23.06.2019 Шиңмәҫгөл (бессмертник песчаный)
Был үләндән әҙерләнгән препараттар үт, ашҡаҙан һәм ашҡаҙан аҫты биҙе һутының бүленеп сығыуын көсәйтә, ауыртыуҙы баҫа, үттең составын яҡшырта, бактерияларға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлегенә эйә. Бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙарынан ҡулланалар. Шулай уҡ үт һәм бәүел ҡыуығында таш булғанда, колиттан, гастриттан, эс ҡатыуҙан, һалҡын тейеүҙән, йүтәлдән, атеросклероздан, подагра һәм ревматизмдан файҙаһы бар.
Төнәтмә
- Бер ҡалаҡ киптерелгән сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле һауытта, ҡапҡасын ябып, ярты сәғәт төнәтергә. Шуны өскә бүлеп, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.
- Бер стакан киптерелгән сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле һауытта 10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп, көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда, үт ҡыуыу сараһы булараҡ, ярты стакан эсергә.
Остеохондроз яфалағанда
- 3 – 4 г сельдерей тамырын иҙеп, өҫтөнә бер литр ҡайнар һыу ҡойорға. 8 сәғәт төнәткәндән һуң, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
- Муйын остеохондрозынан үгәй инә үләне файҙалы. Яңы ғына сәскә атҡан ваҡытта һабағы менән бергә ҡырҡып алып, банкаға һалырға, өҫтөнә нашатыр спирты ҡойорға һәм бер ай ҡараңғы урында тоторға. Әҙер булғас, ауыртҡан урынға һөртөргә мөмкин. Тик ныҡ итеп ышҡырға ярамай.
- Һыҙлаған урынға керән япрағын арт яғы менән һалып, шарф менән бәйләп ҡуйырға мөмкин. Тик һуңынан елдән һаҡланырға онотмағыҙ.
- Бер ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған әремде термосҡа һалып, өҫтөнә 300 мл ҡайнар һыу ҡойорға. Был төнәтмәне умыртҡа бағанаһының ауыртҡан урынына һөртөргә була.
- Сирендән, умырзаянан әҙерләнгән төнәтмә лә һыҙланыуҙы баҫа. Бер стакан сәскәгә 0,5 л араҡы ҡойоп, ун көн ҡараңғы урында тоторға. Һуңынан шуның менән ыуынырға мөмкин.
- Бер стакан ҡайнар һыуҙа 50-шәр грамм бесәй үләне, арыҫлан ҡойроғо тамырҙарын, ҡара әнис һәм укроп орлоғон төнәтергә. Төнәтмәне тәүлегенә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә. Ул ауырыу башланып торған ваҡытта файҙалы, шулай уҡ тынысландырыу көсөнә эйә, йоҡоно яҡшырта.
Баш ауырығанда
Кемдәр йыш баш ауыртыуы менән ыҙалана, түбәндәге рецепт буйынса әҙерләнгән дарыуҙы файҙаланып ҡарағыҙ. Айырыуса ҡан тамырҙары ҡыҫылғанда файҙаһы тейә. Уны әҙерләү өсөн 100-әр мл эвкалипт, бесәй үләне (валериан), арыҫлан ҡойроғо (пустырник), энәлек (боярышник) төнәтмәһе һәм 50-шәр мл дөр-дөр сәскә (пион уклоняющийся), бөтнөк үләне (мята) төнәтмәһе, 10 бөртөк ҡәнәфер (гвоздика), бер ҡалаҡ бал һәм 10 г имбир. Был үләндәрҙең төнәтмәләре дарыуханала һатыла. Шуларҙың барыһын бергә үтә күренмәгән шешәгә бушатып, 25 көн төнәтергә. Ваҡыты-ваҡыты менән шешәне һелккеләп, буташтырып торорға онотмағыҙ. Һуңынан һөҙөп алып, иртәле-кисле 25-әр тамсы эсергә.
Гранат ҡабығынан шифалы төнәтмә
Гранаттың ҡабығы ла бик шифалы. Уны дизентерия, сальмонеллез, ҡорһаҡ тифы, аппендицит, ашҡаҙан һәм эсәктәр сей яраһы, колит, дисбактериоз кеүек ауырыуҙарҙы дауалауҙа файҙаланалар.
