RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йөрәк сирен ваҡытында дауалау ғүмерҙе оҙайта”

31.05.2018 “Йөрәк сирен ваҡытында дауалау ғүмерҙе оҙайта”

“Йөрәк сирен ваҡытында дауалау   ғүмерҙе оҙайта”
Ауырығанда һәр кем тәжрибәле табипҡа эләгергә ынтыла. Уларға ышаныс та ҙур, халыҡ араһында абруй­ҙары ла юғары. Баш ҡаланың Һупайлы биҫтәһендә ошондай табиптарҙың береһе, юғары категориялы кардиолог Лилиә Әфҡәт ҡыҙы Яппарова эшләй. Уның 30 йылға яҡын хеҙмәт стажы бар. Тамырҙары менән Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан булған ҡыҙ, Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Мәләүез үҙәк район дауаханаһында терапевт, кардиолог булып эшләй. 2008 йылдан Өфө ҡалаһының 43-сө поликлиникаһында табип-кардиолог. 2017 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында аккредитация комиссияһының ағзаһы.

– Лилиә Әфҡәт ҡыҙы, ни өсөн табип булыр­ға ҡарар иттегеҙ?

– Бәләкәйҙән был һөнәр миңә яҡшы таныш, табиптар ғаиләһендә үҫтем, тип әйтһәм дә була. Әсәйем ғүмер буйы шәфҡәт туташы булып эшләне. Ике апайым да ошо юлды һайланы: береһе – санитар табибы, икенсеһе – стоматолог. Шунлыҡтан һөнәр һайлау мәсьәләһендә миңә артыҡ уйланырға тура килмәне, үҙенән-үҙе хәл ителде кеүек.
– Эшегеҙ оҡшаймы, ауыр түгелме?
– Һөнәрем бик оҡшай. Эшләй-эшләй тәжрибә лә бар, йылдан-йыл үҙе килә, тиҙәр бит. Кардиология – ул алдынғы хеҙмәт. Ауыр булһа ла, эшләргә тырышабыҙ. Коллектив һәйбәт, тәжрибәле табиптар менән эшләүе лә еңел.
Һупайлы биҫтәһендә халыҡ күп йәшәй. Ауырыуҙар ҙа, эш тә етерлек. Беҙҙән кеше өҙөлмәй: терапевтарҙан консультацияға киләләр, диспансер иҫәптә торған (инфаркт кисергән, операция үткәргән һ.б.) пациенттарыбыҙ күп. Алдан яҙылып, тәүге тапҡыр мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Сир аҙып китеп, инфаркт, инсультҡа алып барып еткермәһен өсөн, профилактика эшен дә алып барабыҙ. Белеүегеҙсә, кардиология – ҡатмарлы, яуаплы эш. Йыш ҡына хәл өҫтөндә булған ауырыуҙар менән эш итергә, уларға кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтергә тура килә.
– Йөрәк ауырыуҙары күп. Ҡайһы берҙәренә туҡталып үтәйек әле.
– Иң таралғаны – йөрәк ишемияһы. Ул – дөйөм диагноз. Унан стенокардия башлана. Стенокардияның төп билдәһе – күкрәк тәңгәлендәге ауыртыу. Тәүге тапҡыр табипҡа килгән ауырыуҙар түш ҡыҫыуына, тын етмәүенә зарлана. Ауыртыу ҡалаҡ һөйәгенә бирә, баш ауырта, баш әйләнә, хәл бөтә, ҡан баҫымы күтәрелә. Был осраҡта иң беренсе ЭКГ үткәреп, алдағы кардиограммаһы менән сағыштырабыҙ. Үҙгәрештәр булһа, дауалау тәғәйенләйбеҙ һәм күҙәтеү аҫтына алабыҙ.
Йөрәк сирҙәренә килтереүсе иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе – шәкәр диабеты. Ул да ҡан тамырҙарына зарар килтерә, һиҙгерлек юғала. Ин­фарктты аяҡ өҫтө үткәреү шунан килеп сыға ла инде. Ололар ҙа йыш ҡына инфарктты йөрөп үткәрә.
– Стенокардия нимәне аңлата?
