11.04.2018 Гипотониктарға кәңәштәр
Ҡан баҫымының түбән булыуына, гипертониянан айырмалы рәүештә, әллә ни иғтибар ҙа итеп бармайҙар. Шулай ҙа уның менән сирләүселәргә шулай уҡ еңел түгел. Баш ауыртыу, хәлһеҙлек, баш әйләнеү, аң юғалтыу – бына уның билдәләре. Уларға шулай уҡ апатия, хроник депрессия һәм хатта кардионеврозды ла индерергә мөмкин.
Гипотонияны дауалауы ла еңел түгел. Халыҡ медицинаһы ҡайһы бер дарыу үләндәрен һәм ниндәйҙер процедуралар тәҡдим итә.
Ҡуян кәбеҫтәһе төнәтмәһе. 20 г кипкән үләнгә 1,5 л ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Ҡан баҫымы нормаға килгәнгә тиклем көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Контраст душ. Иртәле-кисле 10 минут буйы эҫе һәм һалҡын һыу менән сиратлап ҡойонорға. Процедураны һалҡын һыу менән тамамларға.
Һыу менән ҡойоноу. Тәүҙә бүлмә температураһындағы һыу менән башларға, һуңынан һалҡынырағына күсергә. Һыу менән ҡойонғандан һуң тәнде ҡороторға кәрәкмәй, өҫкә йылы халат ҡына кейергә. Тән ҡыҙғанға ҡәҙәр шәп итеп атлап йөрөп алыу мөһим.
Ялан аяҡ йөрөү. Йәйгеһен ысыҡтан һәм еүеш таштар өҫтөнән, ә ҡышҡыһын ҡарҙа ялан аяҡ йөрөүҙең файҙаһы ҙур. 3 секундтан башларға, һуңынан көн һайын икешәр секундҡа арттырып, 3 – 5 минутҡа алып барып еткерергә. Һуңынан аяҡтарҙы яҡшы итеп ыуып, йылы ойоҡбаш кейергә.