13.10.2018 Супертренажер ҙа кәрәкмәй…
Бала саҡта кем генә туп артынан йүгермәгән дә, һикереп уйнамаған. Ул саҡта был уйындарҙың сәләмәтлек өсөн файҙаһы хаҡында уйлап та бирмәйһең. Ә бит йүгереү һәм һикереү – һәр йәштә лә организмды сәләмәтләндереүҙең иң яҡшы ысулы. Был аңлашыла: йүгергән һәм һикергән ваҡытта тотош организм әүҙем хәрәкәт процесына йәлеп ителә, мускулдарҙың төрлө төркөмө үҫешә. Һөҙөмтәлә кеше нығына һәм көс ала. Өҫтәүенә, физик күнекмәләрҙән аҡыл һәләте лә яҡшыра. Уҡыусы балалар өсөн был айырыуса мөһим. Даими рәүештә йүгереү менән шөғөлләнгән баланың уҡыуы ла һәйбәтләнә.
Йүгереү һәм өлгәш араһында ниндәй бәйләнеш булыуы мөмкин, тиер кемдер. Баҡтиһәң, туранан-тура бәйләнеш бар икән. Йүгергән ваҡытта организмдың күҙәнәктәре кислород һәм туҡлыҡлы матдәләрҙе күберәк ала. Шундай уҡ тиҙлек менән төрлө шлактарҙан да арына. Иң беренсе сиратта ул баш мейеһе күҙәнәктәренә ҡағыла. Бына ни өсөн йүгереү баш мейеһенең эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Тимәк, сәтләүекле шоколад түгел, ә йүгереү мейенең эшмәкәрлеген яҡшыртып, аҡыл һәләтен үҫтерә икән.
Спорттың был төрө менән һәр кем теләгән ваҡытта шөғөлләнә ала. Шулай ҙа белгестәр иртәнге йүгереүҙе хуплай. Иртәнсәк һауа ла таҙараҡ, етмәһә көн буйына етерлек көс-ҡеүәт, дәрт алаһың. Йүгереү өсөн ҡулай урынды һайларға ғына ҡала. Машиналар йөрөмәгән, ағаслы урын бигерәк тә яҡшы. Көн торошо ғына мәшәҡәтләмәһә… Был осраҡта башҡа күнекмәләр, мәҫәлән, һикергес менән (скакалка) һикереүҙе һайларға була.
Уны “ҡыҙҙар уйыны” тип кенә ҡарарға ярамай, күп кенә спортсы артыҡ килограмдарҙан арыныу, аяҡ мускулдарын нығытыу өсөн тап ошондай күнекмәләрҙе өҫтөн күрә. Һикергес – ул супертренажер. Ябай ҙа, файҙалы ла, уңайлы ла. Урамда ла, өй эсендә лә шөғөлләнеп була. Уның ярҙамында көс, сыҙамлыҡ, тиҙлек, йылғырлыҡ кеүек төп сифаттарҙы үҫтерергә мөмкин.
Беҙҙең заманда ул балаларҙың яратҡан уйындарының береһе ине. Үҙебеҙсә һикереү буйынса ярыштар ҙа ойоштора инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге балалар араһында һикергестең ни икәнен дә белмәүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар бар. Улар күберәк компьютер алдына ултырыуҙы хуп күрә. Әммә балаһының сәләмәтлеген ҡайғыртҡан ата-әсә сабыйында был уйын төрөнә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмаҫ. Ә инде һикереүҙең ни икәнен белеп алған баланы был шөғөлдән айырыуы еңел түгел.
Әлбиттә, һикереүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар. Мәҫәлән, ауыр кәүҙәле йә булмаһа сәләмәтлеге яҡшы булмаған ҡыҙҙар һәм малайҙарға бындай күнекмәләр менән артыҡ мауығырға кәңәш ителмәй. Йөрәк тибешен дә һәр саҡ контролдә тоторға кәрәк. Ғөмүмән, һәр кемгә лә һикереүҙе әҙ-әҙләп башлап, әкренләп арттыра барырға тәҡдим ителә.
Һикергес менән һикереүҙең файҙаһы ҙур, айырыуса кескәйҙәргә. Сөнки улар тиҙ үҫә, ә һикереү һөйәк туҡымаһын нығыта. Тағы ла ул яҫы табанлылыҡтан һаҡлай, кәүҙәне дөрөҫ һәм матур тоторға өйрәтә.
Балаға һикергес алғанда, уның буйын иҫәпкә алырға онотмағыҙ. Оҙонораҡ булһа, ҡырҡып ташларға ашыҡмағыҙ, осонан төйнәп кенә лә ҡуйырға була, сөнки бала тиҙ үҫә. Сағыу Ҡытайҙа етештерелгәндәренә лә ҡыҙыҡмағыҙ, улар тиҙ өҙөлә. Бик булмағанда, кер бауы ла ярап тора.
Элекке быуын кешеләренең сәләмәтлеге ныҡ булған, тиергә яратабыҙ. Бының сере ябай: улар бала саҡта күберәк саф һауала йөрөгән, хәрәкәт иткән, йүгергән, һикергән, туп типкән. Бәлки, уларҙың миҫалынан өлгө алып, балаларыбыҙҙы үҙебеҙ яратып уйнаған уйындар менән ҡыҙыҡһындыра башларбыҙ…