RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыҙҙарығыҙҙы үҙегеҙҙән ебәрә белегеҙ

22.04.2019 Ҡыҙҙарығыҙҙы үҙегеҙҙән ебәрә белегеҙ

Ирем мәрхүм булғас, ҡыҙымды 12 йәшенән генә бер үҙем үҫтерҙем. Башҡаса ке­йәүгә сыҡманым, бар ғүмеремде балама бағышланым. Үҙем бала саҡта кейемгә, хатта тәм-томға туймай үҫкәс, ҡыҙымдың бөтә теләгәне алдында булһын тип тырыштым. Ике эштә эшләнем, әммә ба­ламдың эргәһендә булырға, уның менән ял итергә, серләшергә ваҡытым етә ине. Ҡыҙым, мине ныҡ ҡына ҡыуандырып, яҡшы уҡыны, олимпиадаларҙа ҡатнашты, тәртипле булды. Мәктәптән, университеттан бер генә лә насар хәбәр килмәне, Аллаға шөкөр. Мин ни тиһәм дә, гел һүҙемә ҡолаҡ һалды, бер генә кәңәшемдән дә тайпылманы – шул тиклем тыңлаусан ине. Ине, тиеүемдең сәбәбе: 26 йәшлек ҡыҙым бер хәстрүшкә эйәреп, өйөмдән сығып китте. Юҡ, ҡыуманым. Киреһенсә, яратам тигәс беҙгә йәшәргә килһен, тип риза булдым. Егет, әйтергә кәрәк, бер күреүҙән үк оҡшаманы. Ҡиәфәте, йөҙө, эше, тырыш булмауы – бөтәһе лә бер ҡарауҙан уҡ кәйефемде төшөрҙө. Ҡыҙым менән ошо темаға ипләп кенә ике тапҡыр һөйләштем. Икеһендә лә балам бер һүҙ ҙә әйтмәне.

Егет бер көн килеп, минән ҡыҙымдың ҡулын һораны. Ҡаршы булыуым тәбиғи: балама һәйбәтерәк иптәш кәрәклеген, уның комфортҡа өйрәнгәнен, ни теләй – шуны алып биреп, күңелен күрерҙәй кеше кәрәклеген мин аңламай кем белһен һуң?! Шуны әйттем. Матур итеп, тыныс ҡына аңлаттым егеткә. Ул да аңланы. Шулай булғас, һеҙҙең өйҙә ҡала алмайым, тип сығып китте. Ҡыҙыма ни тигәндер – белмәйем. Егеттең артынан ишек ябылыу менән, балам минән илай-илай уның тормошона инде ҡыҫылмауымды һораны. “Ғүмерем буйы тыңланым, гел һин күрергә теләгән бала булдым. Етте! Арыным! Мин уның менән булғым килә. Кейәүгә сығам. Тормошома ҡыҫылма, әсәй, мин бит һине яратам, һинән башҡа кемем бар?” – тип әйберен бер сумкаға тултырҙы ла сыҡты ла китте.

Нимәләр кисергәнемде яҙып та тормайым. Иң ғәрләнгәнем – мине, бер бөртөк әсәһен, уны әпәүләп кенә, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән кешене, шул ниндәйҙер хәстрүшкә алмаштырыуы! Мин бит уны уйлап кейәүгә лә сыҡманым. Балам үгәйҙе күрмәй үҫһен, тип ҡайһылай яңы­лыш­ҡанмын... Юҡ, унда-бында ҡыҙым менән телефондан аралашабыҙ, әле йәй башына туйға саҡырҙылар. Йөрәгем ярыла, тип торам. Был ни хәл? Был ниндәй баш-баштаҡлыҡ? Тағы ниҙәр күрәһеләрем бар икән? Һуң, ир бөткәнме уға ошо автослесарҙан башҡа? Туйға бармай булдыра алмайым, әммә...
Илфира Ғәлиевна,
Өфө.


“Ситуацияны үҙгәртә алмаһың, уға икенсе яҡтан ҡара”. Һеҙҙең хәлгә бөйөктәрҙең берәүһе әйткән тап ошо һүҙ тап килә. Риза түгелһегеҙме? Ә мин һеҙҙе аңлайым, Илфира ханым. Хәҙер эмоцияларҙы ситкә ҡуйып, айыҡ аҡыл менән уйлашайыҡ. Һөйләшеүҙә һеҙ максималь дөрөҫ яуап бирергә тырышығыҙ, килештекме? Был һораулама һеҙгә үҙегеҙҙе аңларға ярҙам итер.

