21.06.2019 Оҫта ҡуллы табип
Илдар Шәрипов Өфө ҡалаһының 18-се дауаханаһында акушер-гинеколог булып эшләй. Юғары категориялы табип үҙ эшен бик яратып башҡара. Ауырыуҙарына ҡарата иғтибарлы, коллективта ҙур абруй ҡаҙанған белгес үҙенең буласаҡ һөнәрен һайлауҙа туған мәктәбенең өлөшөн дә юғары баһалай. Межгорье ҡалаһының 1-се мәктәбенең уҡытыусылар коллективын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.
Белорет медицина училищеһының фельдшер-акушер бүлеген тамамлап, бер йыл Учалы ҡалаһы дауаханаһында эшләп ала. Шунан Өфө дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгес Өфөнөң 18-се дауалау учреждениеһында яратҡан һөнәре буйынса эш башлай.
– Коллективыбыҙ бик дуҫ, татыу. Эште күмәкләшеп, кәңәшләшеп башҡарабыҙ. Гинекология бүлегендә, ҡатын-ҡыҙ табиптарҙан башҡа, биш ир-егет эшләйбеҙ. Бүлек мөдире Ирина Александровна Круглованан да бик уңдыҡ. Эшем бик оҡшай, – тип һөйләй Илдар Хәниф улы.
Тәжрибәле табиптың ҡатын-ҡыҙҙарға әйтер теләктәре, бирер кәңәштәре лә бар. «Һәр гүзәл зат парикмахерҙың, стоматологтың, гинекологтың йыш ҡунағы булырға тейеш. Ярты йыл һайын гинекологҡа күренеп торорға кәрәк. Ун биш йәштән ҡыҙ балаларҙы ла балалар гинекологына күрһәтеү мотлаҡ. Ҡатын-ҡыҙ үҙенең һаулығына битараф булырға тейеш түгел. Табипҡа барыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырмаһындар ине», – ти ул.
Илдарҙың тырыш, ныҡышмал булыуы һоҡланғыс. Быға бер генә миҫал килтереү ҙә етә. Урта мәктәпте тамамлағас, ул документтарын Башҡорт дәүләт медицина институтына тапшыра. Әммә конкурстан үтә алмай. Әммә алдына алған маҡсатынан тайпылмай, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Бер йылдан һуң, унда уҡып йөрөгән килеш Пермь медицина институтына инеү өсөн үҙ көсөн һынап ҡарай. Өсөнсө йылына – Силәбегә, дүртенсе йылына йәнә Өфөгә барып, һынау тота. Училищены тамамлап, Учалыла дауаханала бер йыл эшләгәс, Илдар бишенсе тапҡыр медицина вузына документтарын тапшыра һәм, ниһайәт, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты булып китә! Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Егеттең шау-шыулы, күңелле студент тормошо һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Әлеге көндә ул шатланып, дәртләнеп, Өфө һәм республика ҡатын-ҡыҙҙарының һаулығын ҡайғыртып, тырышып эшләп йөрөй. «Яҡшы табип, йылдар үткән һайын көслөләнгән коньяк кеүек, эшләй-эшләй оҫтара», – тип әйтергә ярата юғары категориялы акушер-гинеколог Илдар Шәрипов.
Ғаиләһендә ул – һөйөклө ир, яҡшы атай. Яратҡан ҡатыны Юлиә менән Амалия исемле ҡыҙ үҫтерә.
Арабыҙҙа Илдар Хәниф улы кеүек яҡшы белгестәр булғанда, бер ниндәй ҙә ауырыу ҡурҡыныс түгел. Барыһына ла тик һаулыҡ ҡына теләй табип. Уның үҙенә лә иҫәнлек-һаулыҡ теләп, яҡынлашып килгән байрамдары – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.