10 – 20 г киптерелгән гранат ҡабығына 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөн ябырға һәм 25 – 30 минуттан һуң эсә башларға мөмкин. Һуңынан ҡабығын ташларға ярамай, артабан дауам итергә мөмкин. Һанап үтелгән ауырыуҙарҙың барыһы өсөн дә төнәтмә бер төрлө әҙерләнә, әммә ҡулланыу айырыла. Дизентерияны, сальмонеллезды, ҡорһаҡ тифын, холераны, аппендицитты биш сәғәт эсендә дауалау өсөн төнәтмә шулай ҡулланыла: 25 – 30 минут төнәткәндән һуң яртыһын эсергә (ярты стакан). 10 минуттан һуң үҙегеҙҙе һау-сәләмәт итеп тойҙоғоҙ икән, тимәк, ябай эс ауырыуы ғына булған. Ә инде 10 минуттан хәлегеҙҙең яҡшырыуын тоймаһағыҙ, өс сәғәттән һуң ҡалған яртыһын эсеп ҡуйығыҙ. Дауалау процесы өс сәғәт дауам итә, 5 сәғәттән һуң иһә ауырыу тулыһынса һауыға.
Ашҡаҙан һәм эсәк сей яраһын, колит һәм дисбактериозды дауалау өсөн әҙер төнәтмәне түбәндәгесә ҡулланырға: көн дауамында уртаса 90 – 100 мл эсергә кәрәк. Йәғни көнөнә дүрт тапҡыр 20 – 25 мл эсергә. Тәүгеһен иртәнсәк ас ҡарынға, һуңғыһын йоҡлар алдынан эсергә кәңәш ителә. Көн һайын түгел, ә көн аша эсергә кәрәк. Йәғни дүшәмбе, шаршамбы, йома, йәкшәмбе эсһәң, аҙнаның ҡалған көндәрендә ял итергә ҡушыла. Тулыһынса һауығыу өсөн ошо етә. Әгәр ҙә кемдер дауалауҙы дауам итергә теләһә, бер аҙна үткәс кенә рөхсәт ителә.
✔ Дауалау процесында төнәтмәне һөҙөргә ярамай, уны төнәтеүҙе дауам итергә кәрәк.
✔ Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу тыйыла.
✔ Һанап үтелгәндәрҙән тыш, Гиппократ ошо төнәтмә менән ҡырҡылған яраларҙы дауалаған. Яраға төнәтмәгә манып алынған таҙа туҡыма ябыла. Был туҡыма яра бөтәшкәнсе еүеш булырға тейеш.
Халыҡ медицинаһы рецептары араһында бауырҙы дауалауҙың меңләгән ысулын табырға мөмкин.
✔ Бауырға инфекция эләгеп, ялҡынһыныуҙан әрем яҡшы ярҙам итә. Уны тәмләткес урынына ашҡа һалырға мөмкин.
✔ Ҡайһы бер илдәрҙә гепатитты сөйәл үләне (чистотел) төнәтмәһе менән дауалайҙар. Бының өсөн бер ҡалаҡ ваҡланған йәшел үләнгә 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, һыуынғанын көтөргә һәм эсергә. Әммә был үлән менән бик һаҡ булырға кәрәк, сөнки ул ағыулы.
✔ Рәсәйҙә борон-борондан бауырҙы бөтнөк үләне (мята) менән дауалағандар. Бөтнөк үләне менән сөйәл үләнен бер үк күләмдә алып, бер ҡалаҡ ҡатнашмаға 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтергә һәм эсергә. Үт ҡыуығында таш булғанда һаҡ булырға кәңәш ителә, уларҙың ҡуҙғыуы ихтимал.
✔ Вируслы гепатит йоҡҡанда 100 г кипкән кесерткән үләненә бер литр кагор шарабы ҡойоп, 21 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Һуңынан 20 – 25 минут самаһы талғын утта тотоп, көнөнә өс тапҡыр 1/4 стакан эсергә.
✔ Холецистит менән яфаланғанда, ике тәүлек дауамында асығыу диетаһы тоторға. Шыйыҡ ҡына итеп сәй, газһыҙ минераль һыуға ябай һыу ҡушып эсергә кәңәш ителә.
✔ Үт тотҡарланмаһын өсөн аир үләненең тамырынан әҙерләнгән дарыуҙы эсергә кәңәш ителә. Ике балғалаҡ ваҡ итеп туралған аир тамырына 250 мл һалҡын һыу ҡойоп, төнө буйы тоторға. Шул төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
✔ Кавказда бауыр ауырыуҙарын дауалау өсөн барбаристың төрлө өлөшөн файҙаланалар. Тамырынан, ҡайырыһынан, япрағынан, емешенән төрлө төнәтмә әҙерләнә. Ул үтте ҡыуа, ауыртыуҙы баҫа. Әммә бындай төнәтмәне оҙаҡ эскәндә, ҡан баҫымының ҡапыл төшөп китеүе ихтимал. Кемдәрҙең ҡан баҫымы былай ҙа түбән, тимәк, уларға килешмәүе мөмкин.
Ҡайырыһынан төнәтмә әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ ваҡланған сеймалға 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, дүрт сәғәт мейестә тоторға кәрәк. Көнөнә өс тапҡыр 125-әр миллиграмдан 60 көн эсергә.
✔ Бауырҙы таҙартыу һәм ҡомон, шлактарын сығарыу өсөн ҡайын япрағынан дарыу әҙерләйҙәр. Бер ҡалаҡ ваҡланған япраҡҡа 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут тоторға. Ике-өс аҙна буйы тәүлегенә бер тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1/4 стакан эсергә.
✔ Бауыр сәнсеп ауыртҡанда бөтнөк үләне япрағын сәй урынына ҡайнатып эсергә.
✔ Бауырҙы таҙартыу өсөн өс стакан һолоно биш литрлыҡ быяла һауытҡа һалып, өс ҡалаҡ ҡайын бөрөһө һәм ике ҡалаҡ ҡыҙыл көртмәленең кипкән япрағын ҡушырға, бүлмә температураһындағы дүрт литр һыу ҡойорға. Бер көн һалҡында тотҡас, ҡапҡасын ябып, дүрт сәғәт талғын утта ҡайнатырға. Шунда уҡ өс ҡалаҡ күгүлән (спорыш) япрағы һәм һабағы, ике ҡалаҡ кукуруз емешлеге ауыҙы (кукурузные рыльца) ҡушып, тағы ла 15 минут талғын утта тоторға. 45 минуттан һуң һөҙөп алырға. Был төнәтмәне гөлйемеш төнәтмәһе менән ҡушырға кәрәк. Уныһы түбәндәгесә әҙерләнә. Бер стакан гөлйемеште иҙеп, бер литр һыу ҡойорға һәм 10 минут ҡайнатып алғас, дүрт сәғәт һыуыҡта тоторға. Әҙер булғас, ике төнәтмәне бергә ҡушып, ҡараңғыла һәм һалҡында һаҡларға. Тәүлегенә дүрт тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 150 мл эсергә. Кискеһен сәғәт 7-гә тиклем эсергә кәңәш ителә. Артыҡ ныҡ һыуыҡ килеш тә эсергә ярамай.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалау
Йыш ҡына дөрөҫ туҡланмауҙан, стрестан, антибиотиктар менән дауаланыуҙан эске органдарҙың эшмәкәрлеге боҙола. Ауырыуҙың тәүге билдәләрен ҡиммәтле дарыуҙарһыҙ ҙа бөтөрөп, өҫтәүенә, артыҡ кәүҙә ауырлығын да кәметеп була.
Панкреатиттан. Ҡарабойҙайҙы онтап, бер-ике ҡалаҡ онона бер стакан эркет һыуы ҡойоп төнәтергә һәм иртәнге аш урынына ашарға.
20 г уҫаҡ ҡайырыһына 200 мл һыу ҡойоп, 20 минут парҙа тоторға. Бер тәүлек төнәткәндән һуң көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Дисбактериоздан (антибиотиктар менән дауаланғандан һуң). Бер литр һөттө ҡайнатып, бер аҙ һыуынғас, 100 миллилитрлыҡ банкаларға ҡойорға һәм бер киҫәк киптерелгән арыш икмәге һалырға. Бер тәүлектән һуң, һөт ойоғас, һарымһаҡ һөртөлгән бер нисә ҡара икмәк киҫәге өҫтәргә. Әҙер булғас, һыуытҡыста һаҡларға һәм көн дауамында ашарға.
Һөйәктәр өсөн бәлзәм
Уны элек-электән һынған һөйәктәрҙе дауалау өсөн ҡулланғандар. Осоусы-йыһансы Георгий Гречко аяғын һындырғандан һуң ҡулланған һәм башҡаларға ла тәҡдим иткән.
Өс литрлыҡ банкаға аҡ төҫтәге 20 йомортҡаны йыуып, сей килеш һалырға. Лимондарҙы урталай ҡырҡып, йомортҡалар өҫтөнә һутын һығырға. Һут йомортҡаларҙы тулыһынса ҡапларға тейеш. Банканың өҫтөн салфетка (марля) менән ябып, йомортҡаның ҡабығы тулыһынса иреп бөткәнсе 15 – 20 көнгә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Һуңынан яҡшы итеп болғатырға һәм йомортҡаларҙың ярыһын ҡалаҡ менән һөҙөп алырға. Әҙер ҡатнашмаға 0,5 л коньяк ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә.
Тик ашҡаҙан сей яраһы, гастрит һәм бәлзәмдең компоненттарына аллергияһы булған кешеләргә уны ҡулланырға ярамай.
Ҡалҡан биҙендәге төйөндө дауалау
Ҡырғыстан үткәрелгән бер стакан ҡарабойҙай һәм әстерхан сәтләүеге онона бер стакан бал ҡушып бутап, быяла банкаға һалырға. Аҙнаһына бер тапҡыр көнө буйы шуны ғына ашап йөрөргә һәм һыу эсергә. Башҡа аҙыҡ ашарға ярамай. Дауаланыу курсы – алты аҙна. Бер айҙан дауаланыу курсын тағы ҡабатларға. Әйтеүҙәренсә, беренсе курстан уҡ һөҙөмтә күренә.
Тештәрегеҙ ныҡ булһын тиһәгеҙ
✔Пародонтоздан ҡотолоу өсөн теш ҡаҙнаһына балға тоҙ ҡушып һөртөргә кәрәк. 20 г балға 10 г тоҙ ҡушып, ныҡ итеп бутарға һәм шуны туҡыма киҫәгенә һалып, теш ҡаҙнаһын ыуырға.
✔Аир тамыры онтағына (0,5 г) теш таҙартыу онтағы ҡушып, көнөнә өс тапҡыр тештәрҙе шуның менән таҙартырға.
✔Тештәрҙә пародонтоз һәм кариес булғанда, бер стакан һыуға 20 тамсы прополис экстрактын ҡушып, ауыҙҙы сайҡатырға.
✔Теш ҡаҙнаһы ҡанһырап йонсотһа, биш ҡалаҡ ваҡ ҡына итеп ҡырҡылған ҡарағай ылыҫына бер ҡалаҡ онталған гөлйемеш емешен һәм бер ҡалаҡ ваҡланған һуған ҡабығын ҡушып бутап, өҫтөнә 1,5 л ҡайнар һыу ҡойоп, 5 минут ҡайнатырға. Был бер көнлөк норма. Шуны йылы килеш сәй урынына эсергә.
✔Бинтты таҙа аҡ шаршы майына манып, 10 – 15 минутҡа теш ҡаҙнаһына ҡуйырға. Бик һаҡ булығыҙ, яндырып ҡуймағыҙ. Процедураны 15 – 20 тапҡыр ҡабатларға. Алты айҙан һуң дауалау курсын тағы ҡабатларға.
✔Ҡанһырап торғанда теш ҡаҙнаһына тоҙ һәм көйҙөрөлгән әсеүташ һөртөргә кәңәш ителә.
✔Теш ҡаҙнаһын нығытыу өсөн меңъяпраҡ үләненең яңы һығылған һутын һөртөргә мөмкин.
✔Шулай уҡ көн һайын теш ҡаҙнаһын һарымһаҡ бүлкәте менән ыуырға кәңәш ителә. Дауаланыу курсы – ике аҙна. Биш көндән һуң уны тағы ҡабатларға була.
Алоэ гөлөнөң бик шифалы үҫемлек булыуы хаҡында бик яҡшы беләбеҙ. Ул үтә ныҡ ябығып, хәлһеҙләнгән кешене лә аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә. Ә төрлө ауырыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән түбәндәге рецептар буйынса төнәтмә әҙерләп эсергә мөмкин.
- Бер шешә кагорға 4 алоэ һабағы һалып, 4 көн төнәтергә һәм һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр берәр рюмка эсергә.
- Бер литр таҙа спиртҡа 4 алоэ һабағы һалып, шулай уҡ 4 көн төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр 40-ар тамсы ҡулланырға.
