11.01.2019 Телевизор һәм балалар
Сәләм, бала сағы 1970 – 1980 йылдарға тура килгәндәр! Беҙ бәхетле балалар булғанбыҙ – иртәнән алып кискәсә урамда, саф һауала уйнап үҫтек бит. Күҙ боҙоп, психиканы ҡаҡшатып, көнө-төнө телевизор ҡарап ултырманыҡ. Аҙнаһына бер “Әкиәттә – ҡунаҡта” тапшырыуын һәм бер-ике йәнһүрәт ҡараһаҡ та, бик шөкөр ине. Ә хәҙерге заман балалары, бахырҡайҙар, тыуғандан алып уҡ тиерлек “зәңгәр экран” шауҡымында үҫергә, тәрбиәләнергә мәжбүр. “Бахырҡайҙар” тим, сөнки сабыйҙарының сәләмәтлеген уйлап та бирмәгән, тик үҙҙәренең уңайлылығын ҡараған ата-әсәләр ул-ҡыҙҙарына телевизорҙы ҡабыҙып, үҙ эштәре менән була, ә пультты тиҙ генә ҡулланырға өйрәнгән балалар ниндәй генә телеканалға, фильмға, тапшырыуға барып юлыҡмаҫ. Үлтереш, ҡырылыш, енси боҙоҡлоҡ, башҡа хәшәрәтлекте күрмәҫ, тип кем гарантия бирә? Шуға ла телевизор ҡарау ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Экран ситендә “0+” билдәһе торһа ла, бәләкәстәргә 2 – 2,5 йәшкәсә телевизор ҡарау бөтөнләй тыйыла. Был, беренсенән, файҙаһыҙ – экранда йымылдаған һүрәттәрҙе бәпестең мейеһе ҡабул итмәй, икенсенән, зарарлы – телевизор үҫеште тотҡарлай. Бәләкәй саҡта тотоп (тешләп, ялап, һыйпап) ҡарап, бала донъя менән таныша, үҫешә. Шуға ла, телевизор менән әүрәтер урынға, бала менән уйнау, урамда йөрөү, музыка тыңлау, бейеү, һүрәт төшөрөү, пластилин, ҡамыр әүәләү бик файҙалы. Бала уйынсыҡты ғына түгел, хәүефһеҙ һауыт-һабаны, башҡа әйберҙәрҙе лә тотоп ҡараһын, уйнаһын. Ә иң мөһиме – бала менән һөйләшегеҙ. Үтә сөсөлдәү артыҡ, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү яҡшыраҡ.
Ата-әсәһе бушамау йә битараф булыу сәбәпле, телевизор алдында күп ултырған балаларҙың телмәре үҫешендә тотҡарлыҡ, һимереү, тиҫтерҙәре менән аралашыуҙа ҡатмарлыҡтар йыш күҙәтелә. Белгестәр фекеренсә, 3 – 4 йәшлек балалар телевизорҙы көнөнә 20 – 30 минут ҡарай ала, 5 – 6 йәшлектәр – 1 – 1,5 сәғәт (тапшырыуҙарҙы бүлеп-бүлеп ҡарарға).
Балалар бүлмәһендә телевизор урынлаштырыу тыйыла. Ул иртәнән кискәсә эшләп торғанда, баланың психикаһы ял итмәй, киреһенсә, артыҡ көсөргәнешкә дусар була. Сөнки бала телевизорға текәлеп ултырмаған хәлдә лә, һәр мәғлүмәт уның мейеһенә яҙыла, нервыһын ҡуҙғыта. Неврологик проблемалары булған, мәҫәлән, гиперәүҙем балаларға телевизорҙы күп ҡарау бигерәк тә ҙур зыян килтерә. Уларҙы мотлаҡ икенсе шөғөл менән әүрәтергә кәрәк.
Йоҡлар алдынан балаларға (һәм өлкәндәргә лә) телевизор ҡарау айырыуса зарарлы. Йоҡларға ятыр алдынан бер сәғәт тыныс ҡына эш-шөғөл менән булыу, әйтәйек, китап уҡыу күпкә файҙалы.
Ҡараңғыла телетапшырыуҙар ҡарау күҙгә ҙур зыян килтерә – был күптән ғалимдар тарафынан раҫланған факт.
Ашағанда телевизор ҡарамағыҙ – балағыҙҙың һимеҙ булыуын теләмәйһегеҙҙер бит?
Телевизорҙы, арҡаны төҙ тотоп, ике метр алыҫлыҡта ултырып ҡарарға кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта бер сиктән икенсе сиккә тайпылып, телевизорҙан бөтөнләй баш тартыу ҙа бигүк дөрөҫ түгелдер. Балалар баҡсаһында, мәктәптә, урамда башҡа балалар менән аралашҡан улығыҙ (ҡыҙығыҙ) киң билдәле йәнһүрәт геройҙарын белмәһә, уны ситкә тибеүҙәре ихтимал. “Аҡтар һәм ҡыҙылдар”, “шпиондар һәм разведчиктар”ға алмашҡа кеше-үрмәксе, Бэтмен кеүек телегеройҙар менән бәйле сюжетлы-ролле уйындар барлыҡҡа килде бит.
Телевизорҙы бала менән бергә ҡарап, иғтибарын кәрәкле урындарға йүнәлтегеҙ, аңлатығыҙ, фекерен һорашығыҙ, һығымта яһарға өйрәтегеҙ.
Һандар һәм факттар
Белгестәр 2017 йылда киң масштаблы тикшереүҙәр үткәреп, Рәсәйҙә 2 – 12 йәшлек балаларҙың дүрттән өс өлөшөнөң даими рәүештә, көн һайын тиерлек телевизор ҡарағанын асыҡланы. “Рекорд”ты 4 – 5 йәшлек малайҙар ҡуя – улар көн дә 2,5 сәғәт ғүмерен “зәңгәр экран” алдында уҙғара. Күп балалы ғаиләләрҙән айырмалы рәүештә, ғаиләлә яңғыҙы үҫкән бала телевизорҙы 17 процентҡа күберәк ҡарай.