RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күрем тураһында “уңайһыҙ” һорауҙар һәм уларға яуаптар

17.08.2019 Күрем тураһында “уңайһыҙ” һорауҙар һәм уларға яуаптар


1. Күрем ваҡытында ауырға ҡалырға мөмкинме?
Эйе. Ауырға ҡалыу осоро – “фертиллек тәҙрәһе”, ғәҙәттә, циклдың 10 – 14-се көндәренә тура килә. Ләкин ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында, хатта цикл даими булғанда ла, ул “тәҙрә” иҫкәртеүһеҙ күсә ала. Шунлыҡтан күрем мәлендә лә балаға ҡалыу ихтималлығы бар.

2. Күрем килгәндә эстең ауыртыуы нормаға ярашлымы?
Юҡ. Күрем бер аҙ уңайһыҙлыҡ тыуҙырһа ла, был көндәлек тормошҡа әллә ни йоғонто яһамаҫҡа тейеш. Ләкин ҡан ғәҙәттәгенән күберәк килә башлаһа, тартышыу күҙәтелһә, гормондар өҙөклөгө, аналыҡ фибромаһы, ҡан әйләнешенең боҙолоуы кеүек сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында гинеколог менән кәңәшләшеү кәрәк.

3. Күрем осоронда спорт менән шөғөлләнергә мөмкинме?
Әлбиттә, мөмкин, хатта кәрәк тә, ти табиптар. Атлау, йүгереү, йөҙөү, йога кеүек физик күнегеүҙәр аналыҡтың киҫкен ҡы­ҫылыуы сәбәпле тыуған ауыртыу тойғоһон кәметә.
Хәйер, организмды тыңлау артыҡ булмаҫ. Әгәр ҙә хәлһеҙлек, ауыртыу тойһағыҙ, күнекмәләрҙән, ауыр эштән баш тартып, табипҡа күренеү яҡшыраҡ.

4. Күрем мәлендә һыу инергә буламы?
Тампон ҡулланғанда, мөмкин. Тик һыуҙан сығыу менән уны мотлаҡ яңыһына алмаштырырға кәрәк.

5. Бер тампонды нисә сәғәт йөрөтөргә була?
Табиптар тампонды һәр 3 – 8 сәғәт һайын алмаштырырға ҡуша.
Әйткәндәй, уны эстә оҙаҡ тотҡанда токсиндар шогы тип аталған һирәк осраған, әммә бик хәүефле өҙлөгөүгә юлығырға мөмкин. Уға тиребеҙҙә йәшәгән бактериялар сәбәпсе. Ҡайһы ваҡыт шул бактериялар тампон епсәләренә эләгеп, йәшен тиҙ­легендә арта башлай, бер ыңғайы ҡутарып токсиндар бүлеп, организмды ағыулай. Көслө интоксикация хатта үлемгә лә килтерә.
Тампонды ҡасан алмаштырғанығыҙҙы иҫ­ләмәй, киҙеү менән ауырый башлағандағы кеүек билдәләрҙе күҙәтһәгеҙ (температура күтәрелеү, ҡалтыраныу, хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, йөрәк болғаныуы), шунда уҡ “Тиҙ ярҙам” саҡыртығыҙ.

6. Тампон эстә юғала аламы? Мәҫәлән, аналыҡ эсенә инеп китеп?

Юҡ. Инәлек еңсәһе ул тиклем тәрән түгел – оҙонлоғо ярһыған хәлдә лә 17 – 18 сантиметрҙан артмай. Инәлек еңсәһенә нимәлер тыҡҡанда, ул тар ғына аналыҡ муйынсаһына барып төртөлә. Ә аналыҡ муйынсаһы артыҡ бер нәмәне лә – сит бактерияларҙы ла, механик киҫәксәләрҙе лә – үткәрмәүсе һаҡлағыс кәртә. Шул иҫәптән тампонды ла. Йәғни ул бер нисек тә эстә юғала алмай.

7. Күрем ваҡытында күпме ҡан бүленергә тейеш?
Күрем өс көн килһенме әллә бер аҙнамы, бүленгән ҡандың күләме уртаса 30 – 70 мл (2 – 5 ҡалаҡ) була.

