05.02.2011 Сәләмәтлек йөҙҙә сағыла
Ғәҙәттә, һәр гүзәл заттың иртәһе битен тәрбиәләүҙән – крем һөртөп, макияж һалыуҙан башланһа, кис уны йыуыу, битлек эшләү менән тамамлана. Бит тиреһе, ҡышҡы һыуыҡта тиҙ генә ярылып барғанлыҡтан, айырыуса һаҡсыл тәрбиә талап итә. Шунлыҡтан бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
ҡыш битегеҙҙе һабынлап, крандан ағып торған һыуҙа йыумағыҙ. Юғиһә тирегеҙ былай ҙа ҡаты һыуҙа күп булған магний һәм кальцийлы шекәрә менән ҡаплана. Белгестәр, бигерәк тә минераль һыу менән йыуыныу файҙалы, тип һанай. Бынан тыш, составында спирт булмаған лосьон йә тоник һайларға мөмкин.
Крем һайлай белеү ҙә төп шарттарҙың береһе икән. Тышында «Һыуыҡ көн өсөн» тигән яҙыуы булһа, үтә яҡшы. Сөнки бындай кремдар тәбиғи компоненттарға бай була. ҡышҡы һыуыҡта биткә майлы кремдар һөртөү дөрөҫ булыр. Әммә үҙеңдең урамда күпме лә, бина эсендә нисә сәғәт булыуыңды иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр урамда 10 минут йөрөп, тотош көнөгөҙҙө йылы эш урынында үткәрәһәгеҙ икән, крем артыҡ майлы булырға тейеш түгел. Ни өсөн тигәндә, йылыла үтә майлы крем тирегә тын алырға ирек бирмәйәсәк.
Кремды биткә урамға сығырҙан бер сәғәт алда яғырға кәрәк. Юғиһә, нәҙек ҡан тамырҙары ҡалҡып сығып, тирегеҙҙең төҫө боҙоласаҡ.
Киске йоҡо алдынан да бит тиреһенә иғтибар бүлеү мотлаҡ. Битегеҙҙе таҙартҡас, төнгө крем һөртөп, күҙәнәктәрен асығыҙ. ҡан әйләнеше яҡшырып, тирегеҙ ял итәсәк. 20 минут үткәс, яғылған кремды салфетка менән һөртөп алығыҙ. Таҙартыусы скрабтар ҡулланыу тыйыла, сөнки улар тиренең һаҡланыу барьерына зыян килтерә.
ҡышын тире дымландырыуҙы талап итә. Был процедураларҙан һуң тышҡа сығырға ярамағанлыҡтан, улар төндә генә башҡарылырға тейеш.
Ирендәргә лә иғтибарлы булыу зарур. Һыуыҡҡа ярылмаһын тиһәгеҙ, үҙегеҙ менән гел генә гигиена помадаһы йөрөтөгөҙ. Ирен буяғыстар түбән температурала ирендәрҙе киптергәнлектән, тәүҙә гигиена помадаһы һөртөп, шунан төҫлөһө менән буярға мөмкин.
ҡулдар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. ҡулға һөртә торған кремдар өйөгөҙҙә лә, эш урынығыҙҙа ла, хатта сумкағыҙҙа ла ятһын. Яҡшы кремдар тиҙ һеңеп барыусан, эҙ ҡалдырмайҙар. Крем ҡулдарҙы дымландырырға ла, туҡландырырға ла, әсе елдән дә һаҡларға тейеш.
Сәс менән дә проблемалар күҙәтелә – остары һына (асалана), кибә, ҡауаҡ барлыҡҡа килә. Составында спирт булмаған шампунь һайларға тырышығыҙ. Бынан тыш, сәс тә махсус туҡландырыу талап итә. Сәсегеҙҙе көн һайын йыумағыҙ, ял итергә форсат бирегеҙ.
Матур һәм сәләмәт булығыҙ! Сөнки сәләмәтлек иң элек кешенең йөҙөндә сағыла.