RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дауалауҙа яңы алымдар

01.02.2011 Дауалауҙа яңы алымдар

Башҡортостан медиктары юғары технологиялы медицинаның яңы төрҙәрен уңышлы үҙләштерә. Ошо көндәрҙә генә Рәсәй Медик-биологик агентлығы оториноларингология ғилми-клиник үҙәгенең Өфө филиалында юғары технологиялы медицина ярҙамы талап ителгән пациентҡа үҙенсәлекле операция яһалды. Операция Мәскәүҙән килгән белгестәр етәкселегендә ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында эшләнде.
Рәсәй медик-биологик агентлығы ғилми-клиник үҙәгенең Өфө филиалы табиптары операцияны биш миллион һумдан ашыу торған СО2 технологияһы нигеҙендә эшләнгән лазер ҡорамалы ярҙамында башҡарҙы. Ул иң заманса һәм иң һөҙөмтәле ҡорамалдарҙың береһе һанала. ҡорамалдың төп үҙенсәлеге шул: операция көпшә аша индерелгән лазер нуры ярҙамында эшләнгәнгә күрә ауырыу ике аҙнала тулыһынса һауығып, аяҡҡа баҫа. Мәскәү белгестәре билдәләүенсә, беҙҙә ошондай юғары технологиялы медицина ярҙамы талап ителгән операциялар яһай алырлыҡ белгестәр етерлек. Филиалдың Өфөлә урынлашыуы ла Башҡортостанда ныҡлы база булыуға бәйле.
Әлеге операцияның хаҡы 90 мең һум. Әммә ул федераль бюджет иҫәбенә бушлай башҡарыла. Тимәк, ҡурылдай стенозы, тауыш ярылары фалижы һәм ҡурылдай шеше кеүек патологик сирҙәрҙән интегеүселәр бынан ары, Мәскәү, Санкт-Петербург юлын онотоп, үҙебеҙҙә дауаланасаҡ. Белгестәр билдәләүенсә, республикабыҙҙа ярҙам­ға мохтаждар байтаҡ. Быйыл, мәҫәлән, юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә бөтәһе 369 квота бүленгән, шуның һигеҙ тиҫтәһе республикабыҙ халҡы өсөн тәғәйенләнгән. Әйткәндәй, әлеге филиал базаһында хеҙмәткәрҙәрҙең белемен камиллаштырыу, ғилми эш алып барыу ҙа мөмкин буласаҡ. ЛОР-клиника белгестәре кохлеар имплантация буйынса Рәсәй клиникаларында һәм Австрия, Германия, Дания илдәрендә стажировка үтә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…