RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Билдәле генетиктың оҙаҡ йәшәү сере

29.12.2018 Билдәле генетиктың оҙаҡ йәшәү сере

Профессор Христо Мемерски – билдәле болгар генетигы һәм дауалаусы, тиҫтәләгән китап авторы. Уның раҫлауынса, кеше ризыҡты дөрөҫ һайламау сәбәпле ғүмерен ҡыҫҡарта. Ғалимдар ҙа ҡартлыҡтың төп сәбәбен дөрөҫ туҡланмау­ға бәйләй. Донъяла 70 процент кеше туҡланыуға дөрөҫ ҡараш булмау арҡаһында донъя менән хушлаша, ти улар. Бөгөнгө заман афәте булған подагра, диабет, ашҡаҙан сей яраһы, инфаркт, инсульт, яман шештең ҡайһы бер төрҙәре кеүек сирҙәр ҙә ашауҙы контролдә тота алмауҙан башлана.

Христо Мемерски әйтеүенсә, ҡартлыҡты кисектереү өсөн ябай ғына туҡланыу ҡағиҙәләрен тотоу ҙа етә. Иң мөһиме – артығын ашамаҫҡа, ә һәр нәмәне әҙ-әҙләп кенә ҡулланырға. Туҡланыу рационында йәшелсә-емеш, йогурт, һөт өҫтөнлөк итергә һәм әҙ генә миҡдарҙа сифатлы ысын шарап та булыр­ға тейеш. Мәҫәлән, Францияла иткә ҡыҙыл шарап һибеп әҙерләү ғәҙәте бар.
Ошо аҙыҡтар араһында иң беренсе урында бактерия таяҡсалары ярҙамында әҙерләнгән тәбиғи йогурт тора. Ул – иң яҡшы үҙләштерелеүсе аҙыҡ. Ашҡаҙан һәм йыуан эсәк яман шешенә юл ҡуймай, остеопороздың үҫешен тотҡарлай. Иң һөҙөмтәле таҙарыныу һәм ябығыу ысулы бик ябай: 500 г тәбиғи йогурт­ҡа бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ алма һеркәһе, бер ҡалаҡ дәрсен һәм 30 тамсы прополис төнәтмәһе ҡушырға. Десертты ҡара көртмәле, күк көртмәле, әстерхан сәтләүеге, банан ҡушып төрләндерергә лә була. Уны иртәнге һәм киске аш урынына ла ҡулланырға мөмкин. Файҙалы ла, тәмле лә. 20 көн буйы һәр ике сәғәт һайын 2 ҡалаҡ ошо тәмлекәсте ашағанда, билегеҙҙең йоҡарып, сәсегеҙҙең ялтырап, кәйефегеҙҙең күтәрелеп китеүен һиҙерһегеҙ.

Матурлыҡ өсөн витаминдар
Матурлыҡ өсөн иң яҡшы витаминдар – кишерҙән һәм һарымһаҡтан әҙерләнгән салатта. Әзербайжанда һарымһаҡтың тылсымлы көсөн иҫбатлаусы тәжрибә үткәргәндәр. Бер стаканға 80 ауырыу микроб менән һыу ҡойғандар, икенсеһенә һарымһаҡ һалғандар һәм ошо ике стаканды йәнәш ҡуйғандар. Бер нисә сәғәттән һуң һыулы стаканда микробтар юҡҡа сыҡҡан. Тимәк, һарым­һаҡ шундай арауыҡтан да уларға һәләкәтле йоғонто яһау көсөнә эйә.
Прополис та ошондай уҡ үҙенсәлектәргә эйә. Ул киҙеү, гастрит, колит, дисбактериоз вирустарын үлтерә, яман шешкә ҡаршы бик яҡшы көрәшеү сараһы ла булып тора. 50 мл һыуға 20 – 30 тамсы прополис төнәтмәһе тамыҙып, көнөнә ике тапҡыр эсеү ҙә етә.

Аҙыҡта ла ағыу бар
Донъяла аҙыҡ-түлеккә тәмле еҫ һәм төҫ өҫтәүсе 200-ҙән ашыу химик матдә уйлап табылған. Улар бергә ойошҡан ваҡытта кешегә үлемесле йоғонто яһауы асыҡланған. Магазинда аҙыҡ-түлек һатып алғанда ҡабында иң бәләкәй хәрефтәр менән яҙылған өлөшөн ентекләп уҡығыҙ. Тап шунда уның составындағы зарарлы матдәләрҙең исемлеге күрһәтелә. Натрий нитраты һәм натрий нитриты кеүек синтетик өҫтәмәләр сәләмәтлектең һәм йәшлектең – иң зәһәр дошмандары. Уларҙы иттең һаҡланыу ваҡытын оҙайтыу һәм консерваларҙың боҙолоуына юл ҡуймау өсөн файҙаланалар. Был матдәләр колбасала, сосискаларҙа, беконда, ветчинала күп. Уны һыуытылған иткә һәм балыҡҡа ла һөртәләр.
Гидрокситолуол менән гидроксианизол бутилаттары иң ҡурҡыныс консерванттар иҫәбенә инә. Уларҙы салат әҙерләгәндә ҡулланалар һәм чипсы ҡыҙҙырған майға өҫтәй­ҙәр. Шулай уҡ әҙер тортта, резина һағыҙҙа, макаронда ла бар (иғтибар итегеҙ, балалар­ҙың иң яратҡан ризыҡтары!). Улар кешелә аллергия тыуҙыра һәм яман шеш үҫешенә булышлыҡ итә.
Балалар өсөн әҙер һуттар ҙа зарарлы. Уларҙа цитрус эсемлектәрен төбөнә ултырыу­ҙан һәм концентраттарын тарҡалыуҙан һаҡлаусы бромин майы ҡулланыла. Был май кеше өсөн ағыулы. Шуға күрә һуттарҙың оҙаҡ һаҡланғанын түгел, ә яңы һығылғанын эсергә кәңәш ителә.

Тоҙло-шәкәрле ризыҡ нимәгә килтерә?
Шәкәр – кешене әкренләп кенә ҡурҡыныс сиргә этәреүсе татлы ағыу. Ул йөрәккә, үпкәгә, бөйөргә һәм ашҡаҙанға зыян килтерә. Газлы һыуҙар һәм лимонад хаҡында оноторға ваҡыт.
Юғары ҡан баҫымы менән интегеүсе кешеләр үҙҙәренең ауырыуының төп сәбәбе күпләп ашалған тоҙҙа булыуын уйлап та бирмәй. Айырыуса ас ҡарынға чипсы, попкорн һәм тоҙло сәтләүек ашау зыянлы. Был – үҙеңде-үҙең һәләкәткә илтеү тигән һүҙ.

Оҙаҡ йәшәү сере

/Үҙегеҙ түккән калориянан артығын ҡулланмағыҙ.
/Көн һайын берәр алма ашағыҙ.
/Туңдырылған һыу һәм үлән төнәтмәләре эсегеҙ.
/Әүҙем эшләгеҙ.
/Көн һайын һыу менән ҡойоноғоҙ.
/Һалҡынса бүлмәлә йоҡлағыҙ.
/Ял көндәрендә йәйәү, йә булмаһа, велосипедта 10 – 15 км ара үтегеҙ.
/Янығыҙҙа дуҫтарығыҙ булһын, бергәләп аралашығыҙ, көлөгөҙ, һәр нәмәнән ҡыуаныс табырға өйрәнегеҙ.
/Ҡартайыу тураһында бер ҡасан да уйламағыҙ һәм һөйләмәгеҙ.




Автор: С.Лотфуллина
Фото: Shutterstock






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…