RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Быуындар ауыртҡанда ниндәй үләндәр ярҙам итә?

07.02.2019 Быуындар ауыртҡанда ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Халыҡ медицинаһында быуындарҙы дауалау өсөн ҡылысъяпраҡ (сабельник болотный) үләнен, керән һәм кесерткән ҡулланғандар.

Ҡылысъяпраҡ
Икенсе төрлө уны бысағүлән тип тә йөрөтәләр, быуындарҙы дауалау өсөн иң яҡшы үлән иҫәпләнә. Ҡағиҙә булараҡ, һыҙлаған быуындарҙы спиртлы төнәтмәһе менән ыуырға ҡушалар. Уны әҙерләү өсөн 50 г киптерелгән йәки 150 г яңы ҡаҙып алынған тамырға 0,5 л араҡы ҡойоп, өс аҙна буйы ҡараңғы урында төнәтергә. Ваҡыты-ваҡыты менән болғатып торорға онотмағыҙ. Төнәтмә ҡара һоро төҫтә булырға тейеш, асыҡ һалам төҫөндә түгел.
Ҡайһы бер халыҡ табиптары уны көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә лә кәңәш итә.
Кемдәргә спирт ярамай, төнәтмәне икенсе төрлө әҙерләргә мөмкин: 2 ҡалаҡ үләнгә 0,5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Уны көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 100-әр г эсергә. Ай һайын унар көнлөк ял ойоштороп, ярты йыл дауаланырға тура киләсәк.

Керән
1 кг керәнде ит үткәргес аша үткәреп, 4 л һыу ҡойорға һәм 5 минут ҡайнатырға. Һыуынғас, 0,5 кг бал өҫтәргә. Төнәтмә бөткәнсе көнөнә берәр стакан эсергә. Дауалау курсын йылына ике тапҡыр – яҙғыһын һәм көҙгөһөн үткәрергә. Төнәтмәне һыуытҡыста һаҡларға.
Яңы ҡаҙып алынған керән тамырын ваҡлап, 2 – 3 сәғәткә ауыртҡан быуынға ябырға мөмкин. Тире артыҡ нескә булһа, тамыры урынына япраҡтарын ҡулланырға ҡушыла.

Кесерткән
Быуындар ауырыуының башланғыс стадияһында кесерткән ярҙам итәсәк. Уның менән мунсала ауыртҡан быуындарҙы сабырға, ванна эшләргә була. Бының өсөн 3 – 5 кг кесерткәнде бер биҙрә һыуҙа 30 минут ҡайнатырға һәм һыу тултырылған ваннаға өҫтәргә. 20 минутлыҡ процедураны көн аша ҡабатларға ярай.

Лавр япрағы
Киптерелгән 20 лавр япрағына ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 5 минут ҡайнатырға. Һуңынан 3 – 4 сәғәт термоста төнәтергә. Әҙер төнәтмәне өс көн эсендә әҙ-әҙләп йотомлап эсеп бөтөрөргә. Бер аҙнанан дауалауҙы йәнә ҡабатларға. Бындай дауаланыу курсын йылына бер-ике тапҡыр ғына үткәрергә рөхсәт ителә.
Бер стакан ваҡланған лавр япрағына бер стакан көнбағыш майы ҡойоп, өс аҙна төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, быуындарға ыуыу өсөн файҙаланырға.

Көнбағыш
Йәйҙең икенсе яртыһында, көнбағыштың емештәре барлыҡҡа килә башлағас, уның башын ҡырҡып алып, бәләкәй киҫәктәргә бүлгеләп, быяла банкаға тултырырға. Бер ус ваҡланған һабын (балалар өсөн тәғәйенләнгәне яҡшыраҡ) өҫтәргә һәм араҡы ҡойоп, ҡапҡасын яҡшы итеп ябып, 9 көнгә яҡты урынға ҡуйырға. Һуңынан һөҙөп, һығып алырға һәм һыҙлаған быуындарҙы ыуырға. Ревматизмдан, радикулиттан файҙаһы тейә.
Көҙгөһөн көнбағыштың тамырын ҡулланырға мөмкин. Йыуып, киптереп, фасоль ҙурлығында ваҡларға һәм эмалле һауытҡа бер стакан ошо тамырҙы һалып, 3 л һыу өҫтәргә һәм 2 – 3 минут ҡайнатырға. Төнәтмәне 2 – 3 көн буйы сәй урынына эсергә.

Һоло
2 стакан һолоға (ул ҡабыҡлы һәм бөтөн булырға тейеш) 1 л һыу ҡойоп, мейестә йә һыулы кәстрүлгә ултыртып, яртыһы ҡалғансы ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп алып, бер ҡалаҡ бал ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр йылы килеш 150 мл эсергә.
Был төнәтмә менән һыҙлаған быуындарға компресс та эшләргә мөмкин.
Халыҡта һоло һаламы менән шифалы ванналар ҙа киң ҡулланыла. Бының өсөн 1 кг һаламды бер биҙрә һыуҙа ҡайнаталар ҙа, һыу тултырылған ваннаға өҫтәйҙәр.

Дегәнәк
Йәйгеһен һыҙлаған быуындарҙы дегәнәк япрағы менән урарға була. Был осраҡта йомшаҡ яғын тирегә ҡуйырға кәңәш ителә.
Шулай уҡ 4 – 5 ҡалаҡ ваҡланған дегәнәк тамырын бер биҙрә һыуға һалып ҡайнатып сығарырға һәм бер аҙ һыуынғанын көтөргә. Дүрткә бөкләнгән простыняны йылы төнәтмәгә манып алып, һыуын бер аҙ һығырға һәм ауырыуҙы шуға ныҡ итеп төрөргә. Простыня уның тәнен ҡултыҡ аҫтынан алып шайтан ашығына тиклем ҡапларға тейеш. Аяҡтар бер-береһенә ҡағылмаһын өсөн араһында простыняның бер өлөшөн ҡалдырырға. Һуңынан ауырыуҙы шулай итеп ҡоро простыня һәм одеял менән уратырға һәм 1,5 – 2 сәғәткә ҡалдырырға. Йоҡлаһа, простыняларҙы һуңынан да сисергә мөмкин. Был дауалау ысулын тәүлегенә бер тапҡыр ҡулланырға ярай. Иң яҡшыһы – төнгөлөккә эшләргә. Алты көндән бер тәүлек ял иттереп алырға онотмағыҙ. Дауалау курсы 2 – 3 аҙнаға иҫәпләнгән.
Дегәнәк тамырынан май әҙерләп, уны эҫе мунсала ҡулланырға була. Бының өсөн 4 ҡалаҡ дегәнәк тамырына 4 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, яртыһы ҡалғансы парҙа тоторға. Һуңынан әҙер төнәтмәгә 1:4 нисбәтендә аҡ май ҡушып бутарға.
Тейешле һөҙөмтә булһын өсөн үләндәр менән күпме дауаланырға? Күптәрҙе ошо һорау ҡыҙыҡһындыралыр. Рецепта аныҡ ҡына ваҡыты күрһәтелмәһә, бер-ике ай ҡулланырға мөмкин. Әммә һөҙөмтә булһын өсөн дауаланыу курсын күпмелер ваҡыттан һуң йәнә ҡабатларға тура килеүе лә ихтимал.




Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…