәр ҙә инде кеше сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһа, нервыларын һаҡлаһа, йонсоуҙан азат булһа, туйғансы йоҡлаһа, саманан тыш ашамаһа, был ауырыуҙарҙан ҡотолорға ла мөмкин. Мәҫәлән, берәй спорт төрө менән шөғөлләнеү, һис юғында физик күнегеүҙәр менән мауығыу, саф һауала күберәк булыу үҙеңде көн торошона ҡарап көйләргә ярҙам итә. Тик күңелдәге уйҙар ҙа яҡты, изге булырға тейеш. Белгестәр көн боҙолғанда күңелеңә ятышлы эш менән шөғөлләнергә, йәшелсә-емеште күберәк ашарға кәңәш итә. Был ҡан әйләнешен яҡшырта, матур эмоциялар бирә.

Боҙолған ҡан әйләнешен тергеҙергә еҫ терапияһы ла булышлыҡ итә. Бының өсөн ирендең өҫкө өлөшөнә йәсмин, лаванда майы, бесәй үләне яғырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, үҙегеҙҙе һаҡлаһағыҙ, уй-хистәрегеҙгә дөрөҫ йүнәлеш бирә белһәгеҙ, туйғансы йоҡлап, яҡшы ял итһәгеҙ, сатнама һыуыҡ та, көндөң ҡапыл йылытыуы ла, ҡар-буран да, ныҡ эҫелек тә ҡурҡытмаҫ.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…