04.11.2018 Тамаҡ ауыртыуынан
Дарыу әҙерләү өсөн ике лимон, 300 мл бал һәм 50 г имбир кәрәк. Лимонды киҫәктәргә ҡырҡып, өҫтөнә бал ҡойорға. Имбирҙы ҡырғыстан үткәреп, бергә ҡушып бутарға. Банканы ябып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Ул ике ай торорға тейеш. Һуңынан бер ҡалаҡ дарыуҙы йылы һыу менән иҙеп, ашарға мөмкин.