RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Табиплығым нәҫелдән күскән»

23.04.2019 «Табиплығым нәҫелдән күскән»

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың табиптарға бағышланған бик фәһемле шиғыр юлдарынан башлағым килә был яҙмамды.
Борон-борон бер әүлиә былай тигән:
Һәр табипта ыласын күҙе булһын
тигән,
Ҡыҙҙар ҡулы булһын тигән,
Арыҫлан йөрәге булһын тигән,
Йылан аҡылы булһын тигән.
Башҡортостандың, Рәсәй Феде­рацияһының атҡаҙанған табибы, талантлы хирург Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы Ғүмәров хаҡында бер кәлимә һүҙ яҙыу теләге күптән күңелемдә йөрөй. “Әйтелмәгән рәхмәт – бирелмәгән бурыс“, – тигән шағир фекере бар. Хирург булып эшләү дәүерендә егерме меңдән ашыу операция эшләп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған табипҡа әйтеп бөтөлмәгән йәки йөрәктә генә йөрөтөлгән рәхмәттәр һанһыҙҙыр. Беҙҙең дә ғаиләбеҙ улыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалғаны өсөн уға мәңге рәхмәтле.


– Һиндә үткер ҡараш, тылсымлы ҡул,
Ҡурҡмаҫ йөрәк, зирәк аҡыл бар.
Шағирҙың ошо һүҙҙәре тап һеҙгә ҡарата әйтелгән кеүек. Миңлеғәле ағай, ябай ауыл балаһында табип булыу теләге ҡайҙан барлыҡҡа килде икән?

– Тоҡомдан киләлер, тип уйлайым. Данлыҡлы Алдар батыр походтарында уның янында сармат тоҡомонан табип булған, ул беҙҙең нәҫелдән. Атайымды ла “халыҡ табибы” тип әйтергә мөмкин. Һөнәр һайлағанда икеләнеү тойғоһо бөтөнләй булманы – бала саҡтан кем булырымды белә инем. “Ябай ауыл балаһы” тигән һүҙегеҙ менән килешмәй булмай. Ысынлап та, Байым ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫтем. Башланғыс класты ауылда тамамлағас, Ниғәмәт ауылына йөрөп уҡыным. Хәҙерге һымаҡ балаларҙы алып йөрөгән матур автобустар юҡ ине ул саҡта. Күберәген йәйәү, ҡышын саңғы, үҫә төшкәс, велосипед (атайым иң беренселәрҙән булып миңә алып бирҙе – эй, маһайып йөрөүҙәр!) менән йөрөү беҙҙе сыныҡтырҙы. Бәләкәйҙән физик яҡтан көслө булыуым тормошта ла ярҙам итте.
Республиканың иң ҙур уҡыу йорт­тарының береһе – башлыса хәлле генә кешеләрҙең балалары уҡыған медицина институтына уҡырға инеүе еңел генә булманы. Уҡыуы тағы ла ауырыраҡ ине. Ауылдан әллә ни аҡсалата ярҙамға өмөт итмәгән кешегә (атайым да, әсәйем дә пенсияла) бары үҙ көсөмә ышанырға тура килде. Стипендия алыу өсөн көнө-төнө уҡырға, дәрес ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Яҡшы уҡыным, ләкин бер тапҡыр ғына латин теленән “өслө” алдым. Ул һаман хәтерҙә. Һуңынан латин телен яҡшылап өйрәндем.

– Баймаҡта һеҙҙе тәжрибәле, оҫта хирург тип беләләр. Тәүге аҙымдарығыҙ ҡайҙа һәм нисек башланды?

– Интернатураны тамамлағас, балалар хирургы булып районға ҡайттым. Ул ваҡытта беҙҙә балалар һаны ла, балаларҙың үлем осраҡтары ла күп ине. Хирургия бүлеге мөдире Фәрит Әхмәт улы Яхин, балалар хирургияһын айырым бүлек итеп, миңә ышанып тапшырҙы. Бик талантлы оҫта хирургтар менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Татыу бер ғаилә булып эшләгән хеҙмәттәштәремде һәр саҡ һағынып иҫкә алам.

– Халыҡта, теге йәки был табиптың ҡулы еңел, тигән һүҙ бар. Шуға нисек ҡарайһығыҙ?


