RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дарыу менән генә түгел, йылы һүҙе, йылмайыуы менән дә дауалай

17.11.2018 Дарыу менән генә түгел, йылы һүҙе, йылмайыуы менән дә дауалай

Дарыу менән генә түгел,  йылы һүҙе, йылмайыуы менән дә дауалай
Үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләгән табиптар­ҙың халыҡ араһында абруйы ҙур. 30 йылдан ашыу Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында фельдшер булып эшләгән Роза Ишбулат ҡыҙы Әбйәлилованы кесеһе лә, олоһо ла хөрмәт итә.

Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлап, бер йыл ғына эшләп өлгөргән йәш, әле тәжрибәһе лә булмаған шәфҡәт туташын депутат наказы менән Яҡут ауылына медицина пункты асырға ебәрәләр. Клубтың бәләкәй генә бер бүлмәһен ошо маҡсатҡа яраҡлаштырып, эшкә тотона ул. Бер аҙ эшләгәндән һуң белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфөгә курсҡа ебәрәләр. Кескәй ҡыҙын ҡәйнәһенә ҡалдырып, фельдшер-акушер дипломына эйә булып ҡайта ул. Яңы диплом менән эш тә, яуаплылыҡ та арта төшә. Әммә һынатмай, ауылдаштарының иң ышаныслы ярҙамсыһына, дуҫына һәм кәңәшсеһенә әүерелә.
Әлеге көндә уның ҡарамағында 300-ләп кеше, шул иҫәптән 45 бала. Роза Ишбулат ҡыҙы уларҙың һәр береһенә йылы һүҙен дә, иғтибарын да, ваҡытын да йәлләмәй.
– Ауыл халҡы һәйбәт, шунлыҡтан эшләүе лә ауыр түгел. Улар минең әйткәнде тыңлай. Йыш ҡына, ата-әсәләр прививканан баш тарта, тигәнде ишетергә тура килә. Беҙҙә улай түгел, әйткәнде һис һүҙһеҙ үтәйҙәр. Ваҡытында бөтә прививканы эшләп барабыҙ. Йыл һайын киҙеүгә ҡаршы ла прививкалар яһала. Йәш әсәләргә, балағыҙ ауырый башлау менән әйтегеҙ, һуҙмағыҙ, тип кенә торам. Тыңлайҙар. Ғөмүмән, халыҡ менән уртаҡ тел табып була.
Ауылда табип булып эшләүҙең үҙ ауырлыҡтары, үҙ нескәлектәре бар. Медицинаның һәр өлкәһен белергә тейеш ул. Сөнки ҡайһы ере борсоһа ла – теше һыҙлаһа ла, күҙе ауыртһа ла, йөрәге сирләһә лә – һәр кем күҙ төбәп уға бара. Кисекмәҫтән ярҙам күрһәтеү кәрәк булған киҫкен осраҡтарҙа ла юғалып ҡалмай, дөрөҫ ярҙам күрһәтеү мөһим. Роза апайҙың 35 йыл эшләү дәүерендә төрлө хәлдәр була. Бер үк укол төрлө реакция биреп, ике ут араһында ҡалдырған мәлдәре лә. Өйҙәрендә ҡанһырап ятҡан ауырыуҙарҙы ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатҡан саҡтары ла. Яһалма тын алдырыу ысулын ҡулланып, өс кешене үлем тырнағынан да йолоп ала ул.
– Киҫкен хәл килеп тыуһа, ауырыраҡ, бер үҙең, ярҙам итер кеше юҡ. Хатта “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға ла ваҡыт ҡалмай, үлем сигендәге ауырыуҙы ҡотҡарыу мөһимерәк, – тип иҫкә ала ул бындай мәлдәрҙе. Ғөмүмән, һәр саҡ үҙенең эш тәжрибәһенә таянып эш итә.
Ауыл халҡы ихласлығы, һәр кемгә йылы һүҙен таба белеүе, ярҙам һорап барған­дарҙы кире бороп сығармауы өсөн дә үҙ итә уны.
– Психолог та булып китәһең. Айырыуса ололар менән. Уларға бер йылы һүҙ етә. Күптәренә хәҙер аралашыу етмәй, шуға миңә киләләр, һөйләшеп, хәлдәрен һорашып алһаң, ауырыуҙарын да оноталар, – ти пациенттарын дарыу һәм уколдар менән генә түгел, йылмайыуы, күңел йылыһы, яғымлы мөнәсәбәте менән дә дауаларға өйрәнгән табип.
Һөнәрен яратҡан кеше генә эшен бар күңелен биреп башҡара алалыр. Көн-төн, эш сәғәте үткән тип тормай, ауырыу янына саҡырталар икән, Роза Ишбулат ҡыҙы ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙер. Өйөнөң ишеге лә килгән кеше өсөн гел асыҡ. Ғаиләһе лә хужабикәнең көндәр буйына пациенттары янында юғалыуына күптән өйрәнеп бөткән. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте. Халыҡты сәләмәтләндереү өлкәһендә оҙайлы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Роза Ишбулат ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлыу министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған.
– Элек ауырыу янына саҡыртһалар, йәйәү йөрөргә тура килә ине, хәҙер өйҙән машина менән генә килеп алалар, – ти ул, һуңғы йылдарҙа эштең күпкә еңеләйеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып. Заманында хәлдәре ҡапыл киҫкенләшкән ауырыуҙарҙы Күмертауға йә район дауаханаһына оҙатып барырға тура килһә, хәҙер “Ашығыс ярҙам” саҡыртыу ҙа етә, үҙҙәре килеп ала.
Роза Ишбулат ҡыҙы һөйләүенсә, фельдшер пункттарын тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу ҙа күпкә яҡшырған. Хәҙер һәр береһендә үҙҙәренең яһалма тын алдырыу ҡапсыҡтары (Амбу), ЭКГ үткәреү ҡорамалы бар. “60 йәште уҙғандарға медицина тикшереүе үткәреү” район программаһына ярашлы, йылына бер тапҡыр өлкәндәрҙән ҡан анализы алалар, ЭКГ үткәрәләр. Ғөмүмән, райондың һәр ауылында медицина пункты эшләй, төпкөл һәм бәләкәй ауылдарҙа ғына ике ауылға берәү тура килә. Уларҙа күберәк Роза апай кеүек тәжрибәле белгестәр эшләһә лә, эшкә ҡайтыусы йәштәр ҙә юҡ түгел.
Роза Ишбулат ҡыҙы ауыл тормошонда ла ла әүҙем ҡатнаша. Сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалап, теге йәки был ауырыуҙы дауалау буйынса файҙалы кәңәштәре менән сығыш яһай, күргәҙмәләр ойоштора, матбуғат баҫмаларында ла хәбәрҙәре баҫылып тора.

С. ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…