03.02.2019 Иртә – иң хәүефле мәл
Күп йылдар фельдшер булып эшләгәнгә, инсульт һәм инфаркттың кешене таңда ҡарауыллағанын яҡшы беләм. Артериаль ҡан баҫымы иртән күтәрелеүсән. Тыныс ҡына йоҡлап ятҡан хәлдә лә, тороп ҡан баҫымыңды үлсәп ҡараһаң, ул юғары була. Үҙебеҙ өсөн һуңғы йылда яҡшы ысулдарҙы ғәҙәт итеп алдым. Уларҙың башҡаларға ла файҙаһы тейер, тип уйлайым.
Иртән уянғас та, һикереп торорға ярамай. Беренсенән, шәп тороуҙан баш әйләнеп, йығылырға мөмкин, ә беҙҙең йәштә һөйәктәр тиҙ генә һынып барыусан, һынған һөйәктәр, етмәһә, оҙаҡ төҙәлә. Икенсенән, ҡан баҫымы кинәт күтәрелеп, иҫте юғалтырға ла була. Уянғас, яйлап ҡына кирелеп, һуҙылып, аяҡ-ҡулдарҙы һыйпап, ҡанды йөрөтөп, ашыҡмай ғына тороп ултырығыҙ. Мин устарымды бер-береһенә ышҡып, елкә, муйын тирәһен ыуалап, бармаҡтарҙың һәр быуынына массаж яһап, битемде ипләп кенә һөйөп яратам: “Эй, үҙем һөйкөмлө лә инде!”. Кәйеф тә күтәрелә, йөрәк-ҡан системаһы ла көсөргәнешкә ҡулайлаша.
Ирем йәш сағынан тәмәке тартҡас, насар ғәҙәт менән дуҫлығын бер ҙә өҙә алмай. Шулай ҙа иртән тәмәке тартыуын ташлаттырҙым. Ул бит көнөн шул тәмәке менән башлап өйрәнгән (ас ҡарынға!). Тәүҙәрәк, бикле арыҫлан кеүек, үҙенә урын тапмай ҡаңғырҙы. “Бутҡа ашағас!” – тип ныҡ торҙом. Әле үҙе лә, элекке менән сағыштырғанда, әҙерәк тартам, ташларға була, тип ҡыуана. Төндә йүткереүе кәмеүе үҙе бер еңеү кеүек!
Хәҙер ҡаты сәй ҙә эсмәйбеҙ. Тәүҙә ирем, ҡыҙҙар сәйенең бер тәмен тапмайым, йыуынты һыу эскән һымаҡ, тип мыжыһа ла, һөт урынына лимон киҫәге һалып эсергә өйрәнде. Уның ҡарауы, ҡан баҫымы рәтләнә.
Ҡараңғы иртә төшкәс, ныҡ һуңға ҡалмай, яҡтыла ирем менән ҡул һелтәп атлап, урам буйлап йөрөп киләбеҙ. Беҙҙең көн дә йөрөүгә күршеләр ҙә хәҙер аптырамай. Урта йәштәгеләр араһында скандинав йөрөшө менән мауығыусылар ҙа бар бит.
Өлкәнәйгәс, йәш саҡтағы кеүек яндырайланып эш эшләүҙе лә оноторға тура килде. Бөтә ваҡ-төйәк эште ҡабаланмай башҡарабыҙ. Ә ҡайҙа ашығырға? Балалар үҫкән, үҙ тормошо менән йәшәй, беҙ ҙә хаҡлы ялда. Ғүмер көҙөн матур ғына итеп йәшәргә яҙһын. Иң мөһиме – кеше көнлө итмәһен.