– Килешәм. Ләкин ул күктән төшкән бүләк түгел, табиптың профессионаллеге менән бәйле, тип уйлайым. Медицинала тәжрибә – бик ҡиммәтле төшөнсә. Һәр көн оҫталығыңды арттырыу өҫтөндә эшләү, камиллыҡҡа ынтылыу, кешеләргә ҡарата миһырбанлы булыу…

– Камиллыҡҡа ынтылыу тигәндә, моғайын, белемде камиллаштырыуҙы күҙ уңында тотаһығыҙҙыр?

– Эйе, ошо теләк аспирантураға уҡырға инеүемә булышлыҡ итте лә инде. 1998 – 2003 йылдарҙа ситтән тороп унда белем алдым, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Ғилми остазым, оло кәңәшсем, яҡташыбыҙ Айытбай Әхмәт улы Ғүмәровҡа һәр саҡ бурыслымын. Тағы ла бер рәхмәт әйтә торған ҙур шәхес бар: ул ваҡытта райондың баш табибы булып эшләгән Ғиззәт Хәсән улы Зөлҡәрнәев. Юғары кимәлдәге хирург, ҙур остаз, кеше хәлен аңлаусы яҡшы етәксе булып мәңге хәтерҙә йәшәй.

– Оҙаҡ ҡына хирургия бүлеген етәкләнегеҙ. Һеҙҙеңсә, иң беренсе сиратта етәксе ниндәй сифатҡа эйә булырға тейеш?

– Егерме ике йыл район дауаханаһының хирургия бүлеген етәкләнем. Үҙ эшен намыҫ менән башҡарған барлыҡ коллегамды оло хөрмәт менән иҫкә алам. Етәксенең төп һыҙаты коллективта эшлекле һәм кешелекле мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙыр, тип иҫәпләйем.

– Һөнәрегеҙҙең иң күңелле яҡтары тураһында ла әйтегеҙ әле?

– Иң күңелле тигәне, моғайын, эштән ҡәнәғәтләнеү кисереү тигәнде аңлаталыр. Әлбиттә, ул – кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу. Ҡасандыр үлемдән ҡотҡарған кешеләрҙең һау-сәләмәт донъя көтөүен күрһәм, үҙемде бәхетле тоям. Табип һәр ваҡыт ауырыуҙың ихтыяжын, уның мәнфәғәтен уйлап эшләй. Кешенең һиңә ышаныуы мөһим. Бының өсөн бик тырышып, ентекләп, баҫылып эшләргә кәрәк.

– Йәштәр остаздарға мохтаж, тигәйнегеҙ. Был йәһәттән ниндәй эш башҡарҙығыҙ тип әйтә алаһығыҙ?

– Йәштәргә һәр саҡ үҙемдең бел­гәндәремде өйрәтергә тырыштым. Эшкә килгән һәр белгес беҙҙә тәжрибәле кол­легаларының иғтибарын тойоп эшләне. Хирургия бүлегендә ике йыллыҡ интернатура асыуға ирештем. Ошонда интернатураны тамамлаған Морат Ғәлин, Азат Ғүмәров – әлеге көндә республикабыҙҙа юғары кимәлдәге хирургтар. Улар менән ғорурланам. Ҡасандыр үҙем етәкләгән хирургия бүлеген уҡыусым Айбулат Тимербулат улы Имамов етәкләй. Улым Азат – Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ҡан тамырҙары бүлегендә билдәле хирург, ҡатмарлы операциялар яһай. Ҡыҙыбыҙ Гүзәл кардиология бүлегендә эшләй. Һеңлем вафат булғас, уның улы Айҙарҙы тәрбиәгә алдыҡ, ул да хирургияны үҙ итте. Азаттың улы Әғзәм дә медицинаны һайланы, әлегә студент.

– Район дауаханаһын етәкләгән йылдарығыҙ нимәһе менән хәтерегеҙҙә ҡалды?


