RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көнсөллөк тормошто ағыулаһа

07.05.2018 Көнсөллөк тормошто ағыулаһа

Көнсөллөк тормошто ағыулаһа
Ирем Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, ике балабыҙ бар. Ул мине ныҡ көнләшә. Даими шылтырата, тикшерә, балаларҙан ҡайҙа барыуым, ҡасан ҡайтыуым һ.б. тураһында һорашып тора. Көтмәгәндә генә ағаһы килеп, “ревизия” ойоштороп китә. Эшем буйынса район үҙәгенә йыш барырға тура килә, ҡайһы саҡ иремдең шылтыратыуына яуап бирә алмайым. Һөҙөмтәлә өҫтөмә әр-битәр яуа. Иремде хөрмәт итәм һәм хыянат итергә йыйынмайым. Уның хаҡһыҙ дәғүәләре мине ныҡ кәмһетә. Нисек уға тоғролоғом мәңгелек икәнлеген аңлатырға? Түҙемлегем бер мәл һыныр кеүек...
Зөһрә.
Әбйәлил районы.

Һәр кемгә көнләшеү хисе хас. Иң мөһиме, был тойғоноң паранойяға әйләнеп китеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Иптәшегеҙ сиктәрҙе сыҡмаһын өсөн нимә эшләргә? Тәүҙә артыҡ көнләшеүенең сәбәптәрен асыҡлап үтәйек. Беренсенән, ул үҙен түбән баһалауылыр. Ундай ир-егет үҙен икенсе яртыһына тиң түгел тип һанай һәм түбәнге аң кимәлендә төрлө шиге уяна. Һөйгәне уны яратамы-юҡмы тип уйлана, уңышлыраҡ ир-егеткә ҡарап ҡуймаһын, тип ҡурҡа. Икенсенән, бер тапҡыр хыянат кисергән кеше киләсәктә көнсөлгә әүерелә. Ул тағы ла шул хәл ҡабатланыр тип хафалана.
Бер-береңә ышанмау, юҡ урында тауыш ҡуптарыу хатта иң көслө мөхәббәтте лә юҡҡа сығара, ғаиләне тарҡата. Тормош иптәшегеҙҙе был насар ғәҙәтенән арындырыу өсөн уға күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Уны йыш маҡтап тороғоҙ, наҙығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Хәләл ефетегеҙҙе икенсе ир-ат менән сағыштырмағыҙ, әхирәтегеҙҙең ирен миҫалға ҡуймағыҙ. Әгәр ҙә көнсөл ир көнөгөҙҙөң нисек үтеүе тураһында һорашып аптыратһа, асыуланмағыҙ. Сабыр ғына барыһын да һөйләгеҙ, тәьҫораттарығыҙ менән бүлешегеҙ. Һеҙҙең турала бөтәһен дә белеп торғас, башына юҡ-бар уйҙар инмәҫ. Әгәр ҙә эшегеҙҙә һуңғараҡ ҡалырға йәки башҡа мәшәҡәттәр менән мәшғүл булырға тура килһә, уны мотлаҡ иҫкәртегеҙ. Был уны артыҡ борсолоуҙан арындырыр. Бер ҡасан да йәшлек йылдарындағы йәрҙәрегеҙ хаҡында һөйләмәгеҙ, уларҙы маҡтамағыҙ. Был ирегеҙҙең намыҫына тейер.
Әгәр инде бөтәһен дә анализлап, үҙегеҙҙә бер ниндәй ҙә ғәйеп тапмайһығыҙ икән, көнсөллөккә килтерерлек бер нәмә лә булмаһа – тимәк, эш һеҙҙә түгел. Быға уның тормошонда булып үткән насар хәтирәләр сәбәпселер. Бәлки, бала сағында ата-әсәһенең береһенең хыянаты ғаиләне емергәндер. Йәки үҙенә яҡын кешеһенең хыянатын кисерергә тура килгәндер. Ирегеҙ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ, тоғро ҡатын булыуығыҙҙы аңлатығыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, патологик көнсөллөк тә бар. Был инде сиргә бәрәбәр. Ирегеҙ сәбәпһеҙ-ниһеҙ һәр бер ир-аттан көнләһә, һәр аҙымығыҙҙы тикшереп торһа, хатта кейгән кейемегеҙҙе лә көнсөллөккә сәбәп итһә, һеҙгә ҡул күтәрһә, был осраҡта белгескә күренергә, шәхси консультация алырға кәрәк. Сөнки ғүмерегеҙ ҡурҡыныс аҫтында булыуы ихтимал.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…