RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Организм нимә хаҡында иҫкәртә?

20.08.2018 Организм нимә хаҡында иҫкәртә?

Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
Табиптар, организмдағы үҙгәрештәр юҡтан ғына булмай, тип бара. Тимәк, һаулыҡ менән ниндәйҙер проблема бар. Әйтеп тораһы ла түгел, арабыҙҙа даими рәүештә медицина тикшереүе үтеп тороу­сылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Исмаһам, организм ебәргән сигналдарға ҡолаҡ һалырға өйрәнәйек. Улар беҙҙе теге йәки был органдың сәләмәтлеге ҡаҡшауы хаҡында иҫкәртә.


Ирендәрҙең ярылыуы

Ирендәрҙең ярылыуы менән бер рәттән, иғтибарһыҙлыҡ көсәйеп, сәс тә ҡойола икән, был – организмда В2 витаминының (рибофлавин) етмәүе хаҡында иҫкәртеүсе етди сигнал. Туҡланыу рационын һөт аҙыҡтары, йомортҡа, арахис, персик, соя, груша, помидор һәм сәскәле кәбеҫтә кеүек ризыҡтар менән байытҡанда, был дисбаланс тиҙ үк көйләнер.

Телдә аҡ үңәҙ

Был күберәк асығыу һәм һалҡын тейҙереү билдәһе. Ә инде ошо аҡ үңәҙ фонында телдең ситтәре ҡыҙарып та торһа, гастрит башланыуы бик тә ихтимал.
Телдәге аҡһыл, көлһыу үңәҙ иһә ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлегенең боҙолоуын аңлата. Шул уҡ ваҡытта ирен ҡабарып, шешеп, тире кибеп тә йонсотһа, организмға тимер етмәүен күҙалларға була. Был осраҡта ҡара сәй менән ҡәһүәнән баш тартырға, күберәк петрушка, бауыр, балыҡ һәм аҡ бәшмәк, алма һәм цитрус емештәр ашарға кәңәш ителә.

Ауыҙ кибеүе
Организмдың стресс һәм көйәләнеүҙәргә нормаль реакцияһы. Ә инде ауыҙ ҡыуышлығының кибеүе оҙаҡ ваҡыт дауам итә икән, өҫтәүенә, бер туҡтауһыҙ юҡ-барға көйөп барыуығыҙҙы һиҙһәгеҙ, тимәк, һеҙгә В3 витамины етмәй. Ул иттә, сәтләүектәрҙә, шыттырылған бойҙайҙа күп. Ауыҙ кибеүенә ҡайһы бер осраҡта шәкәр диабетының башланып тороуы ла сәбәпсе була.

Ауыҙҙан насар еҫ килеү
Был осраҡта ҡанда шәкәр кимәлен тикшертеү, бауырҙы, бөйөрҙө ҡаратыу, хроник бронхитты дауалау мөһим.

Бит һәм ҡул тиреһенең ярылыуы
Йыш ҡына организмға А һәм В2 витамины етмәүе хаҡында һөйләй. Туҡланыу рационын ошо витаминдар менән байыт­ҡанда, тире шунда уҡ һәйбәтләнер. Ә инде ул урын ныҡ итеп ҡысытһа, уйлап та тормай табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк – бәшмәк ауырыуы булмаһын. Тирегә бармаҡ менән ипләп кенә баҫҡанда ла күгәреп сыҡһа, бауыр эшмәкәрлеге һәм ҡандың ойошоусанлығы менән проблемалар булыуы ихтимал. Быға лаборатор анализдар ғына асыҡлыҡ индерә ала.

Күҙ ҡабаҡтарының шешеүе

Күп осраҡта бөйөрҙәге проблемаларға бәйле. Айырыуса бөтә тән емерелеп килгән һымаҡ тойолоп, тире һыуыҡ һәм төҫһөҙ булһа. Бындай хәл организмға А витамины етмәгәндә лә күҙәтелә. Тимәк, күберәк сыр, кишер һәм помидор ашарға кәрәк.

Лимфа төйөндәренең ҙурайыуы
Организмда ялҡынһыныу процесы бара тигән һүҙ: һалҡын тейеүҙән башлап медиктар ғына асыҡлай алырлыҡ етди ауырыуға тиклем.

Бәүелдең ҡарайыуы
Етерлек кимәлдә шыйыҡлыҡ эсмәүҙән булыуы ихтимал. Әгәр ҙә инде уға хәлһеҙлек менән тән температураһының юғары күтәрелеүе лә өҫтәлһә, бәүел юлдарындағы етди ауырыу булып ҡуймаһын. Быны уролог ҡына асыҡлай ала.

Танау ҡанау
Даими рәүештә танау ҡанау ҡан баҫымының юғары булыуына бәйле булыуы мөмкин. Тимәк, уны гел генә үлсәп, тикшереп торорға һәм гипертонияны дауаларға тура килер. Шулай уҡ организмға К витамины етмәүҙән дә танау ҡанай. Күберәк кәбеҫтә, шпинат һәм кесерткән ашы ашар­ға тура килер.

Тирләү
Лысма һыу булып тирләп йонсоһағыҙ, ҡалҡан биҙен тикшертергә кәңәш ителә. Төндә ныҡ итеп тирләү нервыларҙың ҡаҡшауына бәйле.

Яраның оҙаҡ төҙәлеүе
Организмда цинк дефицитын аңлата. Ул диңгеҙ аҙыҡтарында һәм ҡуҙаҡлыларҙа күп.

Тырнаҡтарҙағы һыҙыҡтар
Тырнаҡтарҙың буй-буй булып һыҙатланып тороуы – аштың насар эшкәртелеү билдәһе. Әгәр ҙә улар оҙаҡ ваҡыт бөтмәһә, мотлаҡ ашҡаҙан аҫты биҙен тикшертегеҙ. Ә тырнаҡтағы арҡыры һыҙыҡтар авитаминоздан һәм ауыр хроник стрестан була.

Күҙ алмаһының төҫө үҙгәреүе
Күҙҙәр ҡыҙарғанда ҡан баҫымын үлсәргә кәрәк, уның күтәрелеүе бар. Күҙ ағы һарғайыуы бауырҙа билирубиндың күп булыуын, ғөмүмән, был органдың эшләп етмәүен аңлата.
Күҙ төбөнөң ҡарайыуы һәм күгәреүе йоҡо туймауҙан, арыуҙан була. Әммә был осраҡта табиптар йөрәкте лә тикшертергә кәңәш итә. Йыш ҡына улар йөрәк ауырыуының тәүге билдәләре булып сыға. Әгәр ҙә табиптар бер ниндәй ҙә сир тапмаһа, был билдәләрҙе бөтөрөү сараһын күрергә була. Күҙ аҫтының шешеп, һәленеп тороуына ҡаршы иң яҡшы сара – геморройға ҡаршы май. Әммә косметологтар уны йыш ҡулланырға кәңәш итмәй, ҡан тамырҙары үтә ныҡ ҡыҫыла.
Тағы бер файҙалы ысул – массаж. Көн һайын иртән 5 минут буйы күҙ тирәләй бармаҡ менән түңәрәкләндереп яй ғына хәрәкәттәр эшләгеҙ. Күҙ аҫтының ҡарайыуы һәм шешмәкләнеп тороуы лимфалар­ҙың тотҡарланыуынан була, массаж менән беҙ уларҙы хәрәкәтләндереп ебәрәбеҙ.

Биткә һытҡылар сығыуы
Беҙҙең тире эске органдар өсөн “яҙмалар китабы” кеүек.
Шуныһы ғәжәп: был “китап”та һәр органдың үҙ “бите”, дөрөҫөрәге – тәндә үҙ өлөшө. Улар үҙҙәренең бурысын үтәй алмаһа, был хаҡта төрлө сабыртмалар менән беҙгә хәбәр ебәрәләр. Үпкәлә артыҡ шыйыҡлыҡ һәм лайла йыйылғанда, биттә мотлаҡ ҡыҙыл һытҡылар “сәскә ата” башлай. Нимә эшләргә? Коктейль әҙерләргә: ярты стакан ваҡланған алоэ япрағы, ярты стакан ваҡланған лимон ҡабығы һәм 2 стакан балды бергә ҡушып, бер аҙна төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан ошо дарыуҙы өсәр ҡалаҡ ҡабырға. Дауаланыу курсы – 40 көн. Һуңынан ун көн ял итеп алып, йәнә ҡабатларға мөмкин. Дауаланыу осоронда һөт аҙыҡтарын, май һәм шәкәр ашауҙы туҡтатырға.
Биттә ҡыҙыл һытҡы түгел, ә осо ағарып эренләп торған сабыртмалар барлыҡҡа килә икән, тимәк, эсәктәр “баш күтәрә”. Был осраҡта ла шул уҡ шифалы коктейль ярҙамға килер.
Сикәлә ҡыҙыл һытҡылар даими күҙәтел­һә, бауыр менән үт ҡыуығын тикшертергә кәрәк. Уларҙы лимон һуты, зәйтүн һәм башҡа үҫемлек майы менән таҙартып алыу ҙа зыян итмәҫ. Әммә бик һаҡ эш итегеҙ, сөнки һәр кемдең организмы үҙенсә.
Маңлайға һәм сәс төптәренә нимәлер сығыуы – ашҡаҙандан килгән сигнал. Был осраҡта ашҡаҙанға бер көн ял биреү яҡшы һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, көнө буйы йә кефир ғына эсергә, йә булмаһа, ҡарабой­ҙай, дөгө, алма, ҡыяр йәки башҡа берәй емеш ашарға. Аҙнаһына бер тапҡыр ашҡаҙанға бындай “ял” файҙаға ғына.
Эйәктәге һытҡылар енси гормондарҙың бүленеп сығыуының боҙолоуын һәм бәүел системаһындағы инфекция хаҡында һөйләй. Был проблеманы табип ҡына бөтөрә ала. Тик уға тиклем эҫе ванна һәм мунсанан баш тартып торорға тура килер, сөнки уларҙың хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал.

Арҡалағы һытҡылар

Ҙур ҡыҙыл сабыртмалар умыртҡа бағанаһы тирәләй сыҡһа, улар умыртҡа бағанаһы ауырыуҙары хаҡында һөйләй. Ә ҡабырға һөйәге тирәләй урынлашҡандары – мускул невралгияһының тәүге билдәһе. Нимә эшләргә? Арҡаны турайтырға! Арҡаны дөрөҫ тотмауҙан умыртҡа бағанаһындағы дисктар ҡыҫыла һәм нервы бөтөмдәренә баҫым яһала. Һөҙөмтә – тирелә. Был осраҡта массаж, умыртҡа бағанаһы һығылмалылығын көсәйтеүсе күнегеүҙәр, йөҙөү арҡаны тәртипкә килтерәсәк.

Шешенеү
Иртәнсәк аяҡ-ҡулдарҙың шешеүе кискеһен күп ашауҙан булыуы мөмкин. Айырыуса тоҙло аҙыҡтар, алкоголь, углеводтар, консерваланған һәм ҡаҡланған аҙыҡтар организмда һыуҙы тотҡарлай. Әлбиттә, бының сәбәбе күпкә етдиерәк тә булыуы бар.
Мәҫәлән, бөйөргә бәйле булғанда, иртән уянғанда бит шешенгән булһа, кискелеккә ул бөтә. Йөрәк сирҙәренән кискә ҡарай эс, бил, енси органдар тирәһе ҡабара. Йыш ҡына тын етмәү, ирендәр күгәреүе, аяҡ-ҡулдарҙың ойоуы, елкә тамыр­ҙарының ҡабарыуы ла күҙәтелә.
Бауыр ауыртҡанда ла эс ҡабара һәм бер төрлө һарғайып, кибеп, ҡысытып тора.
Шешенеүҙән бәүел ҡыуҙырыусы төнәтмәләр яҡшы. Бер үк күләмдә талҡанйемеш япрағы, ҡайын бөрөһө, ҡыҙыл көртмәле япрағы, ваҡланған артыш емеше алып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут талғын утта тоторға. Һыуынғас, һөҙөп алып, көнөнә 5 – 6 тапҡыр икешәр ҡалаҡ эсергә.
Шешенгән урын ҡыҙарып, ҡысытып та торһа, аллергиянан булыуы мөмкин. Был осраҡта үләндәр төнәтмәһе ярҙам итмәй, табиптар аллергияға ҡаршы дарыу эсергә ҡуша.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…