31.05.2019 Дарыу үләндәрен нисек йыйырға һәм һаҡларға?
Яҙ һәм йәй миҙгелдәре – дарыу үләндәрен йыйып, киптереп ҡалыу осоро. Шифалы төнәтмәләр, сәйҙәр әҙерләү өсөн үләндәрҙең япрағы, сәскәһе, орлоғо, тамыры, ағастарҙың бөрөһө, ҡайырыһы, емештәре файҙаланыла. Ҡайһы өлөшөндә әүҙем йоғонто яһаусы матдәләр күп, шуныһы алына. Уларҙы йыйыу һәм әҙерләүҙең дә үҙ тәртибе бар. Был ҡағиҙәләрҙе тотмау үләндәрҙең шифалы үҙенсәлектәренең кәмеүенә һәм тәбиғәткә зыян килтереүе бар. Мәҫәлән, бер йыллыҡ үләндәрҙе өҙгәндә, орлоҡҡа сәскәләренең күберәк өлөшөн ҡалдырырға кәңәш ителә.
Үләндәрҙең тупраҡты, һыуҙы, һауаны зарарлаусы ағыулы матдәләрҙе үҙҙәренә йыя торған үҙенсәлеге хаҡында оноторға ярамай. Шуға күрә уларҙы автомобиль юлдарынан һәм сәнәғәт предприятиеларынан алыҫта, матур тәбиғәт ҡосағында йыйырға кәңәш ителә. Шулай уҡ күпләп мал аҫралған урындарҙан да алыҫыраҡ йөрөргә кәрәк.
Ҡайын, ҡарағай, тирәк бөрөһөн иртә яҙҙан (март-апрель айҙарында) оло ағастарҙың ситке ботаҡтарынан йыялар. Йәш үҫентеләрҙең бөрөһөн өҙөргә ярамай, уларға үҫергә кәрәк. Бөрөлә сайыр күп, шунлыҡтан уларҙы оҙаҡ итеп, һалҡын, яҡшы елләтелгән бүлмәлә таратып һалып киптерәләр.
Ағас ҡайырыһы ла яҙ, ағастар күпләп һут ебәрә башлаған мәлдә йыйыла. Был ваҡытта улар еңел генә айырыла. Ҡайырыны ағастың олононан түгел, ә ситтәге ботаҡтарынан һәм йәш һабаҡтарынан алырға. Ваҡлап, яҡшы елләтелгән урында йә тышта киптерәләр.
Япраҡтарын, үләнде, сәскәләрҙе ҡоро ҡояшлы көндә иртәнге сәғәт 8 – 9-ҙарҙа йыйырға кәрәк. Үләндең йыйылған өлөштәрен бер-ике сәғәт эсендә киптерергә таратып һалырға онотмағыҙ.
Япраҡтарын күп осраҡта үҫемлек сәскә атҡан ваҡытта йыялар. Был осорҙа унда файҙалы матдәләр ҙә күбәйә. Әммә ҡайһы берәүҙәрен, атап әйткәндә, күп йыллыҡтарҙы һуңынан да йыйырға мөмкин. Япраҡтарҙың урта һәм аҫҡы өлөштә үҫкәнен алырға кәңәш ителә.
Сәскәләрҙе яңы ата башлаған осорҙа йә атырға әҙерләнгән ваҡытта йыйырға тәҡдим ителә. Сәскә – үҫемлектең иң нескә өлөшө, шуға күрә бик һаҡ булырға кәрәк. Ғәҙәттә, күләгәлә, йоҡа ғына ҡатлам итеп һалып киптерәләр.
Дарыу үләндәрен дә сәскә атҡан ваҡытта йыялар. Уларҙың тупраҡтан өҫкө өлөшөн тулыһынса ҡырҡып алырға кәрәк. Күләгәлә, ҡыйыҡ эсендә, сеткаға һалып киптерергә ярай. Кипкәс, ваҡларға мөмкин.
Емештәрен өлгөргән мәлендә әҙерләргә кәрәк, тик артыҡ бешеп, иҙелеп тормаһын. Уларҙы иртән ысыҡ кипкәс, йә кискеһен ысыҡ төшмәҫ борон өҙөп алырға кәңәш ителә. Киптерер алдынан бер-ике көн ҡояшҡа һалып алырға, һуңынан 70 – 80 градуста таҙа аҡ ҡағыҙ өҫтөнә һалып киптерергә.
Дарыу үләндәренең тамырҙарын, бүлбеһен (картуфын) көҙгөһөн, һабаҡтары һәм япраҡтары һарғайғас, ҡаҙып алырға һәм тупраҡтан таҙартып, йыуып, буйлай ҡырҡҡылап, киптерергә.
Әҙер үләндәрҙе туҡыманан тегелгән тоҡсайҙа йә ҡағыҙға төрөп, ҡоро бүлмәлә һаҡларға. Үләндәрҙе һәм сәскәләрҙе бер йыл һаҡларға мөмкин, ә тамырҙарҙы һәм картуфын – 2 – 4 йыл.
Ҡайһы бер осраҡта дарыу үләндәренән төнәтмә әҙерләү өсөн уларҙың онтағы кәрәк. Бының өсөн кипкән үләндәрҙе ит үткәргес аша үткәреү ҙә етә.