19.05.2019 Ҡояш сәскәһе бәпембә
Яҙҙың тәүге сәскәләренең береһе – һап-һары булып түшәлеп, күҙҙең яуын алып ултырыусы бәпембә. Ябай ғына был үләндең шифаһы бик ҙур. Элек-электән уны төрлө ауырыуҙы дауалауҙа файҙаланғандар. Боронғо Ҡытай һәм Тибет медицинаһында ла билдәле булған. Бәпембә ҡанды таҙарта, организмды йәшәртә, иммунитетты нығыта. Составында сәләмәтлек өсөн файҙалы биологик актив матдәләр: витаминдар, микроэлементтар, аминокислоталар күп. Уның төрлө ауырыуҙы дауалауҙа нисек ҡулланылыуына айырым туҡталып үтәйек.
Быуындарҙы дауалау өсөн. Ҡанды таҙартыу үҙенсәлегенә эйә булыуы менән матдәләр алмашыныуына ыңғай йоғонто яһап, артроздан, ревматизмдан файҙаһы бар. Кальций менән магнийға бай булыу сәбәпле, һөйәктәрҙе нығыта. Быуындар һыҙлағанда унан төнәтмә әҙерләп эсергә, компресс итеп ябырға була.
Матдәләр алмашыныуы боҙолғанда. Бәпембә инсулин бүленеп сығыуҙы көсәйтә, углеводлы, липидлы матдәләр алмашыныуын көйләй. Шуға күрә уны йыш ҡына шәкәр диабетынан, ҡалҡан биҙе сирҙәренән, ҡандағы холестерин кимәлен кәметеү өсөн тәғәйенләйҙәр.
Организмды таҙартыу өсөн. Витаминдарға, микроэлементтарға, бигерәк тә инулинға бай булыу сәбәпле, ҡанды бик яҡшы таҙарта. Инулин токсиндарҙы, шлактарҙы, ауыр металдарҙы, радионуклидтарҙы, канцерогендарҙы үҙенә һеңдереп, организмдан сығара. Бәпембәне йыш ҡына тотош организм ағыуланғанда файҙаланалар. Ул шулай уҡ лейкоциттар кимәлен күтәрә, лимфа төйөндәре ялҡынһыныуын дауалауҙа файҙаланыла.
Аш эшкәртеүҙә. Был шифалы үлән ашҡаҙан-эсәк трактының төрлө функцияһын көйләргә ярҙам итә. Составындағы инулин ярҙамында микрофлора яҡшыра, эсәктәрҙә файҙалы бифидобактериялар үҫешә. Шунлыҡтан антибиотиктар ҡулланғандан һуң уны курслап эсеү файҙалы. Бәпембә менән панкреатитты, гастритты, гепатитты, геморройҙы, энтерит менән колитты, метеоризмды дауалайҙар.
Респиратор ауырыуҙарҙан. Тирләтеү, яныуҙы баҫыу үҙенсәлегенә эйә булыу сәбәпле, тән температураһы күтәрелгәндә эсергә мөмкин. Шулай уҡ ул киҫкен респиратор ауырыуҙарҙа, киҙеүҙән, бронхиттан, йүтәлдән ярҙам итә. Үпкә туберкулезы булғанда ауырыуҙың хәлен еңеләйтә.
Нервы системаһы. Тынысландырып, стрестан, йоҡоһоҙлоҡтан арынырға ярҙам итә.
Бәүел ҡыуыу системаһы. Йомшаҡ ҡына итеп бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә. Шунлыҡтан бәпембәнән әҙерләнгән дарыу бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ялҡынһынғанда ярҙам итә.
Тирегә. Экземаны, псориазды, һытҡыларҙы, аллергияны, сөйәлде, сиҡанды һәм тиренең янған урындарын дауалауҙа файҙаланалар.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн. һөт биҙҙәре ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланалар. Бәпембәнән әҙерләнгән төнәтмәләр һәм сәйҙәр һөт бүленеп сығыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ был шифалы үләндә күрем циклы боҙолғанда ярҙам итеүсе фитогормондар булыуы асыҡланған.
Ир-егеттәр өсөн. Тибет медицинаһына ярашлы, был үлән көслө зат өсөн дә бик файҙалы. Ирлек ғәйрәтен генә түгел, ихтыяр көсөн күтәрергә лә һәләтле.
Ололар өсөн. Үҙенә ҡояш энергияһын күпләп йыйыу сәбәпле һәм витаминдарға, микроэлементтарға, протеиндарға бай булыуы менән оло йәштәгеләргә көс өҫтәй.
Бәпембәне организмға хәл биреү өсөн яман шеш менән ауырығанда ла ҡулланалар. Ул организмды токсиндарҙан арындырып, ҡанды таҙартып, организмдың һаҡланыу көсөн арттыра.
Өй шарттарында унан ниндәй дарыуҙар әҙерләп була һуң?
Бәпембә сәйе
Дөйөм организмды нығытыу, авитаминозды профилактикалау сараһы булараҡ эсергә ярай. Шулай уҡ бөйөрҙәге таштарҙы сығарыу өсөн дә тәҡдим итәләр.
Сәйҙе әҙерләү өсөн ике ҡалаҡ ваҡланған үләнгә ярты литр һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға һәм 20 минут төнәтергә.
Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә. Бөйөрҙән ташты ҡыуҙырыу өсөн эскәндә, дөйөм күләме ике литр булырлыҡ итеп бер аҙ ҡайнаған һыу ҡушырға кәрәк. Әйткәндәй, бөйөр өсөн табип ҡушыуы буйынса ғына эсергә кәрәк.
Төнәтмә
Япрағы һәм сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмәне йыш ҡына үт һәм бәүел ҡыуыу, тынысландырыу, ҡан таҙартыу сараһы булараҡ ҡулланалар.
Бының өсөн бер ҡалаҡ ваҡланған үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике минут ҡайнатырға һәм 30 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә. Эс ҡатыуҙан, ҡабарыуҙан, геморройҙан, шәкәр диабетынан файҙаһы тейә. Тире боҙолғанда ыуынырға мөмкин.
Файҙалы матдәләре яҡшы һаҡланһын өсөн төнәтмәне ҡайнатмай ғына ла әҙерләйҙәр. Бының өсөн ике ҡалаҡ ваҡланған үләнгә бер стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, һалҡын урында һигеҙ сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, һөҙөп, көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә. Ашҡаҙан һәм эсәктәр ялҡынһынғанда яҡшы ярҙам итә.
Спиртҡа һалып әҙерләнгән төнәтмәһе ревматизмдан, артриттан, подагранан ыуыныу өсөн яҡшы. Ул шулай уҡ иммунитетты күтәрә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Бындай төнәтмә түбәндәгесә әҙерләнә: 5 ҡалаҡ киптерелгән үләнгә ярты литр араҡы ҡойоп, 14 көн буйы ҡараңғы урында төнәтергә. Ваҡыты-ваҡыты менән шешәне һелкетеп, болғатып торорға кәрәк. Әҙер булғас, һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда 30-ар тамсы һыуға ҡушып эсергә.