- 200 г алоэ, 1 кг бал, 200 г зәйтүн майы, 100 г ҡайын бөрөһө, 50 г йүкә сәскәһе, 30 г ромашка сәскәһе алына. Төнәтмәне әҙерләр алдынан ҡырҡып алынған алоэ япраҡтарын йыуып, 10 көнгә һыуытҡысҡа һалып торорға. Балды иретеп, ваҡланған япраҡтарҙы ҡушырға һәм ошо ҡатнашманы яҡшы ғына итеп пар өҫтөндә тотоп алырға. Ҡайын бөрөһө, йүкә сәскәһе һәм ромашка сәскәһенә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер-ике минут ҡайнатырға һәм һөҙөп, әҙер баллы ҡатнашмаға ҡушырға. Бөтәһен бергә бутағандан һуң, шешәләргә ҡойоп, һәр береһенә тигеҙ итеп зәйтүн майы ҡойоп сығырға һәм һалҡын урында һаҡларға. Көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Эсер алдынан шешәне һелкетеп алырға онотмағыҙ.
- 100 г алоэ һуты, 500 г иретелгән һыйыр майы (аҡ май), 25 г мумие, 50 г таҙартылған һәм ваҡланған прополис, 250 г бал, 25 г ҡарағай сайыры алына. Утҡа ҡуйып, барыһын бергә бутарға һәм йылытырға. Болғата-болғата тороп һыуытырға һәм 5 – 6 көн төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Гөлйемеш күҙҙәргә ярҙам итә
Катарактанан, күҙҙең селтәрле ҡабығы дистрофияһынан һәм иммунитетты нығытыу өсөн гөлйемештән әҙерләнгән эсемлек файҙалы. Бер балғалаҡ кипкән гөлйемеш япрағына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 – 2 минут утта тоторға кәрәк. Һыуынғас, һөҙөп, бер балғалаҡ бал ҡушып, көн дауамында эсергә.
Был шифалы эсемлекте күпме теләйһең, шунса эсергә мөмкин. Айырыуса йоҡлар алдынан һәм торғас та эсергә кәңәш итер инем.
Ирен осонғанда
Иренгә, биткә герпес сыға башлау менән алманы ҡырғыстан үткәреп, шул урынға ҡуйырға мөмкин. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға, тик һәр ваҡыт алманы яңынан ҡырырға кәрәк. Һуңынан шул урынға каланхоэ япрағын лейкопластырь менән нығытып ҡуйһаң, тағы ла яҡшыраҡ. һуты сыҡһын өсөн япраҡты энә менән тишкеләргә онотмағыҙ.
Ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеү өсөн
1,5 – 2 см ҡалынлыҡтағы һәм 20 см оҙонлоҡтағы керән тамыры, 9 бүлкәт һарымһаҡ, сифатлы һыра һәм бер литрлыҡ быяла шешә йә банка кәрәк буласаҡ.
Керән тамырын яҡшы итеп йыуырға (таҙартырға ярамай) һәм ваҡ ҡына итеп турап, шешәгә һалырға. Һарымһаҡты таҙартып, шулай уҡ ваҡлап, шешәгә һалырға. Өҫтөнә тултырғансы һыра ҡойоп, 10 көнгә ҡараңғы урынға төнәтергә ҡуйырға. Һуңынан һөҙөп, тәүге ике көндә 2 – 3 тапҡыр – берәр балғалаҡ, аҙаҡтан көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Был төнәтмә менән бер ай эсендә ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөп була.
Ҡан тамырҙарын таҙартыу
Был дарыу ҡан әйләнешен яҡшырта, күп кенә ауырыуҙан арынырға ярҙам итә, тотош организмды йәшәртә.
Уны әҙерләү өсөн берәр стакан лимон һуты, кишер һуты, сөгөлдөр һуты, ҡара торма һуты, һарымһаҡ (15 баш) һуты, бал һәм кагор кәрәк. Барыһын бергә ағас ҡалаҡ менән бутап, 2 литрлыҡ банкала һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң берәр ҡалаҡ эсергә. Ай ярым ҡулланғандан һуң 2 – 3 ай ял итеп алырға һәм йәнә ҡабатларға мөмкин.
Тымауҙан, гаймориттан
Бер балғалаҡ бал, бер балғалаҡ эвкалипт төнәтмәһе (дарыуханала һатыла), бер балғалаҡ ҡаты итеп бешерелгән ҡара сәйҙе бергә ҡушып бутарға һәм өс көн буйы көнөнә өс тапҡыр танауға тамыҙырға. Бер тамыҙғанда, пипетканың яртыһын алырға кәрәк. Бер-ике процедуранан һуң да танау асылып, тын алыуы еңелләшә.
