RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һырғанаҡ – яратҡан еләк!

12.01.2019 Һырғанаҡ – яратҡан еләк!

Һырғанаҡты ошоғаса яратмай ҙа, ҡулланмай ҙа торғайным. Бөрйәндән Резеда һәм Хәкимйән Шәрәфетдиновтар ошо һары еләкте күстәнәскә килтереп, уны ҡулланырға өгөтләп күндергәнгә, файҙаһын күргәнгә тиклем.

Һалҡын осорҙа беҙҙең организмды һыуыҡ тейеүҙән һаҡлаған С витаминына лимон, мандарин, әфлисун ғына ныҡ бай, тип уйлап, хаталанабыҙ. Баҡтиһәң, гөлйемеш менән һырғанаҡта С витамины байтаҡҡа күберәк икән. Мәҫәлән, уртаса ҙурлыҡтағы бер әфлисунды ашап, беҙ яҡынса 60 мг С витаминын алабыҙ (уның тәүлек нормаһы – 100 мг). Ә 100 грамм һырғанаҡта С витамины 200 мг булһа, гөлйемештә – 650 мг! Хатта киптерелгән хәлдә лә витаминдар уларҙа тулыһынса юҡҡа сығып бөтмәй һаҡлана. Сәйгә ошо еләктәрҙе бер ус һалып эскәндә йәки үҙҙәрен генә айырым төнәтеп ҡулланғанда ла беҙ организмды кәрәкле витаминға байытабыҙ. С витамины күберәк һаҡланһын өсөн еләктәргә ҡайнар һыу түгел, ә бер аҙ (80–90 градусҡа тиклем) һыуытылған һыу ҡойорға кәрәк. Был файҙалы эсемлекте әҙерләгәндән һуң 20 минутта эсеп бөтөргә кәңәш итәм. Мин бер ай самаһы көн дә һырғанаҡтан сәй эсеп, ҡышты тулы әҙерлектә ҡаршыланым. Ғәҙәттә, көҙгө ямғырҙар башланыу менән танауым мышҡылдай ҙа башлаһа, быйыл хатта сөскөрмәнем дә. Көсһөҙ генә иммунитетымды нығытҡан һырғанаҡҡа, уның менән яҡындан таныштырған Шәрәфетдиновтарға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Бынан ары һырғанаҡ менән дуҫлыҡты нығытырға иҫәп. Һәм гөл­йемеш менән дә!

P.S. С витаминынан тыш, был еләктәр минераль тоҙҙарға, каротиноидтарға һәм башҡа биологик әүҙем матдәләргә бай – улар ҙа организмдың һағында тора. Һырғанаҡтағы майлы кислоталар ҙа иммунитет, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, тире һәм лайлалы тиресә өсөн бик файҙалы.




Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…