22.07.2018 «Ғүмер бер генә, һәр көндөң ҡәҙерен белегеҙ!»
Рәсми мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, Рәсәйҙә үлемесле осраҡтар буйынса инсульт икенсе, ә ғәриплек статусы бирелеүе буйынса тәүге урында тора. Йыл һайын яҡынса 450 мең кеше ошо сирҙе кисерә. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының неврология бүлеге мөдире, табип-невролог Наилә ҠОҘАШЕВА раҫлауынса, барыһы ла кешенең үҙ ҡулында. Әгәр ҙә һаулығыбыҙҙы ваҡытында ҡайғыртһаҡ, тыйылғанынан тыйылһаҡ, был зәхмәт ҡағылмаясаҡ, тип ышандыра табип.
Наилә Наил ҡыҙы Хәйбулла районының Ивановка ауылында тыуып үҫкән. Ул ата-әсәһенең юлын һайлап, Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. 2006 йылда Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. 2014 йылдан эшенә мөкиббән киткән табип бүлек менән етәкселек итә.
– Наилә Наил ҡыҙы, һеҙҙең бүлеккә башлыса кемдәр килә?
– Беҙҙә инсульт менән ауырыусылар дауалана. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, был сир йылдан-йыл йәшәрә, хатта 17 – 18 йәшлек пациенттар ҙа осрай. Шулай уҡ бүлектә эпилепсия, Паркинсон сире менән ауырыусыларға ярҙам күрһәтелә. Беҙҙең дауахана Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары халҡын хеҙмәтләндерә.
– Ниндәй сир ул – инсульт?
– Ул – мейеләге ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы. Артериаль юғары ҡан баҫымы, ҡандағы артыҡ холестерин кимәле, әҙ хәрәкәтләнеү, йыш стресс кисереү, алкоголизм, тәмәке тартыу, шәкәр диабеты ошо сирҙе тыуҙыра. Әгәр ҙә кешелә инсульт башланһа, уны туҡтатып булмай. Ул организм өсөн ҙур һәләкәт, эҙемтәләрен бөтөрөүе бик ауыр. Кеше бер ҡасан да элекке хәленә ҡайтмаясаҡ, физик һәм психик торошонда тайпылыштар ҡаласаҡ.
Инсульт ишемик (тромб арҡаһында мейегә туҡланыу килмәй) һәм геморрагик (ҡан тамырҙары йыртылыуы арҡаһында мейегә ҡан һауа) була. Һуңғыһына дусар булған сирле нейрохирургия бүлегенә оҙатыла, тиҙ арала операция яһала.
Сир кинәт башлана. Уның тәүге билдәһе – тән симметрияһы юғала (“ҡыйыш йылмайыу” , ике ҡулын бер юлы өҫкә күтәрә алмай, ярты тәне ойой), һөйләшеүе асыҡ түгел, мәғәнәһеҙ өндәр теҙеме әйтә. Көслө баш ауыртыуы, күңел болғаныуы күҙәтелә. Сирҙең тәүге 3 – 4 сәғәте “терапевтик алтын тәҙрә” һанала. Шул ваҡытта медицина ярҙамы күрһәтелһә, сирлене аяҡҡа баҫтырыуы күпкә еңел. Бер тапҡыр инсульт кисергән кешелә ул йәнә ҡабатланыуы ихтимал. Тәүгеһе еңелерәк үткәрелһә, артабанғылары ауыр була, хатта үлемгә килтереүе бар. Шуға күрә, был сирҙе киҫәтергә кәрәк. Әгәр ҙә хәүеф төркөмөнә инһәгеҙ, һаулығығыҙға ҡул һелтәмәгеҙ.
– Инсульт үткәреүселәрҙең яҡындарына кәңәшегеҙ?
– Кисә генә тулы ҡанлы тормош менән йәшәгән, башҡалар хаҡында ҡайғыртҡан кеше ҡапыл ғына аяҡтан йығыла. Ул сабый бала кеүек ярҙамға мохтаж булып ҡала. Ҡайһылары ҡалаҡ тотоп ашай ҙа алмай, кешене танымай, бәүеле аҫтында була. Әлбиттә, уның яҡындарына еңел түгел. Ҡайһы бер осраҡта, сирлене тәрбиәләү өсөн эштәренән дә китергә мәжбүр булалар. Шуны аңлағыҙ: туғанығыҙ тере, был иң мөһиме. Табип ҡушҡандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ, кешелекле һәм сабыр булығыҙ. Инсульт үткәреп, тәү ҡарамаҡҡа, элекке халәтенә ҡайтҡан кешеләрҙең холҡо кире яҡҡа үҙгәрә. Ярһыу, мыжыҡ, үпкәселдәр менән аралашыуы еңелдән түгел. Шулай ҙа түҙергә кәрәк.
–Табип һөнәре еңелдән түгел. Һеҙгә көн һайын зарланыу һүҙҙәрен ишетергә тура киләлер?
– Эйе, ләкин эшебеҙ шул (йылмая). Һәр бер пациент өсөн ҙур яуаплылыҡ тойғоһо кисерәм. Ял көндәрендә лә дауаханаға килеп урайым, телефоным һәр саҡ янымда. Неврологик сирлеләргә анһат түгел, улар һыҙлана бит, психик хәлдәре тотороҡло булмағас, аһ-зарҙары ла күп.
Эшемде бик яратам. Әгәр ҙә сирлеләр һауыға башлаһа, ысын күңелдән шатланам. Уларҙың һәр береһе миңә яҡын. Йылы һүҙ ҙә дауалау көсөнә эйә икәнлеген яҡшы беләм.
Неврология өлкәһендә ҙур тәжрибә туплаған көслө табип Леонид Яковлевич Пелагеин ҡулы аҫтында эш башлағайным, ул мине бик күпкә өйрәтте. Әле остазым хаҡлы ялда булһа ла, бәйләнеш өҙөлмәй. Бүлектә 36 кеше эшләй, һәр береһе бурысын намыҫлы атҡара. Реаниматолог Рәфҡәт Бикҡолов, табип-невролог Гөлнара Ғәликәеваны айырып билдәләп үтер инем. Палаталар таҙа, йөрөй алмаған сирлеләр һәр саҡ ҡараулы.
– Сир – ул насар ғәмәлдәр өсөн яза, тип тә әйтәләр...
– Был фекер менән килешмәйем. Тирә-йүндәгеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булған, рәнйеш алмай, үс һаҡламай йәшәгән изге йөрәкле кешеләрҙең күңеле тыныс. Тимәк, улар насар тойғоларҙы әҙерәк кисерә. Башҡаларға ҡыуаныс өләшеп, донъяның ҡояшлы яғын күргәндәрҙең иммунитеты ла яҡшыраҡ була. Кешегә ғүмер бер генә бирелә. Шуға ла һәр көндөң ҡәҙерен беләйек.
– “Уй, башым ауырта”, “билем һыҙлай” тип күптәр бер ниндәй контролһеҙ дарыу эсә. Быға ҡарашығыҙ?
– Һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоғоҙ – табип менән кәңәшләшмәйенсә бер ниндәй ҙә дарыуҙы ҡабул итмәгеҙ. Реклама йәки яҡындарығыҙ маҡтаған препараттарҙы эсергә ашыҡмағыҙ. Мәҫәлән, “найз”, “кетонал” һ.б. дарыуҙар ауыртыуҙы баҫа. Тик улар арҡаһында ашҡаҙанда сей яра барлыҡҡа килеүе бар.
Баш ауыртыуы инсульт, мейеләге шеш кеүек етди сирҙәрҙең тәүге билдәһе булыуы ла ихтимал. Шуға күрә мотлаҡ табипҡа күренегеҙ, ул тап һеҙгә тура килгән дауалау схемаһын тәғәйенләр. Даими башы ауыртып яфаланғандар дауаханала ятып сығырға тейеш.
Билдәге һыҙланыуҙар бүҫер, остеохондроз, остеопороз кеүек сирҙәр хаҡында һөйләй. Уны үҙ аллы дауалауы мөмкин түгел, медицина ярҙамы кәрәк.
– Наилә Наил ҡыҙы, эшегеҙ бик ҡатмарлы һәм яуаплы. Һеҙ нисек ял итәһегеҙ?
– Өйөмә ҡайтып инһәм, ике ҡыҙым ҡулдарын йәйеп ҡаршы ала. Шундуҡ дауахана мәшәҡәттәрен онотоп, әсә һәм ҡатын бурысын үтәргә тотонам. Иптәшем Илназар Илдар улы эшемде яҡшы аңлай, ул стоматолог. Ғаиләм менән Һаҡмар буйында ял итергә, саңғыла йөрөргә яратам. Атай-әсәйем, яҡындарым менән аралашыу миңә ҙур көс бирә.
– Киләсәктә ҡыҙҙарығыҙ һеҙҙең юлды дауам итергә теләк белдерһә...
– Юлдарына ҡаршы төшмәйәсәкмен. 11 йәшлек ҡыҙым Зөлхизә – кардиолог, ә 8 йәшлек Нурия педиатр булырға хыяллана. Улар табип эшенең нескәлеген белеп үҫә, һөнәр һайлағанда яңылышмаҫтар, тип уйлайым. Тормош күрһәтер, иң мөһиме, бәхетле, тәүфиҡлы, сәләмәт булһындар.
– Ысынлап та, һөнәрегеҙҙе бик яратаһығыҙ икән. Әңгәмә өсөн рәхмәт, ғаиләгеҙгә именлек, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.