29.08.2019 Ҡанды таҙартыу өсөн
Бер стакан һалҡын һыуға 5 тамсы йод, бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ алма һеркәһе ҡушып, яҡшы итеп бутарға һәм көнөнә ике стакан эсергә. Тәүгеһен иртәнге сәғәт 6-ла эсергә һәм көндөҙгө 12-гә тиклем ашамаҫҡа. Һуңынан иһә нимә теләйһегеҙ, барыһын да ашарға мөмкин. Икенсе стаканды киске сәғәт 10-дан һуң эсергә һәм һуңынан ашамаҫҡа. Шулай бер ай дауам итергә. Ул ҡанды, лимфа системаһын таҙартырға, баш ауыртыуынан арынырға, матдәләр алмашыныуын көйләргә ярҙам итә.