27.05.2019 Бәйләнсек ирҙән нисек ҡотолорға?
Урта йәштәрҙәге ҡатынмын. Ирем менән айырылғаныма дүрт йыл. Шул арала бер-ике ир менән аралашып ҡараным. Оҡшамағас, бер нәмә лә килеп сыҡманы. Һәм һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Эйе, социаль селтәргә үҙемдең анкетамды һалдым. Ни булһа ла, гәзит уҡыусылар ҙа белеп ҡуйһын: нормаль ҡатын бер ҡасан да бер ҡайҙа ла үҙенең анкетаһын ҡуймаһын! Шунан миңә бер ирекәй яҙа башланы. Таныштыҡ. Өс-дүрт тапҡыр күрештек. Күңелен йыҡмайым, барыбер кисен бушмын, тип риза булдым. Арабыҙҙа бер нәмә лә булманы, булыуы мөмкин дә түгел. Тәүге осрашыуҙа уҡ оҡшаманы. Һөйләшеү-аралашыуҙа ла нисектер ҡыҙыҡ ҡына хәбәрҙәр һөйләй. Ни булһа ла, ҡотҡарығыҙ әле мине шунан! Нисә тапҡыр әйтәм: беҙ тап килмәйбеҙ, һин башҡаны ҡара, миңә кәрәгең юҡ, тип. Юҡ! Аңлай торған кеше түгел икән. Подъезд төбөнә килеп тороуына ла аптырамайым хәҙер. Уға – 44, миңә – 46 йәш. Ниндәй генә сәбәп, нимә генә уйлап сығармайым – аңламай. Эсеп, иҫереп, ике тапҡыр баҫтырып та йөрөнө. Полицияға әйтер инем, үҙен йәлләйем. Нимә эшләргә икән?
Әмилә.
Тормошта шундай хәлдәр ҙә осрап ҡуя. Бында ирҙәрҙең психологияһын белеү ярҙам итер. Беренсенән, хөрмәтле ир-егеттәребеҙҙең генында тормош башланғысынан уҡ табыу, эҙәрлекләү, еңеү тигән төшөнсәләр һалына. Был турала оноторға ярамай. Әлеге хәлдә нисек килеп сыға: һеҙ уны ҡыуған һайын ирҙең: “Әһә, был ҡылана ғына (ояла, мине яратыуын шулай тип белдерә һ.б.), тимәк, тағы ла тырышырға тейешмен!” – тип уйлауы бар. Һәм алға, артабан да һеҙҙе яуларға! Әммә һүҙ унан нисек ҡотолоу тураһында бит. Уның сәләм-хаттарына тәфсирләп тороп айырылышыу тураһында яуап яҙыу, тәрбиәле ҡатын булараҡ, уға артабан уңыштар теләүҙең бер генә файҙаһы ла булмаясаҡ. Быға үҙегеҙ ҙә инандығыҙ. Күрешкәндә лә нимәлер аңлатып, оҙон-оҙаҡ һөйләүҙең теләгән һөҙөмтәләр бирмәгәнен күрҙегеҙ. Шулай булғас, артабан киттек. Беренсенән, ул ни тиһә лә, эшләһә лә, һеҙҙең яҡтан реакция булмаҫҡа тейеш. Бер ниндәй ҙә. Гүйә һеҙгә берәү ҙә яҙмай, берәү ҙә өндәшмәй. Тулыһынса битараф булыу мөһим, хатта битегеҙҙә бер генә мускул да ҡыбырламаһын. Әлбиттә, әгәр бәйләнсек танышығыҙҙан ысынлап та ҡотолғоғоҙ килһә, бер-ике айҙан был ысул килеп сығасаҡ. Әммә шунан һуң да килгән хаттарға, шылтыратыуҙарға яуаплайһығыҙ икән, киренән ошо хәл ҡабатлана, тигән һүҙ. Шуға күрә иғтибарлы булығыҙ.
Әгәр психик яҡтан һау, ниндәйҙер бәйлелеге булмаһа, һис шикһеҙ, был ирҙән ҡотоласаҡһығыҙ. Әммә тормошта ҡайһы мәлдә психикаһы ҡаҡшаған ир-егеттәрҙең яңғыҙ ҡатынды эҙәрлекләй башлаған осраҡтары бар. Әгәр ҙә интернет селтәренә күҙ һалһаҡ, ундай күңелһеҙ хәлдәр ҡайҙалыр алыҫта түгел, үҙебеҙҙә лә килеп сыға. Һаҡ булығыҙ.
Иҫерек ирҙән яҡшылыҡ көтөп буламы? Бәлки, мин ныҡ ҡәтғимендер, әммә иҫәрләнгәнсе эскән 44 йәшлек ир яңғыҙ ҡатынға таяныс түгел. Был шәхси фекерем. Һеҙ башҡа төрлө лә уйлай алаһығыҙ, әлбиттә.