Шешенеүҙән
Был коктейль бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан тамырҙарын нығыта һәм шешенеүҙе кәметә. Ҡыярҙың ҡабығын әрсеп, турап блендерға һалырға, бер аҙ таҙартылған әстерхан сәтләүеге, йәшел һуған, укроп, һарымһаҡ, зәйтүн майы, лимон һуты һәм ҡайнаған һыу өҫтәргә. Тоҙ урынына диңгеҙ кәбеҫтәһе һалырға мөмкин. Барыһын бергә блендерҙа иҙергә һәм өҫтөнә йогурт йә кефир ҡойорға.
Бронхиттан
Киптерелгән мандарин ҡабығынан бронхитты дауалау өсөн бик яҡшы дарыу әҙерләп була. 20 г ваҡланған ҡабыҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Әҙер булғас һөҙөп, көнөнә биш тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә. Көндәлек порцияны һәр саҡ яңынан әҙерләргә.
Быуындар һыҙлауынан
Бер үк күләмдә шалҡан, керән һәм торма алып, ҡырғыс аша үткәрергә һәм барыһын бергә бутап, ауыртҡан урындарға һөртөргә, йәиһә марляға һалып, компресс итеп ябырға. Керәндең тирене яндырыуы ихтимал, шуға күрә компресты ике сәғәттән артыҡ тоторға һәм көн һайын ҡуйырға ярамай.
Анемиянан ярҙам итә
Бер үк күләмдә торма, сөгөлдөр, кишер, мүк еләге һуты алына һәм шуға берәр өлөш бал һәм коньяк ҡушыла. Килеп сыҡҡан дарыуҙы һыуытҡыста тотоп, көнөнә өс тапҡыр өсәр ҡалаҡ эсергә. Гемоглобин күтәреләсәк. Профилактика өсөн был ҡатнашманы йылына ике тапҡыр берәр литр эсергә кәрәк.
Тиреләге кескәй эрендәргә ҡаршы
Ғәҙәттә, балаларҙың тиреһендә бәләкәй генә эрендәр барлыҡҡа килә. Уларҙы дауалау өсөн бер үк күләмдә һуған, балан емеше һәм үҫемлек майы алырға кәрәк. Шуларҙы табала әкрен утта быҡтырырға һәм бер тәүлек төнәткәндән һуң сирле урындарға һөртөргә.
Үҙәк көйөүҙән арыныу өсөн
- Ярты стакан артыҡ ҡуйы булмаған һөт эсергә мөмкин, бер сәғәткә булһа ла үҙәк көйөүе баҫылыр.
- Сей картуфтың һуты бигерәк тә һөҙөмтәле булыуы ихтимал. Бының өсөн картуфты әрсеп, ҡырғыс аша үткәрергә һәм һутын һығып, көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.
- Бөтнөк үләненең һуты үҙәк көйөүҙе баҫыу ғына түгел, ғөмүмән, уны булдырмаҫҡа ярҙам итә. Үлән сәйенә ҡарағат, балан япрағы ла ҡушырға ярай. Был сәйҙе көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр стакан эсергә кәңәш ителә.
Теш һыҙлауынан
Ҡырғыстан үткәрелгән ике ҡалаҡ шалҡанға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 5 минут ҡайнатырға һәм һөҙөп алырға. Бер аҙ һыуынғас, ошо төнәтмә менән тештәрҙе, ауыҙҙы сайҡатырға. Теш һыҙлауы баҫылыр һәм ҡабат борсомаҫ.
Склероздан
-Бер ҡалаҡ ҡыҙыл миләш емешенә бер ҡалаҡ мәтрүшкә, өс ҡалаҡ гөлйемеш ҡушып бутарға. Бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, сәғәт ярым төнәтергә һәм бал ҡушып, сәй урынына эсергә.
-Башлы һуған иҙмәһенә шул уҡ күләмдә бал ҡушып бутарға һәм бер ай буйы көн һайын иртәле-кисле берәр ҡалаҡ ашарға.
-Ҙур булмаған һарымһаҡты иҙеп, өҫтөнә рафинадланмаған көнбағыш майы ҡойорға. Төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртәнсәк бер ҡалаҡ һарымһаҡ майына бер ҡалаҡ лимон һуты ҡушып, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Дауаланыу курсы – 1,5 – 2 ай.