13.03.2019 Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?
Йөрәк, ҡан тамырҙары һәм тотош организм өсөн мускулдар хәрәкәтенән дә файҙалыраҡ нимә бар? Әммә хәҙерге заман кешеһе быға көндән-көн әҙерәк ваҡыт бүлә. Техник прогресс тормошобоҙҙо еңеләйтеп, физик әүҙемлектән арындыра бара. Белгестәр фекеренсә, был – ауырыуҙарға һәм һимереүгә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе.
Кемде генә алма, хәҙерге заман кешеһенең эше күп осраҡта ултырыуға бәйле. Белгестәр иҫәпләүенсә, уртаса алғанда, беҙ көн һайын 12 – 14 сәғәт ултырабыҙ; эш өҫтәле артында (7 – 9 сәғәт), телевизор алдында ( 3 сәғәт), автомобиль руле артында (1 – 2 сәғәт). Был әле өҫтәл артына ултырып ашаған ваҡытты иҫәпкә алмай ғына. Йоҡлаған ваҡытты ла ҡушҡанда, 19 – 22 сәғәт ваҡытыбыҙ хәрәкәтһеҙ үтә, тигән һүҙ.
Ләкин кеше был донъяға ултырып йәшәү өсөн генә килмәгән бит. Ата-бабаларыбыҙ таң менән тороп, көн буйы аяғөҫтө йөрөгән. Ҡайһы саҡта эңер төшкәс кенә ултырып ял итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Ауыл кешеһенә был йәһәттән ҡурҡыныс янамай, уларҙың да күп ваҡыты йорт-ҡура тирәһендә эш менән йүгереп йөрөп үтә.
Көнкүреш һәм электрон приборҙарҙың күплеге, дистанцион пульттар физик әүҙемлекте юҡҡа сығарып бара. Хәҙер беҙ көнөнә, бынан 30 йыл элеккегә ҡарағанда, 700 калорияға кәмерәк тотонабыҙ. Ә уйлап ҡараһаң, 30 йыл күп тә түгел.
Көндәлек эштәр әҙ физик көс талап иткәнлектән, тәбиғәт тарафынан кеше организмы өсөн билдәләнгән энергияны сарыф итеү өсөн әүҙем ял, йәғни спорт менән шөғөлләнеү, күберәк саф һауала йөрөү кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ быға ваҡыт тапмайбыҙ. Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, ололарҙың 1/4 өлөшө, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 1/3 өлөшө буш ваҡытын ҡыбырламай ғына тиерлек үткәрә. Әүҙем тормош алып барғандары ла сәләмәтлеген тейешле кимәлдә тоторлоҡ дәрәжәлә түгел. Шунлыҡтан замандаштарыбыҙҙың кәүҙә ауырлығы норманан күпкә артыуына, яртыһының ҡан баҫымы юғары булыуына, 1/4 өлөшөнөң хроник сирҙәр менән ауырыуына аптырарға түгел.
Физкультураның файҙаһы хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Йөрәк мускулдары физик эштән, хәрәкәттән көслөрәк була һәм нығый ғына. Физик әүҙемлек ҡан тамырҙарына ла яҡшы тәьҫир итә, стенкаларын ҡатлауланыуҙан һаҡлай, һығылмалылығын көсәйтә.
Физик эш, хәрәкәт стрестан һәм депрессиянан арынырға ярҙам итә, кәйефте күтәрә. Ул калорияларҙы яндырырға ла ярҙам итә. Кәүҙә ауырлығынан арындырмаһа ла, артыҡ килограмдар йыйылыуға юл ҡуймай.
Тик кенә ятырға яратыусыларҙың пульсының йышлығы – минутына 70 – 75. Ә физик күнекмәләр менән шөғөлләнеүселәрҙең мускулдары күпкә көслөрәк, шунлыҡтан уларҙың йөрәге артыҡ көсәнмәй генә тамырҙар буйлап ҡанды шәберәк ҡыуа. Икенсе төрлө әйткәндә, уларҙың йөрәк тибеше йылына 10 миллионға кәмерәк. Тимәк, йөрәк артыҡ көс түкмәй, үҙ яйына ғына эшләп, үҙ бурысын башҡара.
Аҙ хәрәкәт итеүебеҙҙе эш күплеккә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтап, аҡларға тырышабыҙ. Әммә, уйлап ҡараһаң, хәҙер тормош күпкә еңелләште. Йорт эштәренең күбеһен техника ярҙамында башҡарабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡул менән кер йыуыуҙың нимә икәнен онотоп бара бит инде. Тимәк, буш ваҡытыбыҙ ҙа күберәк, тик уны телевизор ҡарап, телефон, компьютерға текләп үткәрәбеҙ шул. Был алама ғәҙәттән арынырға ваҡыт. Үҙеңдә дивандан тороп, телевизорҙы һүндерергә көс табырға ғына кәрәк. Бер сәғәт телевизор ҡараған ваҡытты шәп итеп атлап йөрөүгә бүлһәк, һимереү хәүефе – 25 процентҡа, ә шәкәр диабеты менән ауырыу ҡурҡынысы 35 процентҡа кәмейәсәк. Был осраҡта, баҫып тора алаһың икән – ултырма, тора алаһың икән – атла, тигән принциптан сығып эш итеү дөрөҫ.
Киске аштан һуң тышта йөрөп әйләнеү ҙә, телефондан һөйләшкәндә өйҙә генә атлап йөрөү ҙә файҙалы, теләк кенә булһын. Ә инде 16 аҙна эсендә бындай физик әүҙемлекте көн һайын әҙ-әҙләп кенә арттырғанда, кәүҙә ауырлығын биш килограмға кәметергә мөмкин. Иң мөһиме – көн һайын һәм мөмкин тиклем йышыраҡ хәрәкәт итергә.
Әлегә табиптар тик ултырыуҙы ауырыуға иҫәпләмәй. Әммә күп кенә белгес ултыраҡ тормош алып барыуҙа сәләмәтлек өсөн ҡурҡыныс дошман йәшеренеүен таный.
Хәрәкәт итеп, физик эш менән булып, ҡандағы холестерин кимәленең һәм ҡан баҫымының юғары булыуы кеүек һәм башҡа бик күп проблеманан арынырға мөмкин. Эш махсус рәүештә спорт менән шөғөлләнеүҙә лә түгел, ә мөмкинлек булған һайын хәрәкәт итергә тырышыуҙа. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигән халҡыбыҙҙың алтын һүҙҙәрен онотмайыҡ.