RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ылыҫ менән дауаланыу

28.10.2018 Ылыҫ менән дауаланыу

Ылыҫ менән дауаланыу
Шыршы, аҡ шыршы, ҡарағай, артыш кеүек ылыҫлы үҫемлектәр ҙә шифалы көскә эйә. Түбәндә уларҙан халыҡта киң ҡулланылған бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
1. Организмды таҙартыу, С витамины менән байытыу өсөн ылыҫ төнәтмәһе әҙерләнә. 40 – 50 г ылыҫ энәһен ваҡ итеп турап, бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, 15 – 20 минут төнәтергә. Һуңынан 0,5 л ҡайнаған һалҡын һыу өҫтәп, 5 – 6 сәғәт һыуыҡта тоторға. Эсер алдынан тоноғон төбөндә ҡалдырып, ипләп кенә һарҡытып алырға. Әҙер төнәтмәгә лимон кислотаһы ҡушҡанда (1 л һыуға бер балғалаҡ), тәмлерәк тә буласаҡ, С витамины ла яҡшыраҡ һаҡланасаҡ. Шулай уҡ әҙерәк шәкәр ҙә һалырға мөмкин. Көнөнә 0,5 стакандан 4 – 5 тапҡыр эсергә.
2. Һуған ҡабығы, гөлйемеш емеше һәм татлы тамыр (солодка) ҡушып әҙерләнгән төнәтмә иммунитетты нығыта, организмдан шлактарҙы сығара, күп кенә ауырыуҙан һаҡлай. Эмаль кәстрүлгә бер ус ылыҫ энәһе, бер ҡалаҡ һуған ҡабығы, бер балғалаҡ татлы тамыр онтағы һалып, 2 л һыу ҡойорға һәм талғын утта 20 минут ҡайнатырға. Һуңынан 2 ҡалаҡ иҙелгән гөл­йемеш ҡушып, тағы ла ярты минут ҡайнатырға. Кәстрүлде одеялға урап, 10 – 12 сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, утҡа ҡуйып ҡайнап сығырлыҡ хәлгә еткерергә һәм һыуытҡыста һаҡларға. Шифалы эсемлекте тәүлегенә бер-ике литр эсергә.
3. Ылыҫлы ванналар менән түллек биҙҙәре ялҡынһыныуын да дауалап була. Бының өсөн ылыҫлы ағастарҙың энәләрен генә түгел, ботаҡтарын һәм тубырсыҡтарын да ҡушып, ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 30 минут ҡайнатаһың. 12 сәғәт төнәтеп, ваннаға ҡояһың һәм инеп ултыраһың. Әммә 40 минуттан ашыу ултырырға ярамай. Бер тапҡыр ванна төшөү өсөн 1,5 кг ылыҫ етә. Ә бөтәһе ун тапҡыр инергә мөмкин. Бындай ванна йөрәк һәм нервы системаһы өсөн дә бик файҙалы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…