RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һиндостанда һалҡын тейеүҙе нисек дауалайҙар?

25.12.2018 Һиндостанда һалҡын тейеүҙе нисек дауалайҙар?


1. Иң таралған сараларҙың береһе – куркума. Дауаланыу ысулы бик ябай: куркуманы табала ҡыҙҙыраһың һәм шуның хуш еҫен һулайһың. Был процедураны ике сәғәт һайын ҡабатларға мөмкин. Тамаҡ ауыртҡанда бер стакан һыуға ике семтем куркума һәм ике семтем тоҙ һалып, сайҡатырға кәрәк.
Иммунитет ҡаҡшағанда, бигерәк тә йылдың һалҡын миҙгелендә куркуманы аш-һыуға йышыраҡ ҡушалар. Ул йылытыу һәм бактерияларға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Өҫтәүенә, аш эшкәртеү процесын яҡшырта, эстә һауа йыйылыуға юл ҡуймай, йыуан эсәктең файҙалы флораһын һаҡ­лар­ға булышлыҡ итә. Айырыуса уны аҡһымға бай аҙыҡ менән туҡланырға яратыусыларға ҡулланырға кәңәш итәләр.
2. Ҡәнәфер майы киң ҡулланыла. Һалҡын тейгәндә уның менән ингаляция эшләйҙәр. Бының өсөн ҡайнар һыуға 3 – 4 тамсы тамыҙырға ла, шуның һауаһын һуларға. Таҫтамал менән ҡапланырға ярамай, яндырыуы ихтимал. Имбирь онтағы менән дә (бер ҡалаҡ һыуға бер ҡалаҡ имбирь) шундай уҡ ингаляция эшләргә мөмкин.
3. Һалҡын тейгәндә тағы ла шундай рецепт ҡулланыла: бер үк миҡдарҙа татлы тамыр, ҡара борос һәм киптерелгән ирга емеше онтағын алып бергә бутарға һәм көнөнә ике тапҡыр ҡалаҡтың осона ғына һалып ҡабып, эҫе һыу менән йотоп ҡуйырға.
4. Ауырыу ныҡлап үтеп инеп, баш ауырта, танау тона, тамаҡ ауырта башлай икән, көнөнә ике тапҡыр, балға һәм йылы һөткә ҡушып, ҡуҙаҡлы борос ашарға тәҡдим ителә. Ул үпкәне һәм бауырҙы йыйылған токсиндарҙан һаҡлай.
5. Тәндең ауыртыуын имбирь ваннаһы баҫа. Бының өсөн ҡырғыстан үткәрелгән имбирҙе туҡыманан әҙерләнгән тоҡ­сайға һалып, уның аша һыу ағырлыҡ итеп кран аҫтына ҡуйырға. Ваннаны 10 минуттан ашыу инергә ярамай.
6. Тымауҙан танауҙы тышынан ҡырғыстан үткәрелгән имбирҙе эҫе һыу менән бутап әҙерләнгән паста менән ыуырға мөмкин. Бер аҙ яндыр­ған һымаҡ тойолһа ла, зыяны булмаҫ. Әйткәндәй, уны маңлайға һөрткәндә, баш ауыртыуын баҫа.
7. Тымау тейгәндә Һин­достанда аир тамырын ҡулланалар. Уны пудра хәленә еткәнсе ҡыралар һәм танауға тын менән һурып алалар. Ул ныҡ сөскөртә, әммә тын юлдарын бик тиҙ таҙарта.
8. Ҡоро йүтәлдән шәкәр киҫәгенә ҡушып ҡәнәфер һуралар. Шәкәрһеҙ ул тамаҡты бер аҙ яндыра.
9. Ҡаҡырыҡ сыға башлап, әммә һаман йүтәл йонсотҡан осраҡта, хуш еҫле сәй эсәләр. Ул ярты балғалаҡ имбирь, бер семтем ҡәнәфер һәм бер семтем дәрсенгә эҫе һыу ҡойоп әҙерләнә. Һуңынан 5 – 10 минут талғын утта тотоп алыу кәрәк. Бик көслө дарыу булыу сәбәпле, бер тапҡыр ғына эсергә кәңәш ителә. Юғиһә йөрәк тибеше көсәйеп китеүе бар.
10. Һиндостан медицинаһында һалҡын тейеүҙән бал менән иретелгән май ҙа киң ҡулланыла. Әммә балды йылытыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. 40 градустан артыҡ йылытырға ярамай, юғиһә ул шифалы нектар­ҙан ағыуға әйләнәсәк.




Автор: С.Лотфуллина
Фото: Редакция архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…