RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һаҡ булығыҙ! Быйыл талпан күп

29.04.2018 Һаҡ булығыҙ! Быйыл талпан күп

Һаҡ булығыҙ!  Быйыл талпан күп
“Көн ҡапыл йылытҡанғамы, талпандар быйыл бигерәк күп. Урманға барырға ла түгел, баҡсала ла туп-тулы, ағас­тар янынан үткәндә ике-өс талпан өйгә эйәреп тә инә”, – тип зарлана ауыл халҡы. Тимәк, кемдәр алдағы ялда һәм май байрамдарында баҡсаға йыйына, тәбиғәт ҡосағына шешлеккә сығырға уйлай, һаҡ булырға кәрәк. Әйткәндәй, был бөжәктең эткә һәм бесәйгә эйәреп тә өйгә инеүе мөмкин.
Йыл һайын талпан ҡаҙалыуҙан йөҙәрләгән кеше зыян күрә. Был паразит-бөжәктәрҙән сәләмәтлек өсөн ҡурҡыныс булған төрлө сир эләктерергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла ауырыу тарата, тип уйларға ярамай, вирус бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында ғына йәшәй. Ҡарап тороуға инфекцион ауырыу таратыусы талпанды башҡаларынан айырып булмай. Быны санитар-эпидемиология станцияһында ғына тикшереп белеп була. Шуға күрә лә ҡаҙал­ған талпанды тартып сығарғас, медицина лабораторияһына тапшырырға ҡушалар.


Нимәһе менән хәүефле?

Төрлө сығанаҡ буйынса, талпан 60-ҡа яҡын ауырыу тарата. Ҡанэскес ҡаҙалған осраҡта энцефалит вирусы, талпан боррелиозы, эрлихиоз, листериоз, риккетсиоз, спирохетоз һәм башҡа инфекцион вирустар менән зарарлауы ихтимал.
Иң ҡурҡынысы – талпан энцефалиты. Ул үҙәк нервы системаһын зарарлаусы ауыр сир. Эҙһеҙ генә үтеүе лә ихтимал, әммә ҡайһы бер осраҡта ҡул­дар­ҙың, муйындың мускулдарын фалиж һуғып, инвалидлыҡҡа килтерә. Иң хәүефлеһе – ауырыуҙың билдәләре талпан ҡаҙалғандан һуң бер-ике аҙна үтмәйенсә беленмәүе лә бар.
Талпан боррелиозы таяныу-хәрәкәт аппаратына, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә кешенең оҙаҡ ваҡытҡа хәрәкәттән яҙыуы, хатта инвалид булып ҡалыу ҡурҡынысы бар.
Энцефалиттың да, талпан боррелизионың да тәүге билдәләре оҡшаш. Вирус кеше тәнендә 6 – 7 тәүлек йәшәй ала. Шунан кинәт температура күтәрелә, баш, муйын ауырта, уҡшыта, ҡоҫтора башлай, хатта көҙән йыйыра. Әгәр ҙә талпан ҡаҙалғандан һуң ошондай билдәләр күҙәтелһә, тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ни тиклем иртәрәк дөрөҫ диагноз ҡуйылып, дауалау тәғәйенләнә, тулыһынса һауығыу ихтималлығы ла шул тиклем көсәйә.

