15.05.2018 Глицериндан битлек
Көн һайын йоҡларҙан бер сәғәт алда ошо битлекте һөртһәгеҙ, йыйырсыҡтарығыҙҙың кәмеп, битегеҙҙең шымарып, матурайып китеүен күрерһегеҙ. Уны әҙерләүе еп-еңел. Глицерин менән Е витаминын дарыуханала арзан хаҡҡа һатып алырға була.
30 г глицеринға 10 капсула Е витамины кәрәк. Капсулаларҙы энә менән тишеп, майын глицеринлы шешәгә һығырға. Һөртөр алдынан, битте таҙартып, еңелсә массаж эшләп алырға мөмкин. Биткә һөрткәндән һуң, глицерин һеңгәнсе ул бер аҙ йәбешкәкләнеп тора. Был осраҡта бер аҙ тоник һиптерергә була.