27.12.2018 Үксәң үҙәккә үтмәһен тиһәң…
Йәйгеһен ярғыланып, ҡарайып бөткән үксәләрегеҙҙе хәстәрләп алыу өсөн иң уңайлы мәл. Түбәндәге туҡландырыусы маскаларҙы эшләр алдынан аяҡтарығыҙҙы ярты сәғәт буйы һабын, аш содаһы йәки диңгеҙ тоҙо ҡушылған йылы һыуҙа тотоғоҙ.
Халыҡ ысулдары бик файҙалы әлбиттә. Шулай ҙа үксә ярылыу – организмға А һәм Е витаминдарының етмәүен аңлата. А витамины һөттә, йомортҡа һарыһында, балыҡ майында күп.
Ә Е витаминына үҫемлек майҙары, сәтләүек һәм бойҙай ярмаһы бик бай.
- Йомортҡа һарыһына 1 балғалаҡ лимон һуты һәм 1 ҡалаҡ крахмал ҡушып бутарға. Шуны үксәгә һылап, кипкәнсе тоторға. Унан һуң аяҡты йыуып, үксәгә майлы крем һөртөргә.
- Алоэның бер һутлы япрағын үксәгә ябырға һәм полиэтилен менән урап, өҫтөнә ойоҡ кейергә. Алоэ төнө буйы торорға тейеш – ул яраларҙы яҡшы уңалта.
- Бешкән картуфты иҙеп, уға һуған һәм кәбеҫтә турап ҡушырға. Икегә бүлеп полиэтилен ҡапсыҡҡа һалырға һәм аяҡтарҙы тығып ултырырға.
- Аяҡтағы бәшмәк ауырынан яфаланғандарға сөйәл үләненән төнгөлөккә компресс эшләргә тәҡдим ителә.
- Ҡатҡан үксәне диңгеҙ тоҙона зәйтүн майы ҡушып ышҡығыҙ.
- Кәбеҫтә япрағын бешекләп, уға бал яғып үксәне ябығыҙ. Балдың үҙен генә һылау ҙа тирене йомшарта.