– Халыҡ телендә уны “күкрәк ташбаҡаһы” тип йөрөтәләр. Түш ҡапыл ныҡ итеп ҡыҫа, тын алырға ла ирек бирмәй. Ул ҡан тамыр­ҙары нәҙегәйеп, йөрәккә ҡан килеүе ауырлашыуҙан була. Ҡан әйләнешенең тиҙлеге көсәйә, һөҙөмтәлә ҡан баҫымы ла ҡапыл күтәрелә. Ҡан тамыры нәҙегәйеп, стенкаларына төйөрсәләр ҙә ултырһа, был инде инфарктҡа килтерә. Бына ни өсөн йөрәк ауырыуҙары кинәт кенә барлыҡҡа килә. Бөгөн кеше һин дә мин һөйләшеп ултыра, иртәгә өйәнәк тотоп, дауаханаға эләгеүе ихтимал.
Ҡан тамырҙарының торошон асыҡлау өсөн тикшереүҙең тәүге ысулы – коронароангиография ҡулланыла. Ул “алтын стандарт” тип йөрөтөлә. Республика кардиоүҙәгендә, Өфө ҡалаһының 6-сы, 21-се, 22-се клиник дауаханаларында үткәрелә. Беҙ йүнәлтмә буйынса ебәргән ауырыу­ҙарға ул бушлай. Төйөрсәләр бармы, юҡмы, ҡан тамырҙарының нәҙегәйеүе (стеноз) ниндәй дәрәжәлә – коронароангиография шуларҙы күрһәтә. Әгәр ҙә стеноз 80 проценттан ашыу булһа, операция тәғәйен­ләнә.
– Аритмия, тахикардия кемдәргә хас?
– Аритмияның төрлө төрө бар. “Тирбәлеү аритмияһы” хроник формаға ҡарай. Уны дарыуҙар менән нормаға килтерәбеҙ. Тағы ла “параксизмаль аритмия” була, йәғни ваҡыты-ваҡыты менән өйәнәк тотҡан кеүек, ҡапыл башланып, шулай уҡ кинәт кенә туҡтай. Уны ваҡытында дауалағанда, ҡабатланмауы ла ихтимал.
Кешелә ҡалҡан биҙе сире бар икән, был осраҡта ла йөрәккә көс төшә. Ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген нормаға килтергәндә, йөрәк тә тыныслана. Шуға күрә, йөрәгем ауырта, аритмия, тип килһәләр, иң беренсе сиратта эндокринологҡа күренергә тәҡдим итәбеҙ.
Иң күбе беҙгә юғары ҡан баҫымы менән мөрәжәғәт итәләр. Халыҡ араһында, гипертония һәр икенсе кешелә бар, уны дауалар­ға кәрәкмәй, тигән хата фекер ҙә бар. Ысынында ишемия, инфаркт, йөрәк тибешенең боҙолоуы кеүек ауырыуҙар тап шунан башлана. Шуға күрә дауалау курсы алыу ғына етмәй, табип яҙған дарыуҙы көн һайын эсеү мотлаҡ. Тәүлек әйләнәһенә йоғонтоһо булған бик яҡшы дарыуҙар бар. Ҡан баҫымы норма буйынса 120-гә 80 булырға тейеш һәм уны шул кимәлдә тотор­ға тырышырға тейешбеҙ. Минең көндәлек ҡан баҫымым 160-ҡа 110, тип йөрөргә ярамай. Әйткәндәй, инсульт үткәргән кешеләргә ҡан баҫымын кинәт түбәнәйтеү ҙә насар, яйлап-яйлап, дозаларҙы кәметә барып төшөрәбеҙ.
– Ҡан баҫымының юғары булыуының сәбәбе нимәлә?
– Нәҫелдән, артыҡ кәүҙә ауырлығынан, шәкәр ауырыуына бәйле була. Холес­териндың юғары булыуы, алама ғәҙәттәр ҙә ауырыуға сәбәпсе булыуы ихтимал. Нәҫелдә бар икән, уны кисектереп булмай, балаларға ла бирелә. Ҡайһы бер кеше йәштән үк юғары ҡан баҫымына зарлана, ҡайһы берәүҙәрҙә ул 50-нән уҙғас ҡына күҙәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа, климакс ваҡытында, организмда гормональ үҙгәрештәргә бәйле, ҡан баҫымы күтәрелеүе мөмкин. Әммә ни генә тиһәк тә, ваҡытында дарыуҙар эсеп торорға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта бөтә кешегә лә бер үк дарыу килешмәүе лә бар. Һәр ауырыуға, уның хәленә ҡарап, үҙенә генә ярағанын тәғәйенләйбеҙ.
– Холестериндың юғары булыуы ла йөрәк сирҙәренә килтерә, тибеҙ. Унан нисек арынырға?
– Норма буйынса ул 5 ммоль/л булырға тейеш. Әммә, белеүебеҙсә, холестериндың да яҡшыһы һәм насары була. Махсус анализ уның составын асыҡларға ярҙам итә. Холестерин юғары икән, табип яҙған дарыу­ҙарҙы эсергә кәрәк. Юғиһә, инфаркт, инсульт кисереү хәүефе барлыҡҡа килә. Тәүҙә ул коронар ҡан тамырҙарының стенкаһына ҡойҡа һымаҡ булып ултыра, ваҡытында дауаламаһаң, әкренләп ҡата башлай һәм тромбҡа әүерелә. Ҡан баҫымы күтәрелгәндә ҡан әйләнеше кинәт шәбәйеп, ана шул төйөрсәләрҙе ысҡындырып алып китеүе ихтимал. Һәм ҡайҙа ҡан тамыры нәҙегәйгән – шунда барып тығылыу ҡурҡынысы көсәйә.
– Һуңғы ваҡытта йөрәк ишемияһы, инфаркт йәштәрҙә лә күбәйҙе, тиҙәр. Бының сәбәбен нимәлә күрәһегеҙ?
– Йәштәрҙә ауырыуҙың килеп сығышының сәбәптәре икенсерәк. Нервы көсөргәнешенән, йоҡо туймауҙан, күп эшләүҙән була. Заманаһы шундай бит, эш тә, стресс та күп. Стенокардиянан кинәт ҡан тамырҙары ҡыҫыла һәм инфарктҡа килтерә.
– Уны булдырмау өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Режим һаҡларға, дөрөҫ туҡланырға, тәмәкене, алкоголде кәметергә. Күберәк хәрәкәт итергә, спорт менән дуҫ булырға, физик күнекмәләр эшләргә, саф һауала йөрөргә, кәүҙә ауырлығын контролдә тотор­ға, һимереүгә юл ҡуймаҫҡа. Күптәрҙә ултырып эшләй торған эш, машинала ғына хәрәкәт итәләр, йәйәү йөрөү юҡ. Сит яҡтар­ға, мәҫәлән, Себергә йөрөп эшләүселәрҙә лә климаттың үҙгәреүенә организмдың яраҡлаша алмауынан ошо сир килеп сыға.
– Дөрөҫ диагноз ҡуйыуға һеҙгә нимә ярҙам итә? Диагноздарығыҙ гел раҫланамы?
– 26 йыл эшләп, дөрөҫ ҡуйылмаған диагноз булғаны юҡ, тип уйлайым. Бик ҡатмарлы осраҡта диагнозды дөрөҫләү өсөн Республика кардиоүҙәгенә консультацияға ебәрәбеҙ. Өҫтәүенә поликлиникала бөтә анализ да үткәрелмәй. Диагнозды теүәл асыҡлау өсөн тропониндарға ҡан анализы алына. Ул тик дауаханала ғына эшләнә. Икеләнгән осраҡта ошондай анализға йүнәлтмә бирәбеҙ. Һөҙөмтә ыңғай була икән, тимәк, диагноз дөрөҫ ҡуйылған.
Дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн иң беренсе сиратта ауырыуҙарға иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡасан сирләй башлаған, быға тиклем ниндәй ауырыуҙар үткәргән, ниндәй дарыуҙар эскән – барыһын да ентекләп өйрәнмәйенсә тороп, диагноз ҡуйыу мөмкин түгел. Тәжрибә лә ҙур роль уйнай, әлбиттә. Диагноз дөрөҫ ҡуйыла икән, дауалау ҙа дөрөҫ йүнәлеш ала. Һәр бер ауырыу­ҙың үҙенең стандарт дауалау ысулы бар. Шуға таянып эш итәбеҙ. Мәҫәлән, стенокардиянан биш препарат мотлаҡ бирелергә тейеш. Шуларҙың береһен дә ҡалдырмай эсергә кәрәк. Бынан тыш, стенокардия менән ауырыусыларға кеҫәһендә һәр ваҡыт нитроглицерин йөрөтөргә ҡушабыҙ. Ул кисектергеһеҙ ярҙам кәрәк булғанда яҡшы. Түш ҡыҫа башлай икән, уңайлы итеп ултырырға, тынысланырға һәм тел аҫтына нитроглицерин һалырға кәрәк. Был дарыу өйәнәкте баҫа.
– Тағы ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Табип диагноз ҡуя икән, уның тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалырға, ул яҙған дарыуҙарҙы эсергә. Кеше организмында иң мөһим орган – йөрәк, тимәк, кардиологтың кәңәшенә ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Дауаланған кеше үҙенең ғүмерен оҙайта. Ә кемдәр инҡар итә, улар йыш ҡына ҡабаттан йөрәк өйәнәге менән килә.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…