8. Ҡандың күберәк килеүе үтә хәүефлеме?
“Күберәк” тигән 4 ҡалаҡтан саҡ ҡына ашыуыраҡ булһа, был – норма. Ләкин күрем шыйыҡсаһы ҡан ғына түгел. Унда шулай уҡ аналыҡтың лайлалы тиресәһе өлөшсәләре лә була. Һәр күрем төрлөсә килә торған – йә күберәк, йә әҙерәк. Шуға ла, күңел бол­ғаныу, хәлһеҙлек, ауыртыныу ҡатыш спазмдар күҙәтелмәһә, борсолорға урын юҡ.
Ә шулай ҙа:
– әгәр прокладка (тампон) бер сәғәттә ҡанға тулып, был бер нисә сәғәт дауам итһә;
– ҡан күп килеү сәбәпле, бер юлы тампонды ла, прокладканы ла ҡулланырға тура килһә;
– ҡан ағыу ете тәүлектән ашып китһә;
– күрем көслө һыҙланыу, ауыртыу менән килһә, хәлһеҙлек, баш әйләнеү менән оҙатылһа, МОТЛАҠ ГИНЕКОЛОГҠА КҮРЕНЕРГӘ!

9. Ҡан ҡуйырығы бүленеү нормамы?
Эйе. Ҡуйырыҡтар – аналыҡтың күрем ва­ҡы­тында айырылған лайлалы тиресәһе өлөшсәләре ул. Уларҙың диаметры 2 – 2,5 сантиметрҙан артмаһа, тулҡынланырға урын юҡ. Ҡуйырыҡтар ҙурыраҡ икән, та­бипҡа күренегеҙ, сөнки ундай бүлендектәр йыш ҡына киста, полип, аналыҡ миомаһы билдәһе лә була. Сәбәбен асыҡлап, һөҙөмтәһе буйынса ваҡытында дауаланыу курсын үтеү яҡшы.

10. Әгәр тест ауырға ҡалыуҙы күрһәтеп, һуңынан ҡан китә икән, был бала төшөүҙе аңлатамы?
Бында бер нисә вариант булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ике һыҙаттың ябай хата булыуы мөмкин. Был хәл инструкцияны боҙоп, тесты бәүелдә кәрәгенән оҙағыраҡ тотҡанда йәки тестың ҡулланыу ваҡыты сыҡҡанда күҙәтелә.
Ә бәлки, хорионик гонадотропин (ХГ йәки ХГЧ) кимәле күтәрелгәндер. Ҡағиҙә булараҡ, был гормондың кимәле ауырға ҡалғанда күтәрелә һәм тап уны стандарт тестар икенсе һыҙатты күрһәтеп, билдәләй. Әммә ҡайһы бер осраҡта ХГЧ башҡа сәбәптәр арҡаһында ла күтәрелә, мәҫәлән, түлһеҙлектән ҡабул ителгән дарыуҙарҙан. Йәки һаулыҡ менән бәйле проблемаларҙан да күтәрелә: йомортҡалыҡта киста, шеш булғанда, бөйөр ауыртҡанда, бәүел юлдарына инфекция эләккәндә һ.б.
Ысынлап та, яралғының төшөүе лә мөм­кин. Әгәр ҙә аталандырылған инә күҙәнәктә хромосома аномалиялары булһа, аналыҡ уны имплантациянан һуң шунда уҡ ситкә тибә. Статистика күрһәтеүенсә, бала төшөү­ҙең 50 – 75 проценты ошо иртә осорға тура килә.
Һәр хәлдә, тест тәүҙә ике һыҙат күрһәтеп, һуңынан күрем башланһа, гинекологҡа барырға кәрәк. Табип ҡына хәүефте иҫкәртә аласаҡ.

11. Күремдең ваҡытында килмәүе буйға уҙыуҙы аңлатамы?
Әгәр ҙә һеҙ һау-сәләмәт, әүҙем енси тормош менән йәшәйһегеҙ икән, күпселек осраҡта был һорауға ыңғай яуап бирергә була. Күрем ваҡытында килмәһә, тест һатып алып, тикшереү артыҡ түгел. Әммә ҡайһы саҡ гормондар өҙөклөгө, стресс, климатты алмаштырыу кеүек факторҙар ҙа айлыҡ циклдың боҙолоуына сәбәпсе була.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…