05.02.2011 Эпидемия
Грипп – көслө йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул һап-һау кешене лә аяҡтан йығыуы менән ҡурҡыныс. Бөгөн, сиргә бәйле, күп кенә төбәктәрҙә карантин иғлан ителгән. Бер беҙҙә генә түгел, сиктәш Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Удмурт, Татарстан республикаларында ла шул уҡ хәл. Был мәкерле сир йәшен, ҡартын һайламай.
Республиканың баш ҡалаһында ғына вируслы инфекция менән ауырыусы 13 мең кеше теркәлгән. Сирләүселәрҙең дүрттән өс өлөшөн уҡыусылар тәшкил итә. Йөҙҙән ашыу кеше инфекция дауаханаларына һалынған. Ә республика буйынса мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, 35 мең кеше киҫкен респиратор ауырыу һәм киҙеү менән ауырыған, уларҙың 68 проценты –14 йәшкә тиклемге балалар.
Билдәләре
Киҙеү диагнозы эпидемия осоронда ғына ҡуйыла башлай. Уның төрө танауҙан һәм тамаҡтан алынған анализ буйынса асыҡлана. Ғәҙәттә, киҫкен респиратор инфекция менән ауырығанда ла, киҙеүҙә лә бер үк дауалау билдәләнә.
Грипп менән ауырый башлау шунда уҡ һиҙелмәй. Сир йоҡҡандан һуң 1–3 көн үткәс кенә ауырлыҡ тоя башлайһың. Кинәт кәйеф боҙола, баш, тән ауырта, быуындар хәлһеҙләнә, ҡалтырата. Температураның 39 градустан да юғарыраҡ күтәрелеүе ихтимал. Уға тымау, йүтәл ҡушыла. Хатта күңел болғаныу, ҡоҫоу, танау ҡанау кеүек күренештәр ҙә күҙәтелеүе мөмкин. Грипп төрлөсә уҙа, организмдың һаҡлағыс көстәре кәмей, башҡа микробтарға ҡаршы тороусанлыҡ түбәнәйә. Һөҙөмтәлә сир төрлө өҙлөгөүҙәргә алып килә. Мәҫәлән, грипп үткәргән кеше йыш ҡына үпкә ялҡынһыныуынан, үҙәк нервы системаһы боҙолоуҙан, йөрәк, бөйөр сәнсеүенән интегә.
Нисек һаҡланырға?
Иң ҡулай һаҡланыу сараһы – киҙеүгә ҡаршы прививка. Вакциналанған булып та, ауырыйһың икән – сир барыбер еңелерәк үтә. Башҡортостандың баш санитар табибы Роберт Такаевтан алған мәғлүмәттәр буйынса, 2010 йылда республика халҡының 24,4 проценты киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән. Прививканан һуң вирусҡа ҡаршы тороусанлыҡ ике аҙнанан һуң барлыҡҡа килә.
Киҙеү айырыуса тәүге өс көндә зарарлы. Тимәк, арағыҙҙа берәү ауырыһа, шунда уҡ «больничный»ға китеүен һорағыҙ. Уның үҙенә лә, һеҙгә лә яҡшы буласаҡ. Сирле сөскөрөү аша инфекцияны илленән ашыу кешегә йоҡтора ала. Һауа аша йоҡҡан вирустар ете метрға тиклем тарала. Киҙеү вирустары үтә «теремек». Кеше ҡулын ябып сөскөргән хәлдә лә, вирустарҙан ҡотолоу мөмкин түгел. Сөнки ауырыу шул уҡ ишек тотҡаһын тота. Шуға күрә ҡулығыҙҙы йышыраҡ һабынлап йыуығыҙ, тип кәңәш бирә табиптар.
Эпидемия ваҡытында йәмәғәт урындарына йөрөмәүең, дөйөм туҡланыу урындарында тамаҡ ялғамауың, ҡул биреп күрешмәүең хәйерле. Шулай уҡ гигиена талаптарын ҡәтғи үтәү, битлек кейеү, бүлмәләрҙе даими елләтеү, нормаль температура режимын һаҡлау зарур. Дөрөҫ туҡланыу, калорияға бай ризыҡтар, кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер, алма, цитрус емештәр ашау ҙа файҙалы. Танау тишектәренә оксолин йәки виферон майы һөртөргә онотмағыҙ. Һарымһаҡ һәм антибактериаль матдәгә бай прополис ашарға кәрәк. Йылан тамыры, мелисса, бөтнөк сәйҙәре эсергә тырышығыҙ. Әммә был үләндәрҙе ҡайнар һыуҙа бешереү дөрөҫ түгел. Был осраҡта улар барлыҡ файҙалы матдәләрен юғалта. Төнәтмәне йылы килеш, шәкәрһеҙ һәм балһыҙ эсергә кәрәк. Онотмағыҙ, быларҙың барыһы ла профилактика ғына. Дауаланыу барышында былар ғына ярҙам итмәйәсәк.
Һаулыҡ микстураһы ла бик файҙалы. Уны түбәндәгесә әҙерләйҙәр. 50-шәр мл алоэ һутын, каланхое, аралия һәм элеутерококты бергә ҡушып, төнәтмә әҙерләгеҙ. Уны сәйгә 10 – 15 тамсы тамыҙырға. Алоэ һутын танау тишектәренә һөртөргә мөмкин. Уның һутын һығып алыу өсөн япраҡтарҙы биш-ете көн һыуытҡыста тоторға кәрәк. Киҙеүҙән ылыҫлы төнәтмәләр ҙә ныҡ ярҙам итә.
Хаҡ артыуына юл ҡуйма!
Эпидемия көсәйгән мәлдә дарыуханаларҙа ябай ғына теге йәки был дарыуҙың «юғалыуы», күп тә үтмәй, уларға хаҡ күтәрелеүе кеүек кире күренештәр ҙә юҡ түгел. Былтыр, мәҫәлән, ауырыу көсәйгән мәлдә дарыуханаларҙа битлек, оксолин майы эҙләп табырлыҡ булмаһа, быйыл дарыуҙарға хаҡ күтәреүселәр ҙә юҡ түгел. Был осраҡта Рәсәй һаулыҡ һаҡлауҙы күҙәтеү идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса фармацевтика эшмәкәрлеген контролләү һәм күҙәтеү бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Аноним ялыуҙар ҡаралмай. Ялыуҙар яҙма, телефон аша ла ҡабул ителә.
Дауаланыу
Әгәр сөскөрә башлаһағыҙ, үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, тамағығыҙ әсеп, танауығыҙ ҡысытып тора икән, дарыуханаға йүгерегеҙ. Гриппологтар фекеренсә, вирустан тик махсус препараттар ғына ярҙам итә. Ғәҙәттә, үҙ белдегең менән алырға күнегелгән ремантадин кеүек боронғо препараттарҙың вирустарға ҡаршы тороусанлығы түбәнәйеүен танымау мөмкин түгел. Шуға күрә дауалауҙы табип билдәләргә тейеш. Табиптар йыш ҡына һуңғы ваҡытта оциллококцинум исемле препаратты билдәләй. Ул, ауырыуҙың ниндәй стадияһында булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы ярҙам итә. Әммә уны профилактика ниәтендә аҙнаһына бер-ике дозала алдан ҡуллана башлау тағы ла отошлораҡ. Уны ололарға ла, балаларға ла бирергә мөмкин. Кире эҙемтәләре юҡ. Арбидол, кагоцел эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә.
Интерферон тамыҙыу ҙа ярҙам итә. Тик уны аҙнаһына бер түгел, ә көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлау яҡшы һөҙөмтә бирә. Өс сәғәттән һуң ул һаҡлаусы сара була ала – танауға эләккән вирустарҙы юҡ итә.
Ауырыған саҡта составында аспирин булған препараттарҙы эсеүҙән тыйылырға кәрәк. Улар ҡанды шыйығайта. Ә юғары температура ваҡытында был хәүефле. Шунлыҡтан киҙеүҙән баш ауыртҡанда табиптар ибупрофен йәки составында парацетамол булған препараттарҙы эсергә ҡуша.
«Сусҡа киҙеүе»
Баш ҡалала «сусҡа киҙеүе»нән Австралия гражданының үлеүе һәр кемде лә борсоуға һалғандыр. Ул Өфөгә ҡунаҡҡа килгән була. Вафатына тиклем һөйләүенсә, самолетта осҡанда йәнәшәһендәге креслола бер туҡтауһыҙ сөскөргән һәм йүткергән Гонконг иле вәкиле ултырған. Ике көндән иһә ул үҙен насар хис иткән: тәҡәтһеҙ башы ауыртҡан, тәне һыҙлаған, йүтәле асылған, температураһы күтәрелгән, күңеле болғанған. Сит ил ҡунағын тәүҙә баш ҡаланың 22-се клиникаһына килтерәләр, һуңынан – инфекция ауырыуҙары дауаханаһына, артабан сит ил граждандарын дауалау буйынса эшләгән 21-се клиникалағы бүлеккә урынлаштыралар. Табиптар күпме көс һалһа ла, ауырыуҙың хәле насарайғандан-насарая. «Сусҡа киҙеүе» диагнозы ун ике көндән һуң, йәғни 21 ғинуарҙа ғына ҡуйыла. Ә өс көндән ул донъя ҡуя. Асыҡланыуынса, сит ил ҡунағының быға тиклем үк сәләмәтлегендә проблемалары булған. Алтмыш бер йәшлек ирҙең иммунитеты бик ныҡ ҡаҡшаған, лимфома, диабет менән сирләгән. Был – быйыл беҙҙә киҙеүҙән үлеүҙең беренсе осрағы. Быға тиклем грипп теркәлмәгән булған. Әле дауаханала ятыусы Силәбе өлкәһенән килгән ҡатында ла «сусҡа киҙеүе» асыҡланған.
SОS
А вирусы аша тыуған респиратор ауырыу. Ул H1N1 тибына ҡарай. Ул айырыуса көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын көсәйә. Кешегә һауа, тын юлдары аша йоға. Ауырыу ваҡыты – ете – ун көн. «Сусҡа киҙеүе»нең билдәләре ҡәҙимге миҙгел киҙеүенеке кеүек: юғары температура, йүтәл, тамаҡ, баш, тән ауырта, тымаулата, ҡалтырата, тын алыуы ауырлаша, хәлһеҙлек күҙәтелә. «Сусҡа киҙеүе» йыш ҡына пневмонияға әйләнә, хатта үлемгә килтерә.
Белгес кәңәше
«Сусҡа киҙеүе» йоҡмаһын
Валерий ЕГОРОВ,
БДМУ-ның инфекция ауырыуҙары кафедраһы мөдире:
– «Сусҡа киҙеүе»нән берҙән-бер һаҡланыу сараһы – прививка. Уны поликлиникала теләгән ваҡытта эшләтергә мөмкин. Вакцина эшләткәндән һуң дүрт көн үткәс, организмда ауырыуға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. Был ҡурҡыныс сирҙән оксолин майы ғына һаҡлай алмай. Битлекте лә һау кеше түгел, сирле кейеп йөрөргә тейеш.
«Сусҡа киҙеүе»н мөмкин тиклем «йүгәнләү» ниәтендә Өфө аэропортында табиптар тикшереү үткәрә.