Нисек һаҡланырға?
Урманда булғанда паразиттар күпләп йыйылған дымлы, ҡараңғы һәм ҡуйы үләнле урындарҙан ситтәрәк йөрөгөҙ, йәш ҡурай еләге ҡыуаҡлыҡтарына, уҫаҡлыҡҡа яҡын барырға ярамай. Ғәҙәттә, талпан ҡорбанын урман ситендәге ҙур булмаған ҡыуаҡлыҡта йәиһә бейек үләндә һағалай. Бик һирәк кенә ағастан төшә.
Иң яҡшыһы – урманда йөрөү өсөн ҡоро, асыҡ аҡландарҙы, яҡты ағаслыҡтарҙы һайлау. Ел, ҡояш булған урында талпандар ҙа әҙерәк. Был ҡанэскестәрҙең иртәле-кисле әүҙемләшеүен онотмағыҙ, эҫелә һәм көслө ямғыр ваҡытында уларҙың кешегә ташланыу ҡурҡынысы кәмей.
Һаҡланыу сараларына кейемде дөрөҫ һайлау ҙа инә. Мәҫәлән, асыҡ төҫтәге кейемдә ул артыҡ йәшенә алмаясаҡ. Өҫкө кейемдең шыма туҡыманан булыуы яҡшыраҡ, бөжәккә унда йәбешеп ҡалыуы ҡыйынға тура киләсәк. Тәбиғәткә сыҡҡанда тәнде тотош ҡаплап торған кейем кейергә ҡушыла. Башта мотлаҡ баш кейеме булырға тейеш. Талпандарҙың үләндән дә эләгеүен иҫәпкә алып, салбар балаҡтарын эскә ҡыҫтырып, резина итек кейегеҙ.
Һәр сәғәт һайын тәнде тикшереп торорға, йә булмаһа, урмандан ҡайтҡас, өҫ-башты яҡшылап ҡарап сығырға кәңәш ителә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: талпан тиҙ генә ҡаҙалмай, тәүҙә ул кейемгә йәбешә һәм, ҡаҙалыу өсөн уңайлы урын эҙләп, өҫкә үрмәләй. Бына ни өсөн өйгә ҡайтҡас, өҫ-башты ҡаҡҡылап алырға кәрәк. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда һаҡлаусы кремдар, спрейҙар ҡулланыу мөһим. Бындай һаҡланыу сараһын үҙ аллы ла әҙерләргә була. 50 мл һыуға (одеколон да ярай) 10 тамсы сәй ағасының эфир майын ҡушып, шешәгә ҡойорға һәм яҡшы итеп болға­тыр­ға. Ҡайҙалыр барырға йыйын­һағыҙ, ошо ҡатнашманы битегеҙгә, ҡулдарығыҙға, елкәгеҙгә, аяҡтарығыҙға һөртөгөҙ.
Талпандың яратҡан урындары – ҡолаҡ арты, елкә, терһәктең эске яғы, ҡултыҡ аҫты, ҡорһаҡ, тубыҡтың эске яғы. Ҡаҙала ҡалһа, уны шунда уҡ сығарыу сараһын күрегеҙ. Әлбиттә, бик һаҡ эш итеү талап ителә – башы өҙөлөп ҡалмаһын. Алғас, урынына йод, одеколон, спирт һөртөргә онотмағыҙ. Ҡулығыҙҙы ла яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ. Тартып алынған бөжәкте бармаҡ менән иҙеп үлтерә күрмәгеҙ, вирустар яраға эләгеп, ауырыу эләктереүегеҙ ихтимал.

Нисек сығарырға?
1. Талпандың күренеп торған осона көнбағыш майы һөртөгөҙ. Тын алыу юлдары ҡойроғонда урынлашыу сәбәпле, уға тын алыу ауырлаша башлаясаҡ һәм күпмелер ваҡыттан үҙенән-үҙе килеп сығасаҡ. Бик тә булмаһа, ипләп кенә тартып алығыҙ.
2. Көнбағыш майы урынына кәрәсин һөртөргә лә була. 10 – 15 минуттан талпан төшөргә тейеш.
3. Ҡаш йолҡа торған ҡыҫҡыс менән әкрен генә сәғәт теленә ҡаршы бороғоҙ.
Талпанды сығарғанда биткә битлек кейеү мөһим, сөнки бөжәк һытылһа, ҡаны менән бергә һауаға вируслы аэрозоль тарала һәм ул тын алыу юлдарына инеп, аллергия тыуҙырыуы ихтимал.
Тартып алғанда талпандың башы өҙөлөп, тире аҫтында ҡалһа, шул урынды спиртлы мамыҡ йәиһә бинт менән һөртөгөҙ, аҙаҡ стерилләнгән энә менән башын тартып сығарығыҙ.
Тартып алынған талпанды быяла һауытҡа һалып, ҡапҡасын ябып, махсус лабораторияға алып барып тикшертегеҙ йәиһә яндырығыҙ.

Ҡайһы осраҡта табипҡа күренергә?

Талпан ҡаҙалған урында ҡыҙыл тап барлыҡҡа килһә, лимфа төйөндәре ҙурайһа, температура күтәрелһә, баш һәм мускулдар ауыртһа, тәнде сабыртма баҫып алһа, мотлаҡ табипҡа күренегеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…