– Ҡыҙығыҙ һеҙҙе ҡабаттан кейәүгә сығыуҙан тыйҙымы?
– Баланы әпәүләп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтереү һәр бер ата-әсәнең бурысы түгелме?
– Ул үҙенең буласаҡ ирен нисек итеп күргәнен һеҙгә һөйләнеме?
– Киләсәк, ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү тураһында һөйләшкәндә ҡыҙығыҙҙың хыялдары һеҙҙеке менән уртаҡ инеме?
– Буласаҡ кейәүегеҙҙе ниндәй итеп күрәһегеҙ?
– Һеҙҙең уйығыҙса, ҡыҙығыҙ нисә йәштә кейәүгә сығырға тейеш? Йәғни нисә йәшкә тиклем ул һеҙҙең менән йәшәргә тейеш?
– Ни өсөн һеҙ егеткә “хәстрүш” тип исем таҡтығыҙ?
– Ә был егет, әгәр ҙә ул автослесарь булмаһа, йәғни башҡа һөнәр эйәһе булһа, һеҙгә оҡшар инеме?
– Әйтегеҙсе, ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ниҙә?
– Ҡыҙығыҙ һыуыҡ үткәрһә, уның урынына һеҙ ауырый алаһығыҙмы?
– Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, ҡыҙығыҙ бәләкәй генә сағында ҡолап, тубығын йыртҡанда, һеҙҙең тубыҡ ҡанай инеме?

Ҡыҙыҡ һорауҙар, шулаймы? Илфира Ғәлиевна, балағыҙ донъяға килгәс үк, уның һеҙҙекенән айырмалы рәүештә башҡа, тик үҙенә генә тәғәйенләнгән яҙмышы яҙыла башланы. Уны ашатыу, кейендереү, белем биреү – ата-әсәнең йәмғиәт алдындағы иң мөһим бурысы. Һеҙ бөтә йөрәгегеҙҙе, ғүмерегеҙҙе бер бөртөк балағыҙға бағышлағанһығыҙ, рәхмәт. Шулай ҙа был һорауға аныҡлыҡ индереү мөһим – ҡыҙығыҙ һеҙҙән үҙен донъяға килтереүҙе лә, ғүмерегеҙҙе тик уға бағышлауын да һорамаған, талап итмәгән. Тимәк, был – һеҙҙең ҡарар, яуаплылыҡ та тик үҙегеҙҙә.

Һеҙ бит аҡыллы, тәжрибәле Илфира Ғәлиевна. Ҡабул итегеҙ. Ҡыҙығыҙға уның оло тормошҡа аяҡ баҫҡан мәлендә ярҙамсы булығыҙ. Һеҙ уға ныҡ кәрәкһегеҙ, аңлайһығыҙмы? Ҡыҙ­ғанмағыҙ, бәхетенә аяҡ салмағыҙ, сабыр булығыҙ – үҙегеҙ аҙаҡтан һөйөнөп тә бөтә алмаҫһығыҙ. Өҫтәге бер һорауымдан сығып, үҙегеҙҙең ҡыҙығыҙҙы ни тиклем яратһағыҙ ҙа, йәлләһәгеҙ ҙә, уның сирен үҙегеҙгә ала алмаҫығыҙҙы аңлағайнығыҙ, шулай бит. Был хәлдә лә шулай. Һеҙ уның өсөн йәшәргә, һөйөргә-һөймәҫкә маташ­мағыҙ, зинһар. Уңһа ла, туңһа ла, яуаплылыҡ үҙендә буласаҡ. Ә балағыҙ алдында һеҙҙең намыҫығыҙ таҙа булыр. Егеттең профессияһына иғтибар биреү үтә мөһимме? Аңлайым һеҙҙе, үҙем әсәймен! Әммә ваҡытында айыҡ аҡылды егеп, сабырлыҡ туплап, елдән дә аралап үҫтергән ҡыҙҙарыбыҙҙы үҙебеҙҙән ебәреү – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Беҙгә, әсәйҙәргә, уларға ҙур бәхеттәр теләү, Хоҙайҙан тән һәм йән тыныслығы һорау, хәйерле ғүмерҙәр юллау ғына ҡала. Илфира ханым, тиҙҙән һеҙ мәртәбәле статусҡа эйә буласаҡһығыҙ.

Был ваҡиға менән тәбрикләйем һеҙҙе. Ҡыҙығыҙ һәм кейәүегеҙҙән хөрмәт, иғтибар күреп, оҙаҡ, бәхетле йәшәгеҙ. Бөтәһе лә һеҙҙең ҡулда.




Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…