26.02.2019 Температуранан ҡурҡырға ярамай
Киҫкен респиратор ауырыуҙарға температура күтәрелеүе хас. Был хәүефлеме? Уны төшөрөү кәрәкме? Организмға зыян килмәһен өсөн нимә эшләргә?
Юғары температуранан ҡурҡыу кешелә борондан ҡалған. Ата-балаларыбыҙҙың иммунитеты ныҡ булғанлыҡтан, сирләгән саҡта температура айырыуса көслө булған, биҙгәк тотоу осраҡтары йыш күҙәтелгән. Хәҙер иһә ауырыуҙар күпкә тынысыраҡ үтә. Бындай инфекцияларға беҙҙең организмдың реакцияһы улай уҡ көслө түгел. Нигеҙҙә температура 38 – 39 градустан юғары күтәрелмәй. Шуға ҡарамаҫтан, күптәр тиҙерәк уны төшөрөү сараһын күрә башлай. Табиптарҙың фекеренсә, тән температураһы 38 – 38,5 градусҡа етмәйенсә уны төшөрөргә ярамай. Әммә гел генә был фекергә таяныу ҙа дөрөҫ түгел, барыһы ла ауырыуҙың хәленә һәм йәшенә бәйле. Өҫтәүенә, артыҡ юғары температура организм өсөн хәүефле, мейегә зарар килеүе бар.
Ниндәй дарыу эсергә?
Температураны төшөрөүсе дарыуҙарҙың да организмға зыяны булыуы мөмкин. Мәҫәлән, аспириндан танау ҡанай, шулай уҡ ул ашҡаҙанға ла насар тәьҫир итә. Парацетамол – бауырға һәм үпкәләргә, анальгин – ҡан әйләнеше системаһына кире йоғонто яһай. Ҡайһы бер осраҡта үҙеңдең йәшерен сирҙәреңде белмәгәнлектән, был дарыуҙарҙы эсеп, сирҙе тағы ла көсәйтеп ебәреү хәүефе арта. Телевидениенан туҡтауһыҙ рекламаланған Терафлю, Фервекс, Колдрекс кеүек препараттарҙы ауырыуҙың тәүге билдәләре күренә башлағас та йәһәтләп эсә башлайҙар. Әммә был популяр препараттарҙың нигеҙендә лә аспирин менән парацетамол ята. Әйткәндәй, барыбыҙға яҡшы таныш «Ауырырға ваҡыт юҡ!» тигән реклама ла ҙур зыян килтерә, сөнки сирҙе аяғөҫтө үткәреү хәүефле. Ҡайһы бер осраҡта температураны төшөрөү өсөн Ибупрофен (Нурофен йә Бруфен) тәғәйенләйҙәр. Уның кире йоғонтоһо иһә көслө түгел. Өҫтәүенә, ул ялҡынһыныуға ла ҡаршы көрәшә.
Тәбиғи дауалау ысулдары
Дарыуға ғына йәбешеп ятырға түгел, температураны төшөрөүҙең тәбиғи ысулдары ла бар бит. Билдәле булыуынса, тәбиғи аспиринды аҡ тал ҡайырыһында, ҡайын еләгендә, гөлйемештә табырға мөмкин. Мәҫәлән, ике ҡалаҡ киптерелгән ҡайын еләгенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, йә ярты литрлыҡ термосҡа 2 ҡалаҡ кипкән гөлйемеш йә бер ҡалаҡ аҡ тал ҡайырыһы һалып төнәткәндә, температураны төшөрөү өсөн бынамын тигән шәп дарыу килеп сыға.
Киҫкен респиратор ауырыуҙарынан мүк еләге лә яҡшы ярҙам итә. Унан шифалы эсемлек әҙерләп эсергә була.
Борон-борондан температураны төшөрөү өсөн ҡурай еләген файҙаланғандар. Бер стакан ҡайнар һыуға ике ҡалаҡ киптерелгән йәки туңдырылған ҡурай еләге һалһаң, дарыу әҙер. Ҡурай еләге менән сәй эсеү ҙә файҙалы. Тирләтә, тир менән сир ҙә сыға. Әммә тирләгәндән һуң ҡоро таҫтамал менән һөртөнөп, кейемегеҙҙе алмаштырырға онотмағыҙ. Температура менән ауырыған кешене ныҡ итеп урандырып һалырға ла ярамай. Юрған, йөн ойоҡбаш йә булмаһа ҡалын свитер температураны тағы ла күтәрә генә. Кизе-мамыҡ туҡыманан булған кейем менән түшәк тирләргә ҡамасауламай. Әйткәндәй, бүлмәне елләтеп алырға ла онотмағыҙ.
Температура юғары булғанда мөмкин тиклем күберәк һыу эсергә кәңәш ителә. Лимонлы сәй, мүк еләгенән йә ҡыҙыл көртмәленән морс, лимонлы сәй яҡшы ярҙам итә. Уларҙы әҙ-әҙләп, йыш эсергә кәрәк.
Температура ныҡ юғары күтәрелеп, ҡалтырата башлаһа, тәнде йылы һыуға манылған губка менән ыуыу яҡшы. Һыуға бер-ике тамсы эвкалипт йә лаванда майы ҡушырға ла ярай. Тағы ла һыуға 3, 6, 9 процентлы аш һеркәһе (көслөһөн ҡуша күрмәгеҙ!) ҡушып ыуыныу ҙа һөҙөмтәле. Айырыуса табанды, усты, ҡултыҡ аҫтын һәм тубыҡтың эске яғын яҡшылап ыуырға онотмағыҙ. Аяҡтарҙы табандан алып тубыҡҡа тиклем еүеш туҡыма менән уратырға була.
Тәндең яныуын баҫыу өсөн ҡайнатып һыуытылған һыу менән (йылымыс һыуға бер балғалаҡ тоҙ ҡушып) клизма ла ҡуялар.
Алда әйтеп үтелгән саралар ярҙамында тән температураһын төшөрөп, ауырыуҙың хәлен еңеләйтергә мөмкин. Әммә 72 сәғәт буйы температура төшмәй икән, мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк.