28.12.2018
“Күҙҙәрҙең сәләмәтлеге тотош организмға бәйле”
Күҙ – кеше организмындағы иң нескә һәм иң мөһим органдарҙың береһе. Был органды дауалаусы табиптан да бик ҙур оҫталыҡ һәм яуаплылыҡ талап ителә. Сөнки бәләкәй генә хатаң да, хатта кескәй генә тайпылыш та кешене яҡты донъяны күреү бәхетенән мәхрүм итеүе бар. Ишембай үҙәк район дауаханаһының микрохирургия бүлеге мөдире, офтальмолог Дилә Тимерғәле ҡыҙы Арыҫланова – тап шундай иң һәләтле һәм тәжрибәле табиптарҙың береһе.
1990 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын (хәҙер университет) ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса Ишембай районына эшкә килә һәм әлегәсә шунда үҙенең һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, халыҡҡа хеҙмәт итә ул. Әлбиттә, яратҡан эшеңдә эшләүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр. Дилә Тимерғәле ҡыҙы ла тап шулай ти:
– Табип булыу – минең бала саҡ хыялым, башҡа өлкәлә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Эшем шул тиклем оҡшай. Бигерәк тә һөнәремдең кешегә изгелек эшләү менән бәйле булыуы менән. Минең остаздарым һәйбәт булды. Матур итеп, аңламаған ерен аңлатып, эшкә өйрәтеп киттеләр. Бер өйрәнгәс, ауырлығын да күрмәйем. Өҫтәүенә, хәҙер бик яҡшы медицина ҡорамалдары бар. Улар менән эшләүе лә еңелерәк.
30 йылға яҡын күҙ табибы булып эшләү осоронда төрлө хәл була. Әммә белеме һәм тәжрибәһе Дилә Тимерғәле ҡыҙына һәр саҡ дөрөҫ дауалау ысулын билдәләргә ярҙам итә. Быйылғы йылда “Иң яҡшы табип” республика конкурсында “Иң яҡшы офтальмолог” номинацияһы буйынса еңеүсе тип табылыуы ла юҡҡа түгел.
– Минең өсөн был – бик ҙур баһа. Әлбиттә, үҙемдең генә еңеүем тип ҡабул итә алмайым, коллективыбыҙҙағы һәр кемдең өлөшө бар унда, – ти ул тыйнаҡ ҡына был оло еңеүе хаҡында.
Дилә Тимерғәле ҡыҙы яңыраҡ ҡына Минскиҙа офтальмологтарҙың халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашып ҡайтҡан.
– Бик матур һәм фәһемле һөйләшеү булды. Ошондай кәңәшмәләр өҫтәмә белем биреүе менән генә түгел, халыҡты берләштереүе менән дә әһәмиәтле. Шундай ҡатмарлы заманда, төрлө ил вәкилдәре йыйылып, үҙҙәренең һөнәренә ҡағылышлы көнүҙәк проблемалар хаҡында дуҫтарса фекер алышты. Профессор Ингрид Крайсигтың бик матур һүҙҙәре бар: күҙҙең милләте юҡ. Был кәңәшмә ошо һүҙҙәргә тағы бер ҡат раҫлау булды, тип әйтер инем, – ти ул кәңәшмә хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашып.
Әңгәмә һуңында Дилә Тимерғәле ҡыҙынан, күҙҙәр йылдың ҡайһы миҙгелендә айырыуса һаҡлауға мохтаж, тип ҡыҙыҡһындым.
– Күҙ – шундай система, ул өшөмәй ҙә, эҫегә ҡыҙмай ҙа, үҙен йылытырға һәм еүешләндерергә һәләтле. Шунлыҡтан ниндәйҙер миҙгелдә айырыуса һаҡлауға мохтаж, тип әйтеп булмай. Уларҙы йәрәхәтләнеүҙән һаҡларға кәрәк. Шулай уҡ көндәр буйы компьютерға һәм гаджеттарға текәлеп ултырыу ҙа зыянлы. Ғөмүмән, күҙҙәрҙең сәләмәтлеге, күреү һәләте – тотош организмға бәйле. Ҡан әйләнеше, ҡан баҫымы күтәрелеүе – барыһы ла күҙгә йоғонто яһай. Шунлыҡтан күҙҙәрҙе һаҡлау өсөн бөтә организмдың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк. Күберәк саф һауала йөрөргә, хәрәкәт итергә, дөрөҫ туҡланырға, күҙгә көсөргәнеш төшөрмәүсе спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә.