RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бик үк таныш та түгел, имеш, был таныш!

30.01.2019 Бик үк таныш та түгел, имеш, был таныш!

Барыһына ла кескәй саҡтан таныш йүтәлде күҙ уңында тотабыҙ. Йүткергән кешене күрһәк, ғәҙәттә, һалҡын тейҙергән, тип уйлайбыҙ. Ләкин, киҫкен респиратор-вирус ауырыуҙарынан тыш, башҡа сирҙәрҙең дә йүткереү ҡатыш үтеүе бар. Шуға ла табиптар йүткереүҙең бөтә билдәһенә лә иғтибар итә.

Оҙайлылығы. Өс аҙнанан ашыу дауам иткән йүтәл хроник тип атала. Шуға тиклем дауам иткәне – киҫкен.
Дауамлылығы. Был билдә буйынса йүтәл әллә ниҙә бер, ҡыҫҡа, өйәнәкле, даими була.
Тембры. Ҡоро, еүеш, өҙөк-өҙөк, сәсәп һ.б.
Һыҙаты. “Һөҙөмтәһеҙ” тип аталған йүтәл еңеллек килтермәй, ә “һөҙөмтәлеһе” (ҡаҡырыҡ сыҡҡанда) организмды зарарлы матдәләрҙән ҡотолдора.
Йүтәлдең ниндәй осраҡта килеп сығыуы. Мәҫәлән, уның айырым миҙгелдә йәки тәүлектең билдәле бер мәлендә башланыуы ихтимал. Төрлө инфекциянан, дарыу ҡабул иткәндән, ашағандан һуң башланыуы бар. Зарарлы матдәләр менән эшләү, аллергия ла үҙ өлөшөн индерә.

I. Киҫкен йүтәлдең сәбәптәре



Киҫкен һәм обструктив бронхит
Нескәлектәре

Йыш ҡына киҫкен респиратор-вирус ауырыуҙарынан (киҙеү, ҡыҙылса, сәсәтмә һ.б.) һуң барлыҡҡа килә. Кинәт кенә температура күтәрелә (38,5 – 39°), тәрән йүтәл мәлендә ҡуйы ҡаҡырыҡ бүленеп сыға, хәлһеҙлек күҙәтелә. Ғәҙәттә, төндә арҡала ятҡанда йүтәл көсәйә.
Обструктив бронхит менән ауырығанда кеше ыҙаланып, сәсәп йүткерә, ауыр һулыш ала, тын алғанда ғыжылдау күҙәтелә.
Нимә эшләргә?
Тәү сиратта симптоматик дауа тәғәйенләнә: температураны төшөрөүсе, ҡаҡырыҡ сығарыу өсөн дарыуҙар, ингаляциялар. Бактериаль бронхитты шулай уҡ антибиотиктар менән дә дауалайҙар.

Киҫкен фарингит, ларингит,ларинготрахеит
Нескәлектәре

Ларингит менән ауырығанда йүтәл ҡоро һәм интектергес, кешенең тауышы ҡарлыға. Балаларҙың тамағы ҡурҡыныс ҡыҫылып, һыҙғырып ауыр тын алыуы күҙәтелә, улар ғыжылдап, өҙөк-өҙөк йүткерә (ялған тын юлы шеше).
Фарингит мәлендә тамаҡ ауырта, ҡысыта, сәнсә, шуға ла ауырыу кеше, тамағындағы төйөрҙө сығарырға маташҡандай, көсәнеп йүткерә.
Нимә эшләргә?
ЛОР-табипҡа күренергә, ларингоскопия эшләтергә. Дауалауҙа антибиотиктар ҡулланалар. Ялған тын юлы шеше булғанда, кисекмәҫтән “Тиҙ ярҙам” саҡыр­тырға кәрәк, сөнки тамаҡ шешен үҙаллы бөтөрөү ифрат ҡатмарлы.

Киҫкен респиратор-вирус ауырыуҙары, киҙеү
Нескәлектәре

Ҡоро йүтәл еүешкә әйләнә. Ҡаҡырыҡ үтә күренмәле (вируслы инфекция билдәһе) йәки эрен ҡатыш (бактериаль инфекцияның ҡушылыуы билдәһе) була. Башҡа билдәләре: юғары температура, маңҡалау, хәлһеҙлек.
Нимә эшләргә?
Вирусҡа ҡаршы дауа тәғәйенләнә. Еүеш йүтәл мәлендә ҡаҡырыҡты шыйығайтыусы һәм уның сығыуына булышлыҡ итеүсе препараттар ярҙам итә.
Сәсәтмә (быума йүтәл)
Нескәлектәре
Был сир яйлап барлыҡҡа килә. Кеше быуылып йүткерә (йүтәл көсәйеп, ҡоҫоуға тиклем барып етеүе ихтимал). Йүтәл ҡоро була.
Нимә эшләргә?
Диагнозды ҡанға анализ үткәргәндән һуң ҡуялар. Антибиотиктар, ҡаҡырыҡты шыйығай­тыусы дарыуҙар, саф һауа талап ителә.

Пневмония һәм плеврит
Нескәлектәре

Тәүҙә йүтәл ҡоро, һуңынан ул еүеш, сәсәп йүткереүгә әйләнә.
Үпкә шешеүенә температура­ның кинәт күтәрелеүе, өшөп ҡалтыраныу, тын алғанда күкрәк ситлегендә, ҡабырғаларҙа ауыртыу, тутыҡ төҫөндәге ҡаҡырыҡ бүленеү хас. Фридлендер таяҡсалары арҡаһында барлыҡҡа килгән пневмонияла бүленделәр кирбес йәки иҙелгән ҡарағат төҫөндә була. Стафилококк арҡаһында барлыҡҡа килгән инфекция мәлендә ҡаҡырыҡ асыҡ ҡыҙыл төҫтә була; стрептококк иһә эренле ҡаҡырыҡ бүлендертә; микоплазма бактерияһына ҡуйы ҡанлы бүленделәр хас.
Плеврит (үпкә ярыһының шешеүе) ваҡытында йүтәл ҡоро, күкрәк ситлегендә йүткергәндә һәм тәрән тын алғанда кө­сәйгән сәнсеп ауыртыу күҙәтелә.
Нимә эшләргә?
Диагностиканың төп ысулы – үпкәгә рентген яһау, төп дауалау – бактерияларға ҡаршы терапия.

Үпкә туберкулезы
Нескәлектәре

Көслө йәки уртаса еүеш йүтәлдең ҡан төкөрөү менән оҙатылыуы мөмкин. Оҙаҡ ваҡыт температураның күтәрелеп тороуы, төндә тирләү, лимфа төйөндәренең шешенеүе күҙә­телә. Ҡаҡырыҡ аҙ ғына, лайлалы йәки күп һәм эренле булыуы ихтимал.
Нимә эшләргә?
Фтизиатрға мөрәжәғәт итергә, үпкәгә рентген эшләтергә, ҡаҡырыҡты ҡат-ҡат тикшертергә.

II. Хроник йүтәлдең сәбәптәре



Бронхиаль астма
Нескәлектәре

Йүтәл, тын ҡыҫылыу, һыҙғырып тын алыу йышыраҡ төндә, шулай уҡ физик көсөргәнештән, һыуыҡта һәм аллерген менән бәйләнеш булғандан һуң күҙәтелә. Өйәнәк ваҡытында йәбешкәк, төйөрлө ҡаҡырыҡ бүленә.
Нимә эшләргә?
Аллергологҡа һәм пульмо­нологҡа мөрәжәғәт итергә. Аллергендарға тест, спирометрия (тын алыуҙың функцияһын тикшереү), пикфлоуметрия (һу­лыш сығарыуҙың иң юғары тиҙлеген билдәләү) үткәрергә. Һулыш сығарыуҙың иң юғары тиҙлеге норманан 20 һәм унан күберәк процентҡа кәмерәк икән, был – астма билдәһе.

Идиопатик (һис бер сәбәпһеҙ) йүтәл
Нескәлектәре

Ентекле тикшергәндән һуң да йүтәлдең сәбәптәре асыҡланмай ҡалған осраҡтар була (йүтәл менән ауырығандарҙың яҡынса 20 процентында). Ғәҙәттә, йүтәлдең был төрө менән урта йәштәге ҡатын-ҡыҙ яфалана: айырыуса киҫкен респиратор-вирус ауырыуын кисергәндән һуң, менопауза осоронда оҙайлы ҡоро йүтәл башлана.
Нимә эшләргә?
Үкенескә күрә, йүтәлгә ҡаршы препараттар ҡулланыу менән генә сикләнергә тура киләсәк.

Синусит, гайморит, ринит
Нескәлектәре

Танауҙан мул бүленгән лайла тамаҡ буйлап трахеяға ағып төшөп, йүткертә. Был сирҙәргә йыш-йыш (айырыуса төндә) йүткереү, шулай уҡ тымау, маңҡалау хас, ауырыу кеше танау менән йүнләп тын ала алмай ҡаңғыра.
Нимә эшләргә?
ЛОР-табипҡа мөрәжәғәт итеп, танауҙы дауаларға.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…