RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Астма менән сирләүселәр өсөн диета

29.05.2019 Астма менән сирләүселәр өсөн диета

Билдәле булыуынса, йыш ҡына бронхиаль астманың сәбәбе – аҙыҡ-түлеккә аллергия. Аллергия тыуҙырыусы матдәләр һиҙгер организмға килеп эләккәс, иммун системаһы уларҙы ҡабул итмәй. Һөҙөмтәлә был төрлө ауырыуға, шул иҫәптән бронхиаль астмаға килтерә. Бындай осраҡта аллергологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул тикшереү үткәреп, астма өйәнәгенең ниндәй аҙыҡҡа ҡарата барлыҡҡа килеүен асыҡлай.


Иң йыш күҙәтелгәне – аспирин һәм шуға оҡшаш матдәләр – салицилаттарға ҡарата аллергия. Уларҙы өс төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин:



✔ йәшелсә-емештәрҙә булған тәбиғи салицилаттар;
✔ аҙыҡ-түлеккә төрлө консервант сифатында килеп ингән яһалма салицилаттар;
✔ составында салицилаттар булған дарыуҙар.

Салицилаттар йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән астма бик ауыр үтә. Ә инде аллергия тыуҙырыусы аҙыҡ-түлектән баш тартҡанда ауырыуҙың хәле күпкә еңел­ләшә. Иң тәү сиратта, әлбиттә, бронхиаль астма менән интегеүселәргә сирҙең ниндәйҙер аҙыҡҡа аллергия һөҙөм­тәһендә барлыҡҡа килеүен асыҡлау өсөн медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Ә ауырыуҙы еңелерәк үткәреү өсөн түбәндәге дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлектән баш тартырға:

✔ аспирин, анальгин, амидопирин, фенацетин, индометацин, цитрамон, пенталгин, седалгин, баралгин кеүек составында салицилат булған дарыуҙарҙан;
✔ ҡыҙҙырылған, ҡаҡланған һәм тоҙланған аҙыҡтарҙан;
✔ консерваланған аҙыҡтарҙан;
✔ һурпа кубиктарынан, желатиндан һ.б.;
✔ 100 градустан юғары температурала әҙерләнгән эремсек аҙыҡтарынан;
✔ үҫемлек майы ҡушылған аҡ майҙан, маргариндан һәм унан әҙерләнгән аҙыҡтарҙан;
✔ борос һәм башҡа тәмләткестәрҙән;
✔ помидорҙан, томат пастаһынан, соустан;
✔ йәшелсә-емештәрҙән, киптерелгән емештәрҙән;
✔ картуф, картуф крахмалы һәм унан әҙерләнгән аҙыҡтарҙан;
✔ ҡыяр, татлы борос, ҡабаҡ, кукуруз, редиска, шалҡандан;
✔ хәлүә, арахис, бал, ҡайнатма, джем, һуттарҙан;
✔ сохарый, печенье, ҡалас һәм өҫтөнә шәкәр һибелгән икмәктән;
✔ бөтә төр кондитер изделиеларынан;
✔ алкоголле эсемлектәрҙән;
✔ алкоголһеҙ эсемлектәрҙең дә барыһы ла ярамай.

Ашарға ярай:



✔ ит, балыҡ һәм тауыҡ ите, тәбиғи диңгеҙ продукттары. Бырыһын да һыуҙа бешереп әҙерләргә, һурпаһын һирәкләп кенә эсергә мөмкин;
✔ ауыл һөтөнән әҙерләнгән аҙыҡтар;
✔ йомортҡа (шулай уҡ ауылдыҡы яҡшыраҡ);
✔ көнбағыш майы (көнөнә 1 – 2 ҡалаҡ);
✔ ярмалар (кукуруздыҡынан башҡа);
✔ әстерхан сәтләүеге (көнөнә 5 – 6 бөртөк), йә булмаһа, таҙартылған кедр сәтләүеге (1 – 2 балғалаҡ);
✔ киптерелгән диңгеҙ кәбеҫтәһе (тоҙ урынына көнөнә 1 – 2 ҡалаҡ);
✔ укроп, петрушка, бойҙай үрсеме, көрпә;
✔ икмәк (артыҡ күп ашарға ярамай);
✔ йәшелсәләрҙән кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм һарымһаҡ (көнөнә 1 – 2 бүлкәт);
✔ шәкәр;
✔ сәй, ҡәһүә, какао.

Бындай диета менән организмға витаминдар етмәйәсәк, шунлыҡтан йылына ике-өс тапҡыр минераль матдәләр менән байытылған витаминдар эсеп алыу ҙа зыян итмәй.

Әлбиттә, диета менән генә ауырыуҙан ҡотолоп булмай, шуға күрә табип тәғәйенләгән дауаланыу сараларын да оноторға ярамай.




Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…