RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шәкәр диабетын дауалауҙа – дарыу үләндәре

22.05.2019 Шәкәр диабетын дауалауҙа – дарыу үләндәре

Эндокрин системаһы ауырыуҙарынан шәкәр диабеты 70 процентын тәшкил итә. Уға хроник гипергликемия һәм бөтә төр матдәләр алмашыныуының боҙолоуы хас.

Ауырыуҙың өс стадияһын айырып йөрөтәләр: диабет алды, глюкозаға то­лерантлыҡты юғалтыу осоро һәм диабет.

Тәүге стадияға ҡараусыларҙа диабет уҡ булмаһа ла, ауырыу бына-бына башланырға тора. Сирҙең был стадияһы ата-әсәләренең береһе диабет менән сирләгән осраҡта, шулай уҡ туғандары араһында был сир менән интегеүселәр булған кешеләргә, 4,5 кг ауырлыҡтағы бала табыусы ҡатындарға, атеросклероз һәм һимереү менән яфа­ланыусыларға янай. Тимәк, ошо категорияға ҡараусыларға үҙҙәренең сәләмәтлегенә ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға һәм даими рәүештә ҡандағы шәкәр кимәлен тикшертеп торорға, диета тоторға кәрәк.

Сирҙең икенсе стадияһы асыҡланған кешеләрҙә ауырыуҙың клиник билдәләре әллә ни күҙәтелмәй. Әммә тиренең кибеүенә, ҡысыуына ғына зарланыуҙары ихтимал.

Шәкәр диабеты тигән диагнозды ла дәрәжәһе буйынса өс төркөмгә бүләләр.

I дәрәжә иң еңел формаһы тип иҫәпләнә. Ул иртәнсәк ас ҡарынға ҡандағы шәкәр кимәле 8 ммоль/л самаһынан артмау менән һыҙатлана. Был төркөмгә ҡараған ауырыуҙарға диета менән шәкәр кимәлен нормаға килтерергә кәңәш ителә.
II дәрәжә (уртаса ауырлыҡтағы) – ас ҡарынға ҡандағы шәкәр кимәле күрһәткестәре – 14 ммоль/л, тәүлек әйләнәһенә – 40 г/л самаһы. Улар даими рәүештә шәкәр кимәлен кәметеүсе препараттар йә инсулин (60 ЕД) ҡулланырға тейеш. Был категорияға ҡараусы ауырыуҙарҙа йыш ҡына күҙҙәренең, ҡан тамырҙарының, бөйөрҙәренең зыян күреүе күҙәтелә.
III дәрәжә (иң ауыры). Бында инде шәкәр кимәле 14 ммоль/л юғарыраҡ, тәүлек әйләнәһенә иһә 40 – 50 г/л етә. Уларға инсулин да күберәк талап ителә. Сирҙең эҙемтәләре лә бик насар. Ул күҙҙәргә, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сис­темаһына, бөйөргә ҙур зыян килтерә. Был ауырыу йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эш­мәкәрлеге өсөн айырыуса хәүефле. Диабет менән ауырыусыларҙа миокард инфарктынан үлеү осрағы 4 – 5 тапҡырға арта. Шулай уҡ атеросклероздан аяҡтарҙа гангрена башланып китеү ҡурҡынысы бар.

Шәкәр диабетының төп клиник билдәләре – һыуһау һәм аппетиттың күтәрелеүе. Шулай уҡ тамаҡ кибеүе, тән тиреһе ҡысытыуы, мускулдарҙың хәлһеҙлеге, яраларҙың оҙаҡ бөтәшеүе күҙәтелә.

Сирҙе дауалау иң беренсе сиратта аҡһымдар, углеводтар һәм май алмашыныуын көйләүгә йүнәлтелергә тейеш. Дауалау сараларына медицина препараттары, диета инә. Шулай уҡ дарыу үләндәре лә киң файҙаланыла. Фитотерапия ҡандағы шәкәр кимәлен әкрен генә кәметергә булышлыҡ итә, дөйөм гормональ фонға ыңғай йоғонто яһай. Әммә фитотерапия тик табип күрһәтмәһе буйынса ғына үткәрелергә тейеш. Әлбиттә, дарыу үләндәре медицина препараттарын алмаштыра алмай. Шулай ҙа диабет әле башланып ҡына торған мәлдә һәм еңел формаһында уның файҙаһы бар.

Ҡанда шәкәр кимәлен кәметергә иң ныҡ ярҙам иткән үҫемлектәр – ҡыҙыл көртмәле, ҡайын еләге, лавр япрағы, дегәнәк, әстерхан сәтләүеге, сирень бөрөһө, фасоль ҡабығы, ҡара көртмәле һәм гөлйемеш.

Шәкәр кимәлен кәметеү өсөн аҙыҡ-түлектән ҡарбузды, кәбеҫтәне, сөгөлдөрҙө, кишерҙе, һарымһаҡты, һуғанды, укропты, әсе алманы, зәйтүн майын, диңгеҙ кәбеҫтәһен ҡулланырға мөмкин.

Ә үлән төнәтмәләренә килгәндә, түбәндәгеләрҙе әҙерләп эсергә була.

✔ Ҡыҙыл көртмәле япрағы, ҡайын еләгенең бөтә өлөшө, бәпембә тамыры, гөлйемеш емеше, етен орлоғо, һоло һаламы һәм мелисса үләнен бер үк күләмдә алып, ваҡларға. ошо үләндәрҙең 8 г онтағына 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут парҙа тоторға һәм бер сәғәт йылы урында төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан алда 1/3 стакан эсергә.

✔ Бер үк күләмдә юшан үләне (вероника), ҡайын япрағы, кесерткән үләне, дегәнәк тамыры, ҡара ҡарағат япрағы, алма ҡабығы, етен орлоғо алына. 8 г тупланмаға 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут парҙа тоторға һәм термоста 2 сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр 1/3 – 1/2 стакан эсергә.

✔ Кесерткән үләне, бәпембә тамыры, миләш емеше, ҡара көртмәле үҫентеһе, гөлйемеш емеше, бөтнөк үләне бер үк күләмдә алына. 6 г онтаҡҡа 350 мл ҡайнар һыу ҡойоп, парҙа 10 минут йылытырға, һуңынан йылы урында 3 сәғәт төнәтергә. Бөтә төнәтмә ашар алдынан өс-дүрт тапҡыр эсеүҙә бөтөргә тейеш.

✔ Ҡыҙыл көртмәле япрағы, ҡайын еләге япрағы, дегәнәк тамыры, ҡомалаҡ, ҡара көртмәле шытымы, бөтнөк үләне бер үк күләмдә алына. Уларҙың 8 г онтағына 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 2 минут ҡайнатырға һәм 2 сәғәт термоста төнәтергә. Ашарҙан 10 минут алда 1/3 – 1/4 стакан эсергә.

✔ Ҡыҙыл көртмәле япрағы, һары мәтрүшкә, әстерхан сәтләүеге япрағы, сирень бөрөһө, андыҙ тамыры, фасоль ҡабығына (8 г) 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут парҙа тоторға һәм 2 сәғәт йылыла төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 10 минут алда яртышар стакан эсергә.

Ошо төнәтмәләрҙе ай ярым-ике ай эскәндән һуң күптәрҙең углеводтар һәм май алмашыныуы нормаға килә. Әммә фитотерапияны курслап үтергә, йәғни ике-өс ай эскәндән һуң ике-өс аҙна ял итеп алырға кәрәк.




Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…