– Республиканың медицина хеҙ­мәткәрҙәренең ҙур йыйынына әҙерлек көндәре менән айырыуса хәтерҙә уйылып ҡалды, тип әйтергә мөмкин. Респуб­ликаның тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың ярҙамы менән Баймаҡ район дауаханаһы өр-яңы төҫ алды, ауырыуҙарға сифатлы медицина хеҙмәте булдырыу мөмкинлеге артты. Ғөмүмән, баш табип булып эшләү өйрәнгән тормош ритмын бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа үҙгәртә. Һәр иртә иң яуаплы бүлектәрҙе йөрөп сығыу, райондың барлыҡ участка табибы менән бәйләнешкә инеүҙән башлана. Етәксе булғас, яуаплылыҡ та ҙур, талап та көслө. Ғүмеремдең ун йылын ошо яуаплы эшкә бағышланым. Иҫкә төшөрһәң, күңелде ҡырған, эсте бошорған саҡтар ҙа күп булды. Медицина ҡорамалдары һатып алыуға, ремонт эштәренә аҡса етмәүе үҙәккә үтә торғайны.
Бөгөнгө мөмкинлектән файҙаланып, үҙем менән бергә эшләгән урынбаҫарҙарым Шәүҡәт Тәүфиҡ улы Әбдрәхимовҡа (мәрхүмдең йәне йәннәттә булһын), Илдар Ғимаҙи улы Хәсәновҡа, Гүзәл Ғимаҙи ҡыҙы Хәсәноваға, Таһир Әхмәт улы Рәхимовҡа, оҙаҡ йылдар өлкән шәфҡәт туташы булып эшләүсе Фирҙәүес Сабир ҡыҙы Әлмөхәмәтоваға оло рәхмәтемде еткерәм. Үҙ эшенең оҫталары булып бөтә ғүмерен кешеләрҙе дауалауға биргән коллегаларымды тәрән ихтирам менән һанап үткем килә. Улар – Гөлнур Латипова, Ленира Хисмәтуллина, Дарвин Зияев, Альбина Антонова, Ғәфүр Сәғитдинов, Асия Ҡоланбаева, Аҫылбикә Ишкинина, Зәйтүнә Яхина, Фирғәт Хисмәтуллин, Булат Ғәлин, Тимербулат Имамов һәм тағы бик күптәр.

– Ауыртыуға түҙеп йөрөргә ярамай, организм ебәргән сигналдарға иғтибарлы булырға кәрәк, тигәнде ишеткәнем бар. Миңлеғәле ағай, әйҙәгеҙ, ошо хаҡта һөйләшәйек. Кәңәштәрегеҙ күптәргә файҙалы булыр, тип уйлайым.

– Эйе, күп ауырыуҙы алдан күҙалларға була, кеше үҙендәге үҙгәреште тоя белергә тейеш. Әйтәйек, инсульт булыр алдынан баш ныҡ итеп ауырта, әйләнә башлай. Хирургия менән бәйләнешле сирҙәрҙең иң тәүге билдәләре: ауыртыныу, температураның әҙ генә күтәрелеүе, хәл бөтөү. Күптәр ошо билдәләргә иғтибар итмәй, үткәреп ебәрә. Тәүге билдәләрҙән һуң организм яйлап күнегә һәм күп осраҡта ауыртыныу юғалып тора.
Ҡул күтәрелмәй башлауы, ауыртмай ғына йөрөгән бәләкәй генә шеш тә, эсәктән ҡан килеүе кешене һиҫкәндерергә тейеш. Әгәр ҙә кешеләр ауырыу баш­ланған сағында мөрәжәғәт итһә, ваҡы­тында туҡтатып, еңелерәк дауалап булыр ине. Хәҙер дауаханаларҙа ауырыуҙы алдан иҫкәртеү маҡсатында анкета тултырталар. Был һорауҙарға ентекләп яуап бирергә кәрәк, табип өсөн бик кәрәкле мәғлүмәт улар.

– Яҡташыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың бер ҡыҙыҡлы фекере иҫкә төштө: ул, һан­дуғастар, шағирҙар, табиптар пенсияға сығырға тейеш түгел, тигәйне. Һеҙ нишләп ҡапыл ғына хаҡлы ялға китеп барҙығыҙ? Хәҙер нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?

– Шәп әйткән. Шағирҙар ғына шулай тапҡыр фекерҙәр менән һоҡландыра ала. Һүҙ башында, табиптарҙың оҫталығы, тәжрибәһе йылдан-йыл арта ғына бара, тигәйнек. Килешмәй булмай, сөнки һәр ауырыу икенсеһенә оҡшамай, һәр осраҡ – үҙенсә. Ләкин донъяла мәңге туҡталмай торған ваҡыт тигән төшөнсә бар, кеше ғүмере лә шулай. Эштән китеү ваҡыты үҙем дә уйламағанса тиҙ килеп сыҡты. Йәшермәйем, тәүҙә бик ҡыйын булды. Ләкин ҡулымда һөнәрем, күп йыллыҡ тәжрибәм, яҡташтарымдың хөрмәте бар. Ябай кеше өсөн был әҙ түгелдер. Кешеләргә кәрәклегеңде белеү иң ҙур этәргес көстөр ул. Һуңғы йылдарҙа бик күпләп тарала башлаған йыуан эсәк сирен дауалау маҡсатында проктолог һөнәрен үҙләштерҙем, урология буйынса ла уҡып ҡайттым. Баймаҡ ҡалаһында “Галомед” тип аталған медицина үҙәге ойоштороп, ауырыуҙарҙы ҡабул итәм, дауаханаларға йүнәлтмә бирәм. Коллегаларым менән һәр саҡ эшлекле бәйләнештәмен.

– Һеҙ һанап киткән яңы йүнәлештәр беҙҙең район өсөн таралған ауырыуҙармы?

– Үкенескә күрә, элек үҙем эшләгәндә әллә ни иғтибар бирмәгәнмен. Бәлки, заманына күрәлер, ир-егеттәрҙә простатит сире ныҡ таралған. Элек ул бөтөнләй булмаған. Һыбай йөрөү, һәр саҡ хәрәкәттә булыу, кейеҙ эйәр ир-егеттәрҙе һаҡлаған. Хәҙер йоҡа кейем, бигерәк тә билдең асыҡ йөрөүе, әҙ хәрәкәтләнеү, аяҡты өшөтөү ошо етди ауырыуға килтерә. Ғөмүмән, беҙҙә ир балаларҙың һаулығын ҡайғыртыуға иғтибар юҡ, тип әйтерлек. Үҫмер егеттәргә, йәш атайҙарға ошо темаларға һөйләшеүҙәр алып барыу, мәктәптәрҙә төрлө йәштәге малайҙар менән әңгәмәләр ойоштороу кәрәк. Йәш атайҙарға кәңәшем шул: малайҙарҙы йәштән гигиена ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ, атай тәрбиәһе булырға тейеш.
Йыуан эсәк сирҙәре лә күп. Был ауырыуҙы иҫкәртеү юлында табиптан уңайһыҙланыу кәртәһе тора. Һөҙөмтәлә табип ярҙамынан башҡа үтмәй торған сир аҙып китә.
Беҙҙе уҡығанда уҡ, медицинаның төп йүнәлеше – ауырыуҙы иҫкәртеү, кешелә сәләмәт булыу ҡағиҙәһе тәрбиәләү, тип өйрәттеләр. Ғүмер – хоҙайҙан бирелгән иң ҙур бүләк, уны һаҡларға өйрәнергә кәрәк.

– Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә…

– Был халыҡ мәҡәле менән тулыһынса килешәм. Ир кешенең бәхете тормош юлдашының аҡыллылығына, сабырлығына бәйләнгән. Ҡатыным Фәрҙиә Ғәлимйән ҡыҙы – балалар табибы. 1980 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар бү­леген етәкләне. Яңы тыуған сабый­ҙарҙы тәүге һулышынан наҙлы ҡул­дарына алып, йән өргән, иң беренсе булып медицина күҙәтеүе үткәргән кеше. Шуға ла шундай кешелекле, йомшаҡ холоҡло, ғәжәйеп уңған ул. Тырыш хеҙмәте Башҡор­тостандың атҡаҙанған табибы һәм медицина отличнигы тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.
Ҡатыным менән ике малай, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек, ғаиләбеҙгә Айҙар улыбыҙ ҙа өҫтәлде. Ҡунаҡсыл, йылы, ҡотло йортобоҙҙа балалар, туғандар, дуҫтар тауышы тынмай. Йәшәүҙең мәғәнәһе лә шундалыр – йән тыныс­лығында, ғаиләң татыулығында…

– Миңлеғәле ағай, ихлас яуаптарығыҙ, кәңәштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Халҡыбыҙҙа “Ир уртаһы – алтмышта” тигән мәҡәл бар. Һеҙ – әле генә ошо урталыҡты артылған ир уҙаманы. Бәрәкәтле, бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Уйлаған уйҙарығыҙға, теләгән теләктәрегеҙгә Хоҙай ярҙамы насип итһен!




Автор: Л. Дәүләтшина
Фото: Ғаилә архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…