RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыҙҙар менән борсаҡ бешмәй

23.04.2018 Ҡыҙҙар менән борсаҡ бешмәй

Ҡыҙҙар менән борсаҡ бешмәй
Миңә 31 йәш. Әрмелә хеҙмәт иттем, урта махсус белемем бар, Салауат ҡалаһында эшләп йөрөйөм. “Йәшлек” гәзите аша психологтан кәңәш һорарға булдым.
Эш шунда: ҡыҙҙар менән уртаҡ тел таба алмайым. Берәйһе менән таныш­һам, үҙемде нишләптер эре һәм тупаҫ тотам, әсе шаяртыуҙар ысҡындырам.
Алмас.

Ни өсөн таныш һәм сит кешеләр алдында ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен тупаҫ тота? Шундай битлек кейеп, улар үҙҙәрен яҡшыраҡ, “текәрәк” күрһәтергә тырыша, башҡаларҙан үҙен кәм тоймаҫ өсөн шулай ҡылана.
Кеше тәкәббер ҡыланһа, башҡалар уны кәмһетмәҫ, рәнйетмәҫ, тип уйлай. Алмас, башҡалар менән эре тонда аралашҡанда иғтибар ит әле – бер аҙҙан әңгәмәсең дә шулай уҡ ҡылана башлай бит. Ни өсөн? Сөнки уның да һеҙҙең алда йүләр, уңышһыҙ һәм кәм булып күренгеһе килмәй. Һөҙөмтәлә һеҙгә кешеләр менән аралашыуы ауырлаша, арағыҙға һалҡынлыҡ йүгерә. Киләсәктә ул һеҙҙе урап үтә башлаясаҡ. Ошондай хәлде үҙегеҙ үк тыуҙыраһығыҙ түгелме?
Ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәт ҡорғанда түбәндәге аралашыу ҡағиҙәһен үтәһәгеҙ, һеҙгә уңыш йылмайыр:
– Һәр ваҡыт позитив булыу (ҡыҙ кәйефһеҙ булһа, һеҙҙәге кире уйҙар уны шатландырмаясаҡ. Ә бына ыңғай эмоциялар алдағы осрашыуҙарға нигеҙ һаласаҡ).
– Һәр саҡ көслө зат булып ҡала белегеҙ. Тормошҡа зарланмағыҙ, дуҫтарығыҙҙы, элекке аралашҡан ҡыҙҙарығыҙҙы, хөкүмәтте, етәксегеҙҙе яманламағыҙ.
– Юҡ-бар уйҙырмалар һөйләмәгеҙ, маҡтанмағыҙ.
– Проблемаларҙы үҙ аллы хәл итегеҙ, яуаплылыҡтан ҡасмағыҙ.
– Баһағыҙҙы төшөрмәгеҙ, ваҡланмағыҙ.
– Ҡатын-ҡыҙ сюрприздар ярата (ғәҙәти булмаған бүләктәр тапшырығыҙ, сәскәләр тураһында ла онотмағыҙ).
– Ысын күңелдән әйтелгән комплименттар һәр кемгә оҡшай.
– Тышҡы ҡиәфәтегеҙгә иғтибар бүлегеҙ, һәр саҡ ыҫпай йөрөгөҙ.
– Тыңлай белегеҙ. Нимә тураһында һөйләшергә икән, тип башығыҙҙы ҡатырмағыҙ. Үҙе хаҡында һөйләү – ҡатын-ҡыҙҙың яратҡан темаһы. Бала саҡ тураһында ла һөйләшергә була. Иң мөһиме – осрашыу мәлендә уның менән ихлас ҡыҙыҡһынғанығыҙҙы белдереү.
Ошо ябай кәңәштәр һеҙгә ышаныс өҫтәр. Аралашыуҙарҙан ҡурҡмағыҙ. Үҙегеҙҙе ябай, тәбиғи тотоғоҙ.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…