18.06.2018 Сәстең ағарыуын нисек туҡтатырға?
Бик ябай һәм һөҙөмтәле ысул бар. Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ кастор майы, бер ҡалаҡ коньяк, бер йомортҡа һарыһы етә. Шуларҙы бергә ҡушып бутарға һәм сәс тамырына һеңдергәнсе һөртөргә. Башҡа пленка, өҫтөнән йылы шәл ҡаплап, 2 – 3 сәғәт тоторға. Һуңынан шампунь менән йыуып төшөрөргә. Был процедураны аҙнаһына ике тапҡыр ҡабатларға мөмкин.