RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәлә – аяҡ аҫтында

20.01.2019 Бәлә – аяҡ аҫтында

Һуңғы ваҡытта тауҙан тюбингта һәм саңғыла, сноубордта шыуыусыларҙың ҡолап, етди ҡазаланыуы, хатта үлемесле йәрәхәтләнеүе тураһында йыш ҡына ишетергә тура килә. Ысынлап та, ҡышҡы ялдың был төрҙәре, махсус күнекмәң булмағанда һәм һаҡлыҡ саралары күрмәгәндә, үтә лә хәүефле. Беренсенән, бейек тауҙан төшкәндә тиҙлек үтә юғары, икенсенән, улар менән идара итеүе ҡыйын. Мәҫәлән, тюбингты бер нисек тә үҙең теләгән яҡҡа бороп булмай. Шунлыҡтан, әлбиттә, бындай шыуғыстарҙа махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына шыуырға кәрәк, ә үҙ белдегең менән теләһә ниндәй тауға менеп түгел. Сөнки махсус әҙерләнгән трассала барлыҡ хәүефһеҙлек сараһы күрелә, юлда кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныс тыуҙырыусы тотҡарлыҡтар ҙа бөтөрөлә. Икенсенән, тәжрибәң юҡ икән, тауҙың тәпәшерәген һайлау дөрөҫөрәк булыр.
Ҡышҡыһын юлдар тайғаҡ булыу сәбәпле, ҡолап, берәй ереңде ауырттырыу хәүефе былай ҙа бермә-бер арта. Көтмәгәндә йығылып, тән йәрәхәте алыу аҙым һайын һағалап ҡына тора.


Йәрәхәтләнеүҙән нисек һаҡланырға?



- Иң тәү сиратта тайғаҡ табанлы аяҡ кейеме кеймәҫкә кәрәк.
- Таяҡҡа йәиһә ҡулсатырға таянып йөрөү ҙә тайып ҡолауҙан һаҡлай.
- Ҡышҡы кейем йылы ла, уңайлы ла булырға тейеш. Сөнки тайып киткәндә, ғәҙәттә, аяҡ-ҡулдарҙы болғап, нисек тә ҡоламаҫҡа тырышабыҙ. Бына шул саҡта кейем хәрәкәтте сикләргә тейеш түгел. Тар итәк, салбар, шулай уҡ оҙон ауыр тундар ҙа аяҡ араһында буталып, тигеҙлекте һаҡларға ҡамасаулауы ихтимал.
- Алға эйелеберәк, ашыҡмай йөрөргә кәңәш ителә.
- Ҙур, ауыр сумкаларҙы күтәрмәҫкә тырышырға, сөнки улар аҫҡа тартып, кәүҙәне тигеҙ тоторға мөмкинлек бирмәй. Иң уңайлыһы – арҡаға аҫып йөрөү.


Дөрөҫ ҡоларға өйрәнәйек



Иң мөһиме – үҙегеҙгә артыҡ зыяны булмаһын өсөн дөрөҫ ҡоларға өйрәнеү. Ҡолай башлағанда мөмкин тиклем мускулдарҙы көсөргәндереп, аяҡ-ҡулдарҙы йыйып, бер яҡ ҡабырғаға ҡоларға тырышығыҙ. Ҡолаған ваҡытта бер ҡасан да ҡулға таянырға ярамай, ҡушҡар һөйәген һындырыу ихтималлығы көсәйә. Артҡа ла ҡоларға тырышмағыҙ, баш менән боҙло ҡарға бәрелеү – бик насар. Иң хәүефлеһе – ҡолаған ваҡытта артҡа ултыра төшөү: ололарға – аяҡты төптән һындырыу, йәштәргә ҡоймос һөйәген йәрәхәтләү ҡурҡынысы янай.

Ниндәй ярҙам күрһәтергә?



Тайып ҡолап, берәй ерегеҙҙе ауырттыр­ҙығыҙ йәиһә икенсе кешенең ҡолауына шаһит булдығыҙ икән, ябай ғына тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
- Ауыртҡан урынға бер ус ҡар йәиһә боҙ киҫәге ҡуйығыҙ. Был ҡан әйләнешен яҡшыртып, шешеүҙе кәметергә ярҙам итер.
- Шунан һуң ауыртҡан аяҡ-ҡулды тығыҙ итеп бәйләп, бер нисә көн буйы уны ауырттырыуҙан һаҡларға кәрәк.
- Ҡолаған ваҡытта тигеҙлекте һаҡлар­ға тырышыу тарамыштарҙың тартылыуына килтереүе бар. Был осраҡта ла тәүге ярҙам шулай уҡ булырға тейеш. Тик ауырт­ҡан урынды бәйләгән ваҡытта зыян күргән ерҙе ныҡ ҡыҫмаһын өсөн бинт артыҡ тығыҙ булмаһын.
- Ҡолағандан һуң мотлаҡ травматолог­ҡа күренергә кәрәк, сөнки ҡайһы бер йәрәхәттәрҙең тиҙ генә беленмәүе лә мөмкин. Артыҡ көслө ауыртыу булмаһа ла, ниндәйҙер быуынығыҙ сығып тороуы ихтимал – дөрөҫ диагнозды табип ҡына ҡуя ала.

Аяҡ-ҡул һынғанда, быуын сыҡҡанда…



- Ҡул аҫтындағы әйберҙәр ярҙамында (таҡта, ботаҡ, ҡалын журнал һ.б.) тәндең зыян күргән өлөшөн хәрәкәтһеҙ хәлгә килтереп, йәрәхәтләнеүсене тиҙ арала яҡындағы травматология бүлегенә алып барығыҙ.
- Әгәр ҙә ҡолаған ваҡытта арҡа зыян күрһә, умыртҡа һөйәгенең урынынан шылыуына юл ҡуймаҫ өсөн йәрәхәтләнгән кешене ҡапыл күтәрергә ярамай. Тап ошондай осраҡта дөрөҫ күрһәтелмәгән ярҙам кеше ҡолаған ваҡытта күргәндән дә ҙурыраҡ зыян килтерә.
- Ғөмүмән, был осраҡта мөмкин тиклем тиҙерәк “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, йәрәхәтләнеүсене профессионалдар ҡулына тапшырыу мөһим. Сөнки операция кәрәк икән, уны мөмкин тиклем тиҙерәк эшләгәндә, һөйәктәрҙең тиҙерәк һәм яҡшыраҡ уңалыуына ышаныс ҙурыраҡ. Өҫтәүенә, табиптар рентген, МРТ, компьютер томографияһы аша ҡарап, һөйәктәрҙең һәм йомшаҡ туҡымаларҙың ни тиклем зыян күреүен асыҡ һәм дөрөҫ билдәләй ала.

Мейе һелкенгәндә…



Ҡолағанда баш менән боҙға төшөү баш мейеһе һелкенеүенә йәиһә ябыҡ баш һөйәге-баш мейеһе йәрәхәтләнеүенә килтереүе мөмкин. Аҙ ғына ваҡытҡа аңды юғалтыу һәм күңел болғаныу етди зыян күреүҙең асыҡ билдәләре булып тора. Һеҙҙең янда берәйһенең баш әйләнеүе үтмәй һәм зыян күреүсе үҙен хәлһеҙ тоя икән, “ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртығыҙ.
Үҙегеҙ ҡолаған саҡта кинәт кенә торорға ашыҡмағыҙ. Иғтибар менән организмығыҙҙы “тыңлағыҙ”, ауыртыуҙың урынын һәм характерын билдәләргә тырышығыҙ.
Мейе һелкенгәндә уның билдәләре бер нисә сәғәттән һуң ғына ла беленергә мөмкин. Шуға күрә ныҡ итеп баш ауыртҡанда, күңел болғанып уҡшытҡанда йәиһә тура ғына баҫып атлай алмағанда, мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: баш йәрәхәтләнгәндә мотлаҡ медицина ярҙамы алыу зарур. Юғиһә ул күреү һәләтен юғалтыуға, мигренгә һәм хатта эпилепсия өйәнәктәренә сәбәпсе булыуы ихтимал.




Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…