24.01.2019 Йәшел сәйгә күсергә ине...
Ҡытай ғалимдары, йәшел сәйҙең мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итеүен раҫлаған.
Йәшел сәйҙәге галлат эпигаллокатехин (EGCG) хәтер юғалыуға ҡаршы “дарыу” ролен дә үтәй ала (Альцгеймер ауырыуына ҡаршы ҡалҡан), фекерләү ҡеүәһен дә үҫтерә, ти улар. Сәйҙең файҙаһы бер нисә айҙан һуң күҙәтелә. Бының өсөн көнөнә ике сынаяҡтан артығыраҡ йәшел сәй эсергә кәңәш итәләр.
Әйткәндәй
Ябығырға теләүселәр ҙә йәшел сәйгә “таяна” ала. Һимереүгә ҡаршы көрәштә ул – иң кәрәкле эсемлек!