15.11.2018 Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
Үҫмерҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә әҙер һуттарҙы яратып эсә. Әммә еләк-емеш мул саҡта уларҙы үҙең әҙерләп, шунда уҡ ҡулланыу организм өсөн күберәк файҙа килтерә. Йәшелсә һәм емеш һуттарының күбеһе шифалы үҙенсәлектәргә эйә. Дауаланыу өсөн һуттарҙың яңы яһалғаны ғына файҙаланыла. Эсемлекте көнөнә 2 – 3 тапҡыр ашар алдынан эсергә кәрәк. Артыҡ баллы һәм әсе һуттарға һыу ҡушыла.
- Петрушка һуты күреү һәләтен яҡшырта, бөйөрҙәге таштарҙы ҡыуҙырта.
- Ҡыяр, ҡарбуздыҡы организмдағы ҡом-ташты йыуҙырта.
- Кишер һуты организмды лайланан таҙарта.
- Сөгөлдөр һуты ҡан составын яҡшырта.
- Сөгөлдөр менән кишер һуты ҡатнашмаһы организмдың йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, күреү һәләтен яҡшырта, бауырҙы таҙарта.
- Йәшел борос һуты составында кремний бар. Ул йыуан эсәк шешкәндә, эсәктәр йәбешкәндә (спазм) файҙалы. Тәнендә төрлө пигмент таптары булғандарға ла был һутты эсеү килешә.
- Ҡуҙғалаҡтыҡында магний, фосфор, көкөрт, кремний күп. Шуға ла тотош организмға ыңғай йоғонто яһай.
- Лимон һуты бауырҙы таҙарта, организмдан зарарлы тоҙҙарҙы сығара.