31.10.2018 Бауырҙы шлактарҙан таҙартыуҙың иң ябай ысулы
Организмды сәләмәтләндереүҙең һөҙөмтәле алымдарының береһе – йөҙөм ярҙамында бауырҙы таҙартыу. Ул хроник ауырыуҙарҙан да ҡотолорға ярҙам итә. Сөнки организмдың дөйөм бысраныуы уның үҙ-үҙен тергеҙеү һәләтен кәметә һәм дауаланыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирмәй. Бауырҙы таҙартыу өсөн бер ус йөҙөм кәрәк. Уны яҡшы итеп йыуып, ҡайнар һыу менән бешекләп алырға һәм бер стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, бер тәүлек төнәтергә. Бер тәүлектән һуң шул йөҙөмдө ашап, һыуын эсеп ҡуйырға ғына ҡала. Был файҙалы ысулды бер ай дауамында аҙнаһына бер-ике тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Был ай буйы шулай уҡ туҡланыу рационына күберәк йәшелсә-емеш индерергә һәм таҙа һыу эсергә тырышығыҙ.