25.05.2019 Бер көнлөк энергия биреүсе күнегеүҙәр
Һүрәткә ҡарап, күнегеүҙәрҙе ҡабатлағыҙ. Төп шарт – һәр позала мөмкин тиклем оҙағыраҡ тороу. Дөрөҫөрәге, биш тапҡыр тәрән итеп тын алғансы шулай тора алһағыҙ, бик яҡшы. Был күнегеүҙәр, бер яҡтан, быуындарҙы яҙып, һығылмалылығын көсәйтергә ярҙам итһә, икенсенән, бер көнгә етерлек энергия ла бирер.