08.08.2019 Бал ҡорто саҡһа…
Йәйҙең иң ҡыҙыу мәле. Ауыл ерендә эш күп: баҡса утарға, бесән әҙерләргә, ҡайнатма ҡайнатырға һәм башҡаларына өлгөрөргә кәрәк… Бына шул эштәрҙе башҡарып йөрөгәндә уйламағанда бал ҡорто сағып китеүе мөмкин. Ә уның ағыуы ҡайһы берәүҙәрҙе аяҡтан йыға.
Бал ҡорттары еҫте бик тиҙ һиҙә. Улар крем, хушбуй, спирт, һарымһаҡ, һуған, тир, бензин, кәрәсин еҫен, киҫкен хәрәкәттәрҙе яратмай. Сәбәләнеүҙе һөжүм тип ҡабул итеп, үҙҙәрен яҡлау, һаҡлау өсөн кешегә ташланалар ҙа инде. Әгәр ҙә нәҙекәйбил һеҙҙең тирәлә осоп йөрөй икән, уны ҡыумағыҙ, янығыҙҙан киткәнсе туҡтап тороғоҙ.
Ҡорт саҡҡан урын ҡыҙара, организмда хәлһеҙлек барлыҡҡа килә, тын ҡыҫыла, баш әйләнә, 5 – 15 минуттан тәндә тимгелдәр күренә. 20 – 30 минуттан һуң был урын шешеп сыға. Ҡорт ағыуына һиҙгер һәм йөрәге сирле кешеләрҙә шок барлыҡҡа килергә, тын алыу туҡтарға, тән тимгелдәр менән ҡапланырға мөмкин. Был ваҡытта ауырыуҙы кисекмәҫтән ятҡырырға, вентиляторҙы ҡабыҙып, һауа өрҙөрөргә кәрәк. Телде, тамаҡты, аңҡауҙы саҡһа, айырыуса ҡурҡыныс, сөнки кешенең тыны ҡыҫыла.
Шулай уҡ ҙур ҡан тамырҙарын, күҙҙе саҡҡан осраҡта ла ғүмергә ҡурҡыныс янауы бар. Аллергия менән яфаланыусыларға ла ҡорт сағыу килешмәй. Бындай саҡта кеше шешенә, ҡысына, күңеле болғана, ҡоҫа, эсе китә, астма өйәнәге, анафилактик шок барлыҡҡа килә.
Бал ҡорто саҡҡандан һуң нисек итеп беренсе ярҙам күрһәтергә?
- Иң башта тәнгә ҡаҙалған уғын алырға. Яраға ауыртыуҙы баҫыу өсөн петрушка япрағы ябырға. Аллергик реакция барлыҡҡа килмәһен тиһәгеҙ, петрушка төнәтмәһе эсергә.
-Шулай уҡ нишатыр спирты йәки тырнаҡ гөлө төнәтмәһе, бал һылаһаң да була. Бындай ваҡытта димедрол, папаверин, преднизолон, гидрокортизон, супрастин, тавегил кеүек дарыуҙар эсергә кәрәк.
Ҡорт ағыуына көслө аллергия күҙәтелһә, “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртығыҙ.