RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дауалау ванналары

14.06.2019 Дауалау ванналары

Гидротерапия борон-борондан бил­дәле. Иң ябай һәм һөҙөмтәле был дауалау сараһы күп кенә сирҙән арынырға ярҙам итә.

Ваннаға һалҡын, йылы һәм эҫе һыу тултырып инергә мөмкин. Һалҡын ванна организмды тынысландыра, нервы системаһы, йөрәк-ҡан тамырҙары эш­мәкәрлеген көйләй, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ҡан баҫымын күтәрә.

Йылы ванна мускулдарҙы ял иттерә, ауыртыуҙы баҫа, йоҡоно яҡшырта, ҡан баҫымын төшөрә.

Эҫе ванна тир бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, арыуҙы баҫа, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ҡан баҫымын төшөрә.

Йылы ваннаны 10 – 20 минут төшөргә мөмкин, ә һалҡын һәм эҫе ваннала 3 минут ҡына ятырға кәңәш ителә.

Ҡағиҙә булараҡ, дауалау ванналарын аҙнаһына 2 – 3 тапҡыр инергә мөмкин. Ванна төшөр алдынан бер нисә физик күнегеү эшләп алыу ҙа файҙалы. Ваннанан һуң сайынмай ғына, тәнде йомшаҡ таҫтамал менән ҡоротоп алырға кәрәк.

Гидротерапияла үләндәр төнәтмәһенән әҙерләнгән ванналар айырым урын алып тора. Уны бер генә үләндән, шулай уҡ төрлө үлән ҡушып та әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн 100 г киптерелгән йәки 600 г яңы өҙөлгән үләнгә бер литр һыуыҡ һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға һәм бер сәғәт йылы урында төнәтергә, әҙер төнәтмәне һөҙөп алып, һыу тултырылған ваннаға ҡойорға кәрәк.

Шулай итеп, ниндәй ауырыуҙан ниндәй ванна ҡабул итергә мөмкин?

- Ромашка, кесерткән, мәтрүшкә, эт дегәнәге (һырлан) һәм сөйәл үләненән әҙерләнгән ванна организмдың йәшәү көсөн арттыра, тирә-яҡ мөхиттең кире йоғонтоһона ҡаршы тороусанлығын көсәйтә, тирене матурайта.
- Имән ҡайырыһы ҡушып әҙерләнгән ванна ялҡынһыныуға ҡаршы ҡулланыла. Уны тире ауырыуҙарынан һәм ҡан тамырҙары киңәйеүҙән тәҡдим итәләр.
- Бесәй үләне (ирәүән) төнәтмәһенән әҙерләнгән ванна нервыларҙы тыныс­ландырырға, хроник арығанлыҡтан ары­нырға, ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә.
- Бауыр, үт ҡыуығы, ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙарынан йылантамыр, бөтнөк үләне, ылыҫлы ванналарҙың файҙаһы тейә. Әммә улар башҡасараҡ әҙерләнә.

Йылантамыр төнәтмәһенән ванна әҙерләү өсөн 500 г үләнгә 3 л ҡайнар һыу ҡойоп, өс сәғәт төнәтергә һәм 36 градуслы һыу тултырылған ваннаға ҡойорға. Бындай ваннаны көн һайын 10-ар минуттан ун көн инергә кәрәк.

Бөтнөк ваннаһы.
300 г кипкән үләнгә 5 л ҡайнар һыу ҡойоп, 2 – 3 сәғәт төнәтергә һәм һыу тултырылған ваннаға ҡойорға. Һыу 36 – 37 градус булырға тейеш. Шулай уҡ 10 – 15-әр минут ун көн дауамында ҡабул итергә кәңәш ителә.

Ылыҫлы ванна.
100 г шыршы, ҡарағай йә кедр ағасы ылыҫына 5 л ҡайнар һыу ҡойоп, биш сәғәт төнәтергә. Әҙер төнөтмәне һыу тултырылған ваннаға ҡойоп, 10 – 15 минут ятып торорға. Дауаланыу курсы – 10 көн.
Ылыҫлы ванналар шулай уҡ нервыны тынысландыра, йоҡоно көйләй. Кемдәр көсөргәнешле аҡыл эшмәкәрлеге менән мәшғүл, уларға айырыуса файҙалы.

- Артыҡ кәүҙә ауырлығы менән инте­геүселәргә һәм ябығырға хыял­ланыусыларға тоҙло һәм сәнскәк (шайтан таяғы) үләне төнәтмәһенән ванна әҙерләп төшөргә кәрәк. Тоҙло һыуҙан әҙерләнгән ванналар шулай уҡ йөрәк аритмияһынан, быуындар һыҙлауынан, умыртҡа бағанаһы ауырыуҙарынан ярҙам итә, ауыртыуҙы баҫа.
- Шайтан таяғы төнәтмәһенән ванна ор­ганизмда матдәләр алмашыныуын көсәйтә, шлактарҙы сығарырға, целлюлиттан ҡотолорға булышлыҡ итә. Ул түбәндәгесә әҙерләнә: 250 г үләнгә 1 л ҡайнар һыу ҡойоп, 10 – 15 минут төнәтергә һәм һыу тултырылған ваннаға ҡойорға. Бындай ваннаны көн һайын 15 – 20 минут инергә мөмкин.

Иҫкәрмә: шифалы үләндәрҙән әҙерләнгән ванна өсөн эмалле ванна ғына ярай. Һәм гидротерапияны ашар алдынан, ашағандан һуң бер сәғәт үткәнгә ҡәҙәр ҡабул итергә ярамай. Шулай уҡ ваннала уң яҡ ҡабырғаға ятырға кәңәш ителә. Йөрәк яғы өҫтә, бер аҙ һыуҙан сығып торорға тейеш.




Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…