RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡайындың бөрөһө лә файҙалы

02.05.2019 Ҡайындың бөрөһө лә файҙалы

Ҡайын кеше тарафынан иң киң ҡулланылған ағастыр ул. Утын итеп тә яғабыҙ, мунсаға миндек тә әҙерләйбеҙ, иртә яҙҙан шифалы һутын да эсәбеҙ, туҙынан һағыҙ ҡайнатабыҙ, унан хатта бура ла бурайҙар һ.б. Был ағас халыҡ медицинаһында ла элек-электән киң файҙаланыла. Һутын ғына түгел, бөрөһөн, япрағын да күп ауырыуҙы дауалауҙа ҡулланғандар. Микробтарға ҡаршы көрәшеү, ҡанды туҡтатыу, яраны бөтәштереү үҙенсәлегенә эйә, көслө бәүел һәм үт ҡыуыу сараһы булараҡ бөрөһөнөң файҙаһы иҫ киткес ҙур.

✔Тамаҡ ауыртҡанда. Ике ҡалаҡ ҡайын бөрөһөнә 50 г аҡ май ҡушып болғатырға һәм талғын утта бер сәғәт тоторға. Йылы килеш һөҙөп алып, 0,2 г шыйыҡ бал ҡушып бутарға. Көнөнә дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

✔Гастриттан. Ярты стакан ҡайнар һыуға бер балғалаҡ бөрө һалып, бер сәғәт төнәтергә һәм көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

✔Селәүсендәрҙән. Ҡайын бөрөһөнөң әсеһе күп кенә паразитҡа оҡшамай. Биш-ете бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп, яҡынса 20 минут ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөп, тәүлегенә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Дауаланыу курсы – өс аҙна.

✔Шешенеүҙән. Бер литр 70 процентлы спиртҡа 30 г бөрө һалып, ике аҙна, иң яҡшыһы бер ай ҡараңғы урынға ҡуйып төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда бер ҡалаҡ ҡайнаған һыуға 20 тамсы төнәтмәне ҡушып эсергә.

✔Йөрәк сирҙәренә бәйле шешенеүҙе бөтөрөү өсөн. Бер балғалаҡ бөрөгә бер стакан ҡайнаған һыу ҡойоп, 20 минут парҙа тоторға. Һыуынғас, тәүге кимәлгә етерлек итеп, ҡайнаған һыу өҫтәргә. Көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан алда 1/4 стакан эсергә.

✔Папилломаларҙан. Лайлалы туҡымалағы папилломаларҙы төнәтмәһен эсеп кенә дауалайҙар. Уны әҙерләү өсөн бер стакан араҡыға йә спиртҡа 20 г бөрөнө һалып, ҡараңғы урында бер айға яҡын төнәтергә. Әҙер булғас, бер ҡалаҡ ҡайнатып һыуытылған һыуға 20 – 30 тамсы ҡушып, ашарҙан 20 – 30 минут алда эсергә.




Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…