12.02.2011 Шифаханаға кемдәр барасаҡ?
Быйылдан инвалидтарҙы һәм ветерандарҙы реабилитациялау саралары һәм санаторийҙарға путевкалар менән республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәьмин итәсәк.
Ведомство министры Ленара Иванова әйтеүенсә, был маҡсатта 610 миллион һум аҡса бүленгән – былтырғыға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк.
Өфөнөң һәм республиканың бөтә райондарында ла халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса комплекслы үҙәктәр эшләй. Икенсе төрлө әйткәндә, бөтә документтарҙы ла йәшәгән урының буйынса ошо үҙәккә бирергә мөмкин. Йыл башынан комплекслы 68 үҙәккә 2,5 меңдән ашыу ғариза килгән.
Граждандарҙы реабилитациялау саралары һәм санатор-курорт дауаланыуға путевкалар менән тәьмин итеүсе берҙәм республика үҙәге февраль аҙағында Өфөлә Зорге урамы, 15/1 адресы буйынса асыласаҡ. Әлегә иһә бөтә һорауҙар менән 276-73-53 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Үҙәккә кемдәр мөрәжәғәт итә ала:
– шәхси реабилитациялау программаһында ҡаралған техник реабилитациялау саралары һәм хеҙмәттәре менән тәьмин ителергә тейешле инвалидтар;
– протез һәм протез-ортопедия изделиелары менән тәьмин ителергә тейешле ветерандар;
– федераль закондарға ярашлы санатор-курорт дауаланыуға путевкалар бирелеүсе граждандар, шулай уҡ I төркөм инвалидтарҙы һәм инвалид балаларҙы оҙатып